Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Гагарин менән Ҡаһым түрә араһында уртаҡлыҡ бармы?
Гагарин менән Ҡаһым түрә араһында уртаҡлыҡ бармы? Ниһайәт, хыялым тормошҡа ашты — былтыр Юрий Гагарин йәшәгән ҡаланы, уның исемен йөрөткән музейҙы барып күреп ҡайттым. Космонавт йөрөгән эҙҙәрҙән үтеү, кешеләр менән аралашыу, музей экспонаттарын үҙ күҙҙәрең менән күреү һәм фотоға төшөрөү күңелдә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдыра. Шуның менән үҙемде бик бәхетле һанайым! Күргән-кисергәндәремде, белгән-ишеткәндәремде, яҙған-теркәгәндәремде гәзит уҡыусыларға ла еткергем килә.

Владимир өлкәһен арҡырыға-буйға йөрөп сыҡҡандан һуң, иң боронғо ҡалаларҙың береһе Владимирға йүнәлдек. Карта буйынса Вязьма йүнәлешендә елдерәбеҙ. Белеүемсә, ошо ерҙәрҙә 1812 йылғы Ватан һуғышынан ҡайтып килгәндә данлыҡлы башҡорт батыры Ҡаһым түрәне ағыулап үлтергәндәр. Тулҡынландыра. Ниндәйерәк ҡала икән ул? Матурмы? Космонавт һынлы космонавт йәшәгән ҡала булғас, бик шәптер инде тиһәк, улай булмай сыҡты. 30–35 мең самаһы кеше йәшәгән Гагарино үтә лә ярлы ҡала икән. Социализм заманында төҙөлгән ике ҡатлы иҫке өйҙәр, күптән ремонт күрмәгән соҡор-саҡырлы юлдар, етмәһә, магазинда аҙыҡ-түлек тә ҡиммәт — быларға минән бигерәк хатта ауылдарҙа ла бысраҡ күрмәгән иремдең иҫе китте!
Башта “тәүге космонавт Гагаринола тыуғанмы-юҡмы?” тигән һорауға яуап бирәйек, сөнки был турала төрлө ерҙә төрлөсә яҙалар. Эйе, тиһәк тә, бигүк дөрөҫ булмаҫ, сөнки Юрий Алексеевич 1934 йылдың 9 мартында Владимир өлкәһенең көнбайышындараҡ урынлашҡан, хәҙерге Гагарино районына ингән Клушино тигән ауылда Анна Тимофеевна менән Алексей Иванович Гагариндарҙың ябай колхозсы ғаиләһендә донъяға килгән. Элек был район Гжатск районы тип йөрөтөлгән һәм Смоленск өлкәһенә ҡараған, Юрий Гагарин йыһанға осҡандан һуң ғына Гагарино райо­ны тип үҙгәртелгән.
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Смоленск өлкәһендә фашистарға ҡаршы аяуһыҙ алыштар бара, Гагариндарҙың районы ла ут эсендә була. Башҡалар кеүек Гагариндар ғаиләһе лә еңеү өсөн тырышып эшләй — илгә төшкән ҡайғы бит. Ләкин һуғыштан һуң улар Клушиноны ҡалдырып, Гжатск ҡалаһына күсенеп килә. Юрий ошо ҡалала уҡый, мәктәпте тамамлағандан һуң, 1949 йылдың 30 сентябрендә, 10-сы Люберцы һөнәрселек училищеһына уҡырға инә. Унда өс йыл белем ала, бер үк ваҡытта Мәскәү өлкәһенең Эшсе йәштәр мәктәбендә лә уҡый – музейҙа космонавтың биографияһы шулай яҙылған.
Юрий Гагариндың белемгә ынтылышы шул тиклем көслө була: артабан уҡыуын дауам итеү өсөн документтарын Һарытау индустриаль техникумына тапшыра һәм уны ла яҡшы билдәләргә генә тамамлай. Студент йылдарында ла ваҡытын әрәмгә үткәрмәй буласаҡ космонавт — Һарытау аэроклубында шөғөлләнә, һәм уның был ҡыҙыҡһыныуы артабанғы яҙмышын хәл итә.
1955 йылда Юрийҙы хәрби хеҙмәткә саҡыралар, ә 1957 йылда Төньяҡ флоттың истребитель-авиация полкына летчик-истребитель сифатында ҡабул ителә. Ошо уҡ йылда ул Валентина Горячова исемле ҡыҙға өйләнә. Йәш ғаиләлә Лена һәм Галя исемле ике ҡыҙ бала тыуа. Фотоларҙан күренеүенсә һәм дуҫтары, коллегалары, туғандары хәтерләүенсә, Гагарин ҡатынын, ҡыҙҙарын бик ныҡ яратҡан, улар менән күрешеүҙе һәр ваҡыт һағынып көтөп алған.
1957 йылдың 26 декабрендә Юрий Гагарин Төньяҡ флоттың истребитель-авиация полкына саҡыртыла, яңы осоу техникаһын үҙләштереү һәм һынау өсөн летчик итеп эшкә алалар. Егет шатланып ризалаша һәм, 1959 йылдың 9 декабрендә рапорт яҙып, бер аҙнанан һуң Мәскәүгә юллана. Баш ҡалалағы Үҙәк авиация ғилми-тикшеренеү госпиталендә һаулығын тикшерәләр, 1960 йылдың 3 мартында ул Хәрби-һауа көстәренең Баш авиация маршалы Вершинин менән осраша. Ә 11 мартта инде оҙаҡҡа һуҙып тормайынса, тәүәккәлләп, яңы эш урынын ҡабул итә — космонавтар әҙерләү командаһында шөғөлләнә башлай.
Юрий Гагариндың тормошона һәм хеҙмәт юлына арналған музей 2011 йылда уның йыһанға осоуына 50 йыл тулыу уңайынан асылған икән. Шуға ҡарамаҫтан, бында ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә космонавт хаҡында байтаҡ мәғлүмәт һәм экспонат тупланған. Башта музейҙың тәүге ҡаты ғына эшләгән, икенсеһе иһә өс йыл элек сафҡа ингән. Бөгөнгә икеһе лә заманса йыһазландырылған. Бына — Юрий Гагариндың скафандры, барокамераһы, эш өҫтәле, көндәлектәре, уның тура­һындағы иҫтәлектәр, эш кейемдәре, орден-миҙалдар, “Восток” ракетаһының, “Восток” карабының макеттары, Ер шарының йыһандан төшөрөлгән һүрәт­тәре, космонавтың барокамералағы эш бүлмәһе һ.б. — барыһы ла үтә лә ҡыҙыҡлы һәм һоҡландырғыс! Беҙ ҙә ирем менән барокамера эсенә инеп, ундағы ҡатмарлы техникаға аптырап сыҡтыҡ. Иҫ киткес ҙур тиҙлектә әйләнгән был камерала Гагарин үҙен космоста кеүек итеп хис итергә, ҡатмарлы приборҙар менән эш итә белергә, күҙәтеп, ниҙәр күргәнен билдәләп барырға тейеш булған. Байтаҡ күренеште фотоға төшөрҙөк.
Беҙ музейҙа булған көндә унда сит ил ҡунаҡтары ла йөрөгән икән, тик музей хеҙмәткәре Валентина Григорьевна уларға барыһын да яҡшылап аңлатып еткерә алмаған — шуға үкенде. “Музей бит рустар өсөн генә түгел, бөтә Ер шары өсөн. Беҙгә инглиз, француз, немец, ҡытай, япон телдәрендә һөйләшә һәм тәржемә итә белгән кешеләр кәрәк, — тине ул, әсенеп. — Ә музейҙа эш хаҡы түбән, шуға йәштәр эшкә килмәй. Йәл!”
Уның һөйләүенсә, Юрий Гагаринға йыһанға юл еңел бирелмәгән, тик уның бала саҡтан маҡсатҡа ынтылышлы, көслө ихтыярлы, физик яҡтан ныҡ булыуы, шуға өҫтәп күп уҡыуы, ныҡышмалылығы үҙенекен иткән. Әйткәндәй, быны Ю. Гагарин менән бергә эшләгән, уны белгән ғалимдарҙың, коллегаларының, ғаилә дуҫтарының иҫтәлектәре лә раҫлай. Мәҫәлән, Рәсәй Фәндәр академияһының элекке президенты, академик М. Келдыш: “Юрий Гагарин һәр ваҡыт үҙенең хеҙмәт һөйөүсәнлеге, тырышлығы, ҡыйыулығы, алдына ҡуйған маҡсатына өлгәшә белеүе һәм белемгә ынтылышы менән айырылып торҙо, ул кешелек тарихында беренсе булып планета-ара бәйләнешкә юл һалды һәм был тәңгәлдә Рәсәй фәненә ҙур өлөш индерҙе”, — тигән.
“Юрий Гагарин йыһанды яулауҙа яңы эраны асты, уның был ҡаһарманлығы бер ҡасан да онотолмаясаҡ...” – быныһы элекке КПСС Үҙәк комитеты секретары А. Кириленконың һүҙҙәре.
Юрий Гагарин йондоҙҙарға юл һалыр алдынан һәр көн көсөргәнешле эшләгән, байтаҡ фәнде үҙләштергән, күп уҡыған, авиация техникаһын өйрәнеү һәм һынауға, үҙен физик яҡтан сыныҡтырыуға, төрлө ауыр күнекмәләр үтеүгә ҙур ваҡыт бүлгән.
Әлбиттә, Ю. Гагаринға тиклем дә 1957 — 1959 йылдарҙа йыһан караптарын Ледовских, Шаборин һәм Митков фамилиялы өс летчик һынап ҡараған булған, тик барыһы ла уңышһыҙлыҡҡа осраған. Улар хаҡында, өсөһө лә һәләк булғанға күрә, социализм осоронда халыҡҡа хәбәр итмәгәндәр. Тик дүртенсе космонавты – Юрий Гагаринды — осорор алдынан ғына һынауҙарға әҙерләү өсөн яңы отряд булдырырға һәм уларҙы бик яҡшы итеп әҙерләргә тигән бурыс ҡуйыла. Дүртенсе космонавт үҙенә тиклем уңышһыҙлыҡҡа осрағандарҙың хаталарын ҡабатламаҫҡа, айырыуса хәрби техниканы бик яҡшы үҙләштерергә тейеш була.
Ю. Гагарин йыһандан иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡас, ысын мәғәнәһендә “Ер йондоҙо”на әйләнә: уға ике көндән Советтар Союзы Геройы, СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы Указына ярашлы “СССР-ҙың летчик-космонавы” тигән маҡтаулы исемдәр бирелә, Ленин ордены менән дә бүләкләйҙәр. Дан һәм билдәлелек ҡар кеүек яуа: төрлө ҡалалар, илдәр осрашыуҙарға саҡыра, халыҡ алдында сығыш яһауын үтенәләр. Юрий Алексеевич Вьетнам, Һиндостан, Австрия, Чехословакия, Венгрия, Италия, Франция, Болгария, Финляндия, Бразилия, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Индонезия һәм башҡа илдәрҙә була, уларҙың иң юғары наградаларын ала.
Үҙ илендә лә космонавты күтәреп тиерлек йөрөтәләр: Калуга, Смоленск, Һарытау өлкәләренең, Севастополь, Винница, Сумгаит ҡалаларының почетлы гражданы итәләр. Уға бындай хөрмәтте Пловдив, София (Болгария), Афина (Греция), Сен-Дени (Франция), Фамагуста, Лимассол (Кипр), Тренчьяске-Теплице (Чехословакия) ҡалалары ла күрһәтә. Юрий Гагаринды Һиндостандың Лакнау ҡалаһы университетының физика факуль­те­тын­дағы йыһан тикшереү клубы ағзаһы итеп һайлайҙар, Мысырҙағы Ҡаһирә һәм Александрия ҡапҡаларының алтын асҡысын бүләк итәләр. Хатта Айҙағы “Хыял диңгеҙе” һәм “Циалковский” кратерҙары араһында урынлашҡан кратерға уның исеме бирелә. Юрий Гагарин Халыҡ-ара астронавтика академияһының почетлы ағзаһы итеп һайлана.
“Ю. Гагарин космосҡа осҡандан һуң да ярһып эшләгән, бер ваҡытта ла буш ваҡыты булмаған тиерлек, — тип һөйләй музей хеҙмәткәре. — Уның үҙенең тормошо ла балҡып һүнгән йондоҙға оҡшаш. Ләкин ҡыҫҡа ғына ғүмерендә герой бик күп эшләп өлгөрә: шул замандағы иң популяр “Красная звезда”, “Комсомольская правда”, ”Авиация и космонавтика” баҫмаларында байтаҡ фәнни мәҡәлә сығара, 1961 йылда “Космосҡа юл” тигән данлыҡлы китабын яҙа”.
Ләкин тәүге космонавтың төп эше – Космонавтар әҙерләү үҙәгендә: бында ул ошо үҙәк начальнигы урынбаҫары, космонавтар отряды командиры булып эшләй. Тәжрибәһен фәнни хеҙмәт итеп яҙа һәм уны яҡлап, Дәүләт имтихан комиссияһынан “Летчик-инженер-космонавт” тигән абруйлы исем ала.
Юрий Гагарин ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем йәмәғәт эштәре менән дә шөғөлләнә: СССР Юғары Советы депутаты була. Асыҡ сырайлы, аралашыу­сан, күркәм холоҡло, дуҫлыҡҡа тоғро, тырыш һәм яуаплы булғаны, бурысын хәрбиҙәрсә теүәл үтәгәне өсөн уны барыһы ла ихтирам итә.
Юрий Гагарин шаян кеше булған. Уға был сифаты ауырлыҡтар алдында баҙап ҡалмаҫҡа, төрлө сетерекле хәлдәрҙән имен сығырға ярҙам иткән. Бер ваҡыт Англия королеваһы төшкө ашҡа саҡырғас, ул тәрилкә тирәләй ҡуйылған бысаҡ-ҡалаҡтарға ҡарай ҙа: ”Ғәфү итегеҙ, мин – ябай ауыл малайы, ҡалаҡтан башҡа нәмә белмәйем, — ти. — Рөхсәт итһәгеҙ, үҙебеҙсә ашар инем”. Королева ла юғалып ҡалмай һәм йылмайып: ”Ошо һарайҙа тәрбиәләнһәм дә, уларҙы мин дә ҡуллана белмәйем”, — ти ҙә Гагаринға ҡушылып ҡалаҡ менән ашарға тотона.
“Әҙәм балаһы тыуған көнөндә яҡты донъянан китә, имеш” тигән ырым йәшәй. Дөрөҫтөрмө был, түгелме, 1934 йылдың 9 мартында тыуған Юрий Гагарин 1968 йылдың 27 мартында 34 йәшендә һәләк була. Ул тыуған яғында — Владимир өлкәһенең Киржач районына ҡараған Новоселово ауылы янында — УТИ Миг-15 самолетын һынағанда инструкторы Владимир Серегин менән бергә янып үлә. Һәләк булыр алдынан: “Мин янам, бәхил булығыҙ, иптәштәр!” — тип әйтеп өлгөрә Юрий Гагарин, тик был һүҙҙәр халыҡҡа илле йылдан һуң ғына барып етә...
Һәләкәткә ике аҙна ҡалғас, Юрий Гагарин көндәлегенә ошондай һүҙҙәр яҙған: ”Минең шул тиклем осҡом килә! Шунан башҡа йәшәй алмайым. Осоу — минең тормошом ул. Летчик һәр ваҡыт осорға тейеш!” Әйтерһең дә, космонавт мәңгелеккә китерен алдан белгән!
Шулай уҡ уның көндәлегендә “Кешенең төп көсө — уның рухи яҡтан ныҡ булыуында” тигән һүҙҙәр ҙә бар. Ә шулай ҙа Гагариндан ҡалған иң ҡанатлы һүҙҙәр ошолор: “Мин планетабыҙҙы юғарынан, “Восток” карабынан күҙәттем: ул шул тиклем матур! Эй, кешеләр, Ерҙәге ошо матурлыҡты күҙ ҡараһылай һаҡлағыҙ һәм емермәгеҙ!”
Һәләк булырынан алда Юрий Гагарин Айға осоу хыялы менән йәшәгән. Был турала ғаиләһенә лә һөйләгән. Дипломатик миссиялар менән өҙлөкһөҙ сит илдәргә йөрөү уның күп ваҡытын алған, шунлыҡтан космонавт физик формаһын да юғалтҡан. Ләкин Айға осоу хыялы уны элекке рәүешенә ҡайтарған — Гагарин өҙлөкһөҙ эҙләнгән, күп уҡыған һәм үҙ өҫтөндә эшләгән.
Тәүге космонавтың үлеме совет халҡы, Рәсәй фәне өсөн ҙур юғалтыу ине. 1968 йылдың 28 мартында илдә матәм көнө иғлан ителде. Быныһын инде мин дә яҡшы хәтерләйем: дүртенсе класта уҡый инем, ул көндө дәрестәр булманы, уҡытыусыбыҙ Ю. Гагарин менән В. Серегиндың урнаһын Кремль стенаһына ҡуясаҡтарын әйтте.
Юрий Гагарин үлгәндән һуң исемен мәңгеләштереү маҡсатында мәктәптәргә, караптарға, колхоз һәм совхоздарға, завод-фабрикаларға, юғары уҡыу йорттарына уның исемен бирә башланылар. Иң яҡшы китап, йыр, картина өсөн Юрий Гагарин исемендәге премиялар булдырылды. 1968-1969 йылдарҙа “Помните, каким он парнем был” тигән кинофильм, “Осрашыу” исемле документаль фильм сыҡты, космонавт тыуған Гжатск ҡалаһына, ул белем алған Либерцы политехник техникумына, Һарытау дәүләт профессиональ-педагогик колледжына (элекке индустриаль техникум), И.С. Полбин исемендәге Ырымбур юғары хәрби авиация училищеһына Ю. Гагарин исеме бирелде. Ырымбурҙағы йортон “Валентина һәм Юрий Гагариндарҙың йорт-музейы” итеп үҙгәрттеләр, Гжатскиҙа иҫ киткес матур һәйкәле тора. Тәүге космонавтың исемен шулай уҡ ”Байконур” космодромы, Хәрби-һауа академияһы, Звездный ҡалаһындағы Космонавтар әҙерләү үҙәге лә йөрәтә.
Кино һәм йыр сәнғәтендә лә исеме мәңгеләштерелде шәхестең: Советтар Союзы Геройы Юрий Гагарин хаҡында Николай Добронравов һүҙҙәренә композитор Сергей Гребенников “Созвездие Гагарина” һәм “Нежность” тигән йырҙар яҙҙы – беҙҙең быуынды ошондай йырҙар тәрбиәләне.
Мәҡәләмде Юрий Гагариндын яҡын дуҫы һәм хеҙмәттәше Андриян Николаевтың һүҙҙәре менән тамамлағым килә: “Юра тәжрибәле летчик, оҫта командир, ифрат һөйкөмлө кеше ине. Итәғәтле, ябай, һиҙгер күңелле, йыйнаҡ һәм көслө рухлы шәхес булды. Ошо сифаттары өсөн уны белгән барлыҡ кешеләр ҙә яратты һәм ихтирам итте”.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 700

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 829

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 774

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 482

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 104

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 802

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 047

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 179

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 779

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 828

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 619

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 874