Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Батырлыҡ сәс донъяға, матурлыҡ ур!
Батырлыҡ сәс донъяға, матурлыҡ ур! Йүрүҙән буйындағы һабантуй майҙаны халыҡ менән шығырым тулы. Тирмәләр ҡаласығы, уйын-ярыш майҙансыҡтары, сауҙа рәттәре... Уртала – ҙур сәхнә. Салауат йыйынына тупланған халыҡ.

Байрам хеҙмәт алдынғыларын бүләкләүҙән башланды. Унан сәхнәгә райондың танылған бейеү һәм йыр ансамблдәре күтәрелде. Концертты балалар ижады йортоноң “Салауат ҡыҙҙары” барабансылары дәртле көй менән башлап, тотош йыйынға дарман өҫтәп ебәрҙе.
Ә майҙанда спорт ярыштары башланды. Бәйгеселәр араһында күрше райондарҙан, Өфөнән килгәндәр ҙә бар. Бағанаға үрмәләп менеү, гер күтәреү, йүгереү, һикереү, армрестлинг... Бына йыйындың төп биҙәге булған сабыш башланды. Стартҡа тәүҙә cпорт аттары баҫһа, артабан ауыл хужалығында ҡулла­нылғандары бәйге тотто. Икенсеһендә өлкәндәр менән бер рәттән туғыҙ йәшлек Батыр Камалетдиновтың йән фарман ярышыуын һоҡланып күҙәтте халыҡ. Әлкә малайы финиш һыҙығын беренсе булып үтте! Һуңынан иһә бригадирҙар майҙан тотто.
Батырлыҡ сәс донъяға, матурлыҡ ур!Ат сабышы барған арала сәхнәлә башҡорт милли кейемдәренән дефиле ҡуйылды. Өлкәндәр ҡиәфәт-торошо менән боронғолоҡто сағылдырһа, йәштәр заманса костюмдарға өҫтөнлөк биргәйне. Сарала ҡатнашыусылар, артабан “Мин башҡортса кейенәм” тигән флешмоб үткәреп, халыҡты үҙҙәренә ҡушылырға саҡырҙы.
Ул арала “Берҙәм Рәсәйҙең Йәш гвардияһы” ойошмаһының урындағы бүлексәһе етәкселәре воркаут буйынса асыҡ турнир ойоштороп ебәрҙе. Силәбе, Омск өлкәләренән, Ханты-Манси автономиялы округынан, Өфө ҡалаһынан килгән спортсылар ҡул менән ерҙән ҡалҡынып, турникта күтәрелеп көс һынашты. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: бында ҡыҙҙар ҙа ихлас ҡатнашты.
Ә милли көрәштә кем еңеү яулап, тәкәне яурынына һалыр һуң? Ғәҙәттәгесә, күптәрҙе айырыуса ошо һорау ҡыҙыҡһындырҙы. Шуға ла келәм батырҙарының майҙанға сығыр мәлен һәр кем түҙемһеҙләнеп көтөп алды, ярыш барышын күҙ яҙлыҡтырмай күҙәтте. Көрәштә быйыл да райондың Сыбаркүл ауылы егете – бил бирмәҫ Наил Мөхәмәтйәнов – абсолют чемпион исемен яуланы.
...Спорт майҙансыҡтары ҡайнай, ҡояш та йәлләмәй ҡыҙҙыра... Ә сәхнә аша күңелдәрҙе йыр-моң йылыта. Бында “Салауатты данлап” тигән эстрада конкурсында йәш таланттар ярыша. Балаларҙың моңло тауышы, сәхнәлә өйөрөлә-өйөрөлә бейеүе йыйындың киләсәктә лә дауам итерен, тамырҙары ныҡлы булыуын һөйләй кеүек. Эйе, шағир Рәшит Назаровтың һүҙҙәренсә, “Батырлыҡ сәс был донъяға, матурлыҡ ур” тигән тәрбиә бирелә йәш быуыныбыҙға.


Автор: Лиана ВӘЛИУЛЛИНА. Район: Салауат районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә