Косметика ҡулланаһығыҙмы? Юҡ, тип әйтә алмайһығыҙ. Көн дауамында ҡулға йә биткә крем, иннек йә лосьон булһа ла һөртөргә тура килә, сөнки бөгөнгө экологик шарттар шуны талап итә. Килешәм, бәғзеләрҙең тиреһе лә, сәсе лә, тотош ҡиәфәте лә бер ниндәй тәрбиә һорамай, үҙенән-үҙе матур, тигеҙ, килешле була. Әммә бындай осраҡта ла ҡатын-ҡыҙ үҙен даими ҡарап, тейешле хәстәрен күреп торорға тейеш, ти белгестәр. Баҡтиһәң, гүзәл затҡа биҙәнеү, ҡиәфәтте күркәмләндереү психологик яҡтан да ыңғай тәьҫир итә икән.Үҙеңде ҡарау, тәрбиәләү кешегә иплелек, ҡәнәғәтлек тойғоһо бирә. Бәғзеләр өсөн был “эш” үтә ауыр, мәшәҡәтле күренһә лә, һәр ҡатын-ҡыҙға көндөң аҙ ғына өлөшөн булһа ла ҡиәфәтенә бүлергә кәңәш ителә. Кемдеңдер көҙгөһө алдында 100 косметик банка ултырһа, икенсе берәү бары өс-дүрт һауыт крем менән сикләнә. Булһын ти ике-өс банка, әммә мотлаҡ. Ни өсөн? Сөнки күркәмлеген, һаулығын һаҡлау, тәрбиәләү ҡатын-ҡыҙға үҙен хәстәрле ҡулдағы кеүек тойорға ярҙам итә. Әгәр гүзәл зат үҙенә битараф түгел икән, башҡаларҙың да ихлас мөнәсәбәтен күрәсәк.
Ҡыҙыҡ өсөн генә йөҙөнә, сәсенә, ҡулдарына, кәүҙәһенә ентекле иғтибар бүлгән, үҙен даими тәрбиәләп торған ҡатын-ҡыҙға ҡарағыҙ. Әлбиттә, бындай ханымдар хаҡында хәстәрлек күргән кеше мотлаҡ бар. Хәҙер инде косметика менән бөтөнләй дуҫ, таныш түгел, уның менән хатта ҡыҙыҡһынмаған ҡатын-ҡыҙға күҙ һалығыҙ. Тәрбиә күрмәгән, ҡарауһыҙ ҡиәфәт янында уның хаҡында хәстәрлекле кешене табыуы ла, ай-һай, ҡыйын.
Әгәр ҡатын-ҡыҙ иренең, ғаиләнең башҡа ағзаларының иғтибары етмәүен тойоп, бошона икән, уға ни бары үҙен тәрбиәләй башларға кәрәк. Әлеге лә баяғы, өс банканан булһа ла. Өсәү юҡ икән, береһе лә етеп торор. Әммә был ғәмәл көн һайын башҡарылырға тейеш. Гүзәл зат үҙен тейешле ҡарай башлаһа, уны хәстәрләгән, ярҙам итергә әҙер кеше лә янында булыр.