Йүрүҙән буйындағы һабантуй майҙаны халыҡ менән шығырым тулы. Тирмәләр ҡаласығы, уйын-ярыш майҙансыҡтары, сауҙа рәттәре... Уртала – ҙур сәхнә. Салауат йыйынына тупланған халыҡ. Байрам хеҙмәт алдынғыларын бүләкләүҙән башланды. Унан сәхнәгә райондың танылған бейеү һәм йыр ансамблдәре күтәрелде. Концертты балалар ижады йортоноң “Салауат ҡыҙҙары” барабансылары дәртле көй менән башлап, тотош йыйынға дарман өҫтәп ебәрҙе.
Ә майҙанда спорт ярыштары башланды. Бәйгеселәр араһында күрше райондарҙан, Өфөнән килгәндәр ҙә бар. Бағанаға үрмәләп менеү, гер күтәреү, йүгереү, һикереү, армрестлинг... Бына йыйындың төп биҙәге булған сабыш башланды. Стартҡа тәүҙә cпорт аттары баҫһа, артабан ауыл хужалығында ҡулланылғандары бәйге тотто. Икенсеһендә өлкәндәр менән бер рәттән туғыҙ йәшлек Батыр Камалетдиновтың йән фарман ярышыуын һоҡланып күҙәтте халыҡ. Әлкә малайы финиш һыҙығын беренсе булып үтте! Һуңынан иһә бригадирҙар майҙан тотто.
Ат сабышы барған арала сәхнәлә башҡорт милли кейемдәренән дефиле ҡуйылды. Өлкәндәр ҡиәфәт-торошо менән боронғолоҡто сағылдырһа, йәштәр заманса костюмдарға өҫтөнлөк биргәйне. Сарала ҡатнашыусылар, артабан “Мин башҡортса кейенәм” тигән флешмоб үткәреп, халыҡты үҙҙәренә ҡушылырға саҡырҙы.
Ул арала “Берҙәм Рәсәйҙең Йәш гвардияһы” ойошмаһының урындағы бүлексәһе етәкселәре воркаут буйынса асыҡ турнир ойоштороп ебәрҙе. Силәбе, Омск өлкәләренән, Ханты-Манси автономиялы округынан, Өфө ҡалаһынан килгән спортсылар ҡул менән ерҙән ҡалҡынып, турникта күтәрелеп көс һынашты. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: бында ҡыҙҙар ҙа ихлас ҡатнашты.
Ә милли көрәштә кем еңеү яулап, тәкәне яурынына һалыр һуң? Ғәҙәттәгесә, күптәрҙе айырыуса ошо һорау ҡыҙыҡһындырҙы. Шуға ла келәм батырҙарының майҙанға сығыр мәлен һәр кем түҙемһеҙләнеп көтөп алды, ярыш барышын күҙ яҙлыҡтырмай күҙәтте. Көрәштә быйыл да райондың Сыбаркүл ауылы егете – бил бирмәҫ Наил Мөхәмәтйәнов – абсолют чемпион исемен яуланы.
...Спорт майҙансыҡтары ҡайнай, ҡояш та йәлләмәй ҡыҙҙыра... Ә сәхнә аша күңелдәрҙе йыр-моң йылыта. Бында “Салауатты данлап” тигән эстрада конкурсында йәш таланттар ярыша. Балаларҙың моңло тауышы, сәхнәлә өйөрөлә-өйөрөлә бейеүе йыйындың киләсәктә лә дауам итерен, тамырҙары ныҡлы булыуын һөйләй кеүек. Эйе, шағир Рәшит Назаровтың һүҙҙәренсә, “Батырлыҡ сәс был донъяға, матурлыҡ ур” тигән тәрбиә бирелә йәш быуыныбыҙға.