Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Биҙәнеү тәнгә генә файҙалымы?
Биҙәнеү  тәнгә генә файҙалымы? Косметика ҡулланаһығыҙмы? Юҡ, тип әйтә алмайһығыҙ. Көн дауамында ҡулға йә биткә крем, иннек йә лосьон булһа ла һөртөргә тура килә, сөнки бөгөнгө экологик шарттар шуны талап итә. Килешәм, бәғзеләрҙең тиреһе лә, сәсе лә, тотош ҡиәфәте лә бер ниндәй тәрбиә һорамай, үҙенән-үҙе матур, тигеҙ, килешле була. Әммә бындай осраҡта ла ҡатын-ҡыҙ үҙен даими ҡарап, тейешле хәстәрен күреп торорға тейеш, ти белгестәр. Баҡтиһәң, гүзәл затҡа биҙәнеү, ҡиәфәтте күркәмләндереү психологик яҡтан да ыңғай тәьҫир итә икән.
Үҙеңде ҡарау, тәрбиәләү кешегә иплелек, ҡәнәғәтлек тойғоһо бирә. Бәғзеләр өсөн был “эш” үтә ауыр, мәшәҡәтле күренһә лә, һәр ҡатын-ҡыҙға көндөң аҙ ғына өлөшөн булһа ла ҡиәфәтенә бүлергә кәңәш ителә. Кемдеңдер көҙгөһө алдында 100 косметик банка ултырһа, икенсе берәү бары өс-дүрт һауыт крем менән сикләнә. Булһын ти ике-өс банка, әммә мотлаҡ. Ни өсөн? Сөнки күркәмлеген, һаулығын һаҡлау, тәрбиәләү ҡатын-ҡыҙға үҙен хәстәрле ҡулдағы кеүек тойорға ярҙам итә. Әгәр гүзәл зат үҙенә битараф түгел икән, башҡаларҙың да ихлас мөнәсәбәтен күрәсәк.
Ҡыҙыҡ өсөн генә йөҙөнә, сәсенә, ҡулдарына, кәүҙәһенә ентекле иғтибар бүлгән, үҙен даими тәрбиәләп торған ҡатын-ҡыҙға ҡарағыҙ. Әлбиттә, бындай ханымдар хаҡында хәстәрлек күргән кеше мотлаҡ бар. Хәҙер инде косметика менән бөтөнләй дуҫ, таныш түгел, уның менән хатта ҡыҙыҡһынмаған ҡатын-ҡыҙға күҙ һалығыҙ. Тәрбиә күрмәгән, ҡарауһыҙ ҡиәфәт янында уның хаҡында хәстәрлекле кешене табыуы ла, ай-һай, ҡыйын.
Әгәр ҡатын-ҡыҙ иренең, ғаиләнең башҡа ағзаларының иғтибары етмәүен тойоп, бошона икән, уға ни бары үҙен тәрбиәләй башларға кәрәк. Әлеге лә баяғы, өс банканан булһа ла. Өсәү юҡ икән, береһе лә етеп торор. Әммә был ғәмәл көн һайын башҡарылырға тейеш. Гүзәл зат үҙен тейешле ҡарай башлаһа, уны хәстәрләгән, ярҙам итергә әҙер кеше лә янында булыр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә