Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Төп эшен башҡарһын
“Берҙәм Рәсәй” партияһы тарафынан уҙғарылған “Мәғариф һәм фән – илдең киләсәге” исемле эксперттар форумында педагогтарға төрлө тикшереү органдары яғынан ауырлыҡ һалыуҙы кәметеү тураһында фекер алышынған.

Хөкүмәт башлығы Дмитрий Медведев белдергәнсә, уҡытыусыларҙы төп эшмәкәрлегенә ҡағылышы бул­маған артыҡ бурыстар менән маҙаһыҙларға ярамай. Әле мәктәп хеҙмәткәрҙәре төҙөгән отчеттарҙың 30 проценты ғына мәғариф ида­ралыҡтары органдарының йөкләмәһе буйынса башҡарыла. Ә ҡалғандарын сит ойошмалар талап итә. “Бындай отчеттарҙы сикләү йәһәтенән аныҡ ҡануниәт әҙерләргә кәрәк, – ти Премьер-министр. – Уҡытыусы үҙ эше менән шөғөлләнергә тейеш”.
Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министры Дмитрий Ливанов иһә юғары эш күрһәткестәренә эйә мәктәптәрҙе өс-дүрт йылға тикшереүҙәрҙән азат итеү тураһында тәҡдим индерә. “Бәләкәй предприятиелар шундай мөмкинлектән файҙалана бит, – ти ул. – Яҡшы эш һөҙөмтәһе күрһәткән мәктәпте лә өс-дүрт йылға тикшереүҙән азат итеп булмаймы?”

Бюджет
урындары күпме?


“Дөйөм алғанда, Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттарында быйыл бюджет урындары 507 мең буласаҡ. Белем алыу мөмкинлеге кәмемәй”, – тип белдерә Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министры Дмитрий Ливанов.

Бюджет урындарын ил төбәктәренә бүлеү ундағы иҡтисадҡа, социаль хәлгә, шулай уҡ заявкаларға ярашлы башҡарыла. Мәҫәлән, быйылдан башлап 2020 йылға тиклем мәғлүмәт технологиялары, авиация һәм ракета-йыһан техникаһы, карап эшләү белгестәренә ихтыяж айырыуса ҙур буласаҡ тип күҙаллана.
Министрҙың белдереүенсә, быйыл илдә студенттарҙың 44 процентын – буласаҡ инженерҙар, 12-һен педагогтар биләйәсәк. Тап ошо йүнәлештә белем алған йәштәр эшкә урынлашыуҙа ауырлыҡ кисермәйәсәк.

Ата-әсә
түләргә әҙер


1 июндән илдә “Киләсәккә лифт” тигән программа старт алды. Уға ярашлы йәштәрҙең инженерлыҡ өлкәһендәге фәнни-техник ижад түңәрәктәре эшмәкәрлеген яҡшыртыуға йүнәлтелгән иң шәп 40 проект 400 – 600 мең һумлыҡ грантҡа эйә буласаҡ.

Бында инфраструктураны яңыртыу, белем биреү программаларын заманлаштырыу күҙ уңында тотолорға тейеш. Маҡсат көнүҙәк мәсьәләгә ҡайтып ҡала: йәштәрҙә инженерлыҡ өлкәһендә проектлау ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу, уларға һөнәрҙе дөрөҫ һайлауҙа булышлыҡ итеү.
Конкурста илдең 20 субъектынан ҡатнашыуҙары көтөлә. Ярышҡа фәнни-техник ижадты, уҡыусыларҙың заманса эшмәкәрлеген үҫтереү менән шөғөлләнгән дәүләт һәм муниципаль учреждениелар, коммерция нигеҙендә эшләгән ойошмалар саҡырыла. Федерация Советындағы Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова белдереүенсә, әлеге йүнәлешкә ҙур иғтибар бүленергә тейеш. “Түңәрәк аныҡ һөҙөмтә бирә икән, ата-әсә балаһының шөғөлөн финансларға әҙер, – ти Лилиә Ғүмә­рова. – Дәүләт өҫтәмә белем биреү тармағын әүҙем үҫтерергә бурыслы”.
Педагогик йәмғиәт вәкилдәре фекеренсә, балалар араһында фәнни-техник ижад эшен киң йәйелдереү илдең инженерҙар элитаһын булдырыуға юл асасаҡ.

Йән сәләмәтлеге өсөн

Башҡорт дәүләт медицина университетында психотерапевтар әҙерләү маҡсатында яңы кафедра асылды.

Уҡыу йортоноң ректоры, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Валентин Павлов билдәләүенсә, заман йәмғиәте өсөн психик сәләмәтлек мәсьәләһе көнүҙәктә тора. Күңел көсөргәнеше, урбанизация, виртуаль донъяға инеп китеү – быларҙың барыһы ла һаулыҡ өсөн бихисап проб­лема тыуҙыра.
“Башҡортостан Башлығының тәҡ­ди­ме менән беҙҙә Рәсәй психо­терапевтарының конгресы үткәйне, – ти ректор. – Һөҙөмтәлә университетта әлеге кафедраны асырға ҡарар ителде. Ул ошо өлкәлә практик мәктәпкә әүереләсәк. Республиканың барлыҡ табиптары заманса белем алып, ғилемен уңышлы ғәмәлгә ашырыр, ә уҡыу йорто психиатрия, психотерапия, клиник психология өлкәләрендә фәнни ҡеүәтен үҫтереү мөмкинлеген алыр тип ышанабыҙ”.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә