Өфө буйы бәйләй тамырҙарҙы24.06.2016
Билән ауылында «Өфө йылғаһы буйы башҡорттары йыйыны» тип аталған III төбәк-ара фольклор байрамы булды. Быйылғы сарала ижади коллективтар ҙа, тамашасылар ҙа элеккеләренән күберәк ине.
Мәҙәни ҡомартҡыларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, милли спорт төрҙәрен киң танытыу, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, туризмды, төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү маҡсаттарына нигеҙләнгән йыйын башында халҡыбыҙҙың рухи мираҫын һаҡлау мәсьәләләренә арнап «Башҡорттар: этник тарих һәм традицион мәҙәниәт» исемле фәнни-ғәмәли конференция үткәрелде. Унда фольклорсылар, тарихсылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, китапхана хеҙмәткәрҙәре, Башҡортостандың, Силәбе һәм Свердловск өлкәләренең йәмәғәт ойошмалары, ижади берекмәләре вәкилдәре ҡатнашты.
Артабан байрамды йылға ярында Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат райондары коллективтарының сығыштары дауам итте. «Ҡатай тураһында легенда» тип аталған театрлаштырылған тамаша ошо ырыу башҡорттарының тарихи һәм нәҫел тамырҙары хаҡында бай мәғлүмәт бирҙе. Билән, Үтәш, Яңыбай, Урғалы ауыл биләмәләре тирмәләрендә, матди мәҙәниәткә, милли декоратив-биҙәү сәнғәте өлгөләренә, аш-һыуға, һунарға һәм урындағы башҡорттарҙың кейеменә арналған күргәҙмәләрҙә бик күп үҙенсәлекле әйберҙәрҙе осратырға мөмкин ине. Һәр тирмә байрам ойошторҙо, милли уйындарға саҡырҙы, йолаларҙы сағылдырҙы. Милли спорт төрҙәре буйынса ярыштар, балыҡсылар конкурсы, «Балыҡсы өҫтәле» һәм «Өпәй батыры» интерактив майҙансыҡтары, оҫталыҡ дәрестәре лә күптәрҙе йәлеп итте.
Сарала ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Мәсхүт Миңлеғәлин, Башҡортостан Башлығы ярҙамсыһы Фәрит Ғәниев, Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Байрас Ишбирҙин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты белгесе Айрат Искәндәров һәм башҡалар тәбрикләне.
– Бөгөн халыҡтарҙың мәҙәни үҙенсәлектәрен һаҡлап ҡалыу мәсьәләһе бик ҙур әһәмиәткә эйә. Фәнни-техник ҡаҙаныштар быуатында тарихи мираҫ менән бәйләнеш юғала бара. Тап әлеге һымаҡ йыйындар милли йолаларға, ғөрөф-ғәҙәттәргә иғтибарҙы арттыра, уларҙы йәш быуынға еткерә, тамырҙарҙы барларға, тарихты ҡәҙерләргә өйрәтә, – тине Фәрит Ғәниев.
Мәсхүт Миңлеғәлин иһә байрамдың йыр-бейеү менән генә сикләнмәүе өсөн ҡыуанысын белдерҙе, уны, “төбәк-ара” тигән статусын рәсми яҡтан нығытып, Мәҙәниәт министрлығының саралар планына индереү хаҡында хыялдары барлығын әйтте.