Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Төрки халыҡтар араһында тиң булып...
Төрки халыҡтар араһында  тиң булып... Алтай Республикаһының Таулы Алтай дәүләт университетында уҙғарылған Төрки телдәре һәм әҙәбиәте буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһы бына инде ун йыл рәттән талантлы, үҙ-үҙенә талапсан төрки студенттарын белем һынауына йыя. Был сара күптән инде ил кимәлендәге ҙур мәҙәни, милли тантанаға әүерелде. Һәр делегация үҙ халҡынан сәләм алып килә, мәҙәниәте, йыр-моңо, бейеүҙәре, милли мираҫы менән таныштыра.


М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты студенттары һигеҙ йыл рәттән был сарала әүҙем ҡатнаша. Беҙҙең факультет командаһы үҙенең күрһәткестәре менән күптән инде ойоштороусылар, жюри һәм башҡа командалар араһында ихтирам яуланы. Олимпиада тарихына килгәндә, 2011 йылда Булат Зиннуров шәхси беренселектә – III урын, 2012 йылда Гөлнара Яҡупова – I урын, 2013-2014 йылдарҙа командабыҙ I урынды алып ҡайтты. Былтыр команда өс кешенән генә тороуына ҡарамаҫтан, III урынға лайыҡ булды.
Быйыл да университетыбыҙ был саранан ситтә ҡалманы. Республикабыҙ намыҫын яҡлап, башҡорт филология факультетының алты студенты һәм етәксебеҙ – филология фәндәре докторы, профессор Гөлнур Харун ҡыҙы Бохарова менән юлға сыҡтыҡ. Команда составындағы V курс студенттары, уҡыу алдынғылары Ил­зидә Нәҙершина, Фаягөл Исхаҡова, II курстан Ислам Төхвәтуллин, Ильяс Сағынбәк, III курстан Айбулат Сәсәнбаев, IV курстан Лилиә Сәйфет­динова факультетыбыҙҙың һәм университетыбыҙҙың бөтә сараларында әүҙем ҡатнаша, фән менән шөғөлләнә.
Ошо составта командабыҙ бик яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәш­те. Боронғо төрки тексты рун алфавиты менән яҙыуҙа беҙҙең команданың һөҙөмтәләре иң юғары тип табылды. Ильяс Сағынбек, Айбулат Сәсәнбаев, Лилиә Сәйфетдинова “Рун алфавитын яҡшы белгәне өсөн” номинацияһында грамотаға лайыҡ булды. Шәхси берен­селектә иһә Илзидә Нәҙершина – II урынды, Фаягөл Исхаҡова I урынды яуланы. Улар Рәсәй Мәғариф һәм фән министр­лығының иң юғары награда­һына – Почет грамотаһына һәм аҡсалата премияға лайыҡ булды. Был беҙҙең өсөн сикһеҙ ҡыуаныс. Әлбиттә, еңеү команданың да көслө булыуын, бөтә номинацияларҙа ла урын алыуын һәм ҙур балл йыйыуын аңлата. Әммә шуныһы бер ни тиклем үкенесле булды – олимпиаданың шарты буйынса ул команда беренселегенән төшөрөп ҡалдырылды.
Олимпиада менән бер рәттән Фәнни эштәр конкурсы уҙға­рыл­ды. Бында Лилиә Сәйфет­динова һәм Ильяс Сағынбәк I дәрәжә дипломдарға лайыҡ булды.
Беҙ ошо олимпиада сиктә­рендә Таулы Алтай дәүләт университетында стажировка ла үттек. Алтаистика һәм төркиәт факультеты уҡытыу­сыларының фәһемле, ҡыҙыҡлы лекцияларын тыңланыҡ.
Олимпиада көндәрендә Алтай мәҙәниәте фестивале лә үтте. Был сараға бик күп ижади коллективтар, билдәле шәхес­тәр, Таулы Алтай дәүләт универ­ситеты студенттары йыйылып, Алтай халҡының милли йолаларын, йырҙарын, бейеү­ҙә­рен күрһәтте. Беҙ ҙә был саранан ситтә ҡалманыҡ. “Баш­ҡорт­остан сәләме” програм­маһы менән барыһын да шаҡ ҡатырҙыҡ. Башҡорт бауыр­һағын да бик яратып тәмлә­неләр. Айбулат Сәсәнбаев ҡу­рай моңо менән таң ҡалдырҙы. Командабыҙ менән иһә “Дәртле йәшлек” бейеүен башҡарҙыҡ.
Беҙ олимпиаданан төрки халыҡтары араһында халҡы­быҙҙың, уҡыу йорто­боҙҙоң, башҡорт филологияһы фәне­нең абруйын тағы ла күтәреп ҡайттыҡ. Бында йыл буйы беҙҙе һынауҙарға әҙерләгән факультет уҡытыусыларының да эше әһәмиәтле. Ректорыбыҙ Раил Мирвай улы Әсәҙуллинға, деканыбыҙ Луиза Хәмзә ҡыҙы Сәмситоваға, уҡытыусы­лары­быҙға, етәксебеҙ Гөлнур Харун ҡыҙы Бохароваға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филология факультеты коман­даһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә