Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Өфө буйы бәйләй тамырҙарҙы
Билән ауылында «Өфө йылғаһы буйы башҡорттары йыйыны» тип аталған III төбәк-ара фольклор байрамы булды. Быйылғы сарала ижади коллективтар ҙа, тамашасылар ҙа элеккеләренән күберәк ине.

Мәҙәни ҡомартҡыларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, милли спорт төрҙәрен киң танытыу, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, туризмды, төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү маҡсатта­рына нигеҙләнгән йыйын башында халҡыбыҙҙың рухи мираҫын һаҡлау мәсьәләләренә арнап «Башҡорттар: этник тарих һәм традицион мәҙәниәт» исемле фәнни-ғәмәли конференция үткәрелде. Унда фольклорсылар, тарихсылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, китапхана хеҙмәткәрҙәре, Башҡортос­тандың, Силәбе һәм Свердловск өлкәләренең йәмәғәт ойошмалары, ижади берекмәләре вәкилдәре ҡатнашты.
Артабан байрамды йылға ярында Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат райондары коллектив­та­рының сығыштары дауам итте. «Ҡатай тураһында легенда» тип аталған театрлаштырылған тамаша ошо ырыу башҡорттарының тарихи һәм нәҫел тамырҙары хаҡында бай мәғлүмәт бирҙе. Билән, Үтәш, Яңыбай, Урғалы ауыл биләмәләре тирмәләрендә, матди мәҙәниәткә, милли декоратив-биҙәү сәнғәте өлгөләренә, аш-һыуға, һунарға һәм урындағы башҡорттарҙың кейеменә арналған күргәҙмәләрҙә бик күп үҙенсәлекле әйберҙәрҙе осратырға мөмкин ине. Һәр тирмә байрам ойошторҙо, милли уйындарға саҡырҙы, йолаларҙы сағылдырҙы. Милли спорт төрҙәре буйынса ярыштар, балыҡсылар конкурсы, «Балыҡсы өҫтәле» һәм «Өпәй батыры» интер­актив майҙансыҡтары, оҫталыҡ дәрестәре лә күптәрҙе йәлеп итте.
Сарала ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Мәсхүт Миңле­ғәлин, Башҡортостан Башлығы ярҙам­сыһы Фәрит Ғәниев, Республика ха­лыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Байрас Ишбирҙин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Баш­ҡар­ма комитеты белгесе Айрат Искән­дәров һәм башҡалар тәбрикләне.
– Бөгөн халыҡтарҙың мәҙәни үҙен­сәлектәрен һаҡлап ҡалыу мәсьәләһе бик ҙур әһәмиәткә эйә. Фәнни-техник ҡаҙаныштар быуатында тарихи мираҫ менән бәйләнеш юғала бара. Тап әлеге һымаҡ йыйындар милли йола­ларға, ғөрөф-ғәҙәттәргә иғтибарҙы арттыра, уларҙы йәш быуынға еткерә, тамырҙарҙы барларға, тарихты ҡәҙерләргә өйрәтә, – тине Фәрит Ғәниев.
Мәсхүт Миңлеғәлин иһә байрамдың йыр-бейеү менән генә сикләнмәүе өсөн ҡыуанысын белдерҙе, уны, “төбәк-ара” тигән статусын рәсми яҡтан нығытып, Мәҙәниәт министр­лығының саралар планына индереү хаҡында хыялдары барлығын әйтте.






Автор: Ә. САФИН. Район: Балаҡатай районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә