Алтай Республикаһының Таулы Алтай дәүләт университетында уҙғарылған Төрки телдәре һәм әҙәбиәте буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһы бына инде ун йыл рәттән талантлы, үҙ-үҙенә талапсан төрки студенттарын белем һынауына йыя. Был сара күптән инде ил кимәлендәге ҙур мәҙәни, милли тантанаға әүерелде. Һәр делегация үҙ халҡынан сәләм алып килә, мәҙәниәте, йыр-моңо, бейеүҙәре, милли мираҫы менән таныштыра. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты студенттары һигеҙ йыл рәттән был сарала әүҙем ҡатнаша. Беҙҙең факультет командаһы үҙенең күрһәткестәре менән күптән инде ойоштороусылар, жюри һәм башҡа командалар араһында ихтирам яуланы. Олимпиада тарихына килгәндә, 2011 йылда Булат Зиннуров шәхси беренселектә – III урын, 2012 йылда Гөлнара Яҡупова – I урын, 2013-2014 йылдарҙа командабыҙ I урынды алып ҡайтты. Былтыр команда өс кешенән генә тороуына ҡарамаҫтан, III урынға лайыҡ булды.
Быйыл да университетыбыҙ был саранан ситтә ҡалманы. Республикабыҙ намыҫын яҡлап, башҡорт филология факультетының алты студенты һәм етәксебеҙ – филология фәндәре докторы, профессор Гөлнур Харун ҡыҙы Бохарова менән юлға сыҡтыҡ. Команда составындағы V курс студенттары, уҡыу алдынғылары Илзидә Нәҙершина, Фаягөл Исхаҡова, II курстан Ислам Төхвәтуллин, Ильяс Сағынбәк, III курстан Айбулат Сәсәнбаев, IV курстан Лилиә Сәйфетдинова факультетыбыҙҙың һәм университетыбыҙҙың бөтә сараларында әүҙем ҡатнаша, фән менән шөғөлләнә.
Ошо составта командабыҙ бик яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште. Боронғо төрки тексты рун алфавиты менән яҙыуҙа беҙҙең команданың һөҙөмтәләре иң юғары тип табылды. Ильяс Сағынбек, Айбулат Сәсәнбаев, Лилиә Сәйфетдинова “Рун алфавитын яҡшы белгәне өсөн” номинацияһында грамотаға лайыҡ булды. Шәхси беренселектә иһә Илзидә Нәҙершина – II урынды, Фаягөл Исхаҡова I урынды яуланы. Улар Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының иң юғары наградаһына – Почет грамотаһына һәм аҡсалата премияға лайыҡ булды. Был беҙҙең өсөн сикһеҙ ҡыуаныс. Әлбиттә, еңеү команданың да көслө булыуын, бөтә номинацияларҙа ла урын алыуын һәм ҙур балл йыйыуын аңлата. Әммә шуныһы бер ни тиклем үкенесле булды – олимпиаданың шарты буйынса ул команда беренселегенән төшөрөп ҡалдырылды.
Олимпиада менән бер рәттән Фәнни эштәр конкурсы уҙғарылды. Бында Лилиә Сәйфетдинова һәм Ильяс Сағынбәк I дәрәжә дипломдарға лайыҡ булды.
Беҙ ошо олимпиада сиктәрендә Таулы Алтай дәүләт университетында стажировка ла үттек. Алтаистика һәм төркиәт факультеты уҡытыусыларының фәһемле, ҡыҙыҡлы лекцияларын тыңланыҡ.
Олимпиада көндәрендә Алтай мәҙәниәте фестивале лә үтте. Был сараға бик күп ижади коллективтар, билдәле шәхестәр, Таулы Алтай дәүләт университеты студенттары йыйылып, Алтай халҡының милли йолаларын, йырҙарын, бейеүҙәрен күрһәтте. Беҙ ҙә был саранан ситтә ҡалманыҡ. “Башҡортостан сәләме” программаһы менән барыһын да шаҡ ҡатырҙыҡ. Башҡорт бауырһағын да бик яратып тәмләнеләр. Айбулат Сәсәнбаев ҡурай моңо менән таң ҡалдырҙы. Командабыҙ менән иһә “Дәртле йәшлек” бейеүен башҡарҙыҡ.
Беҙ олимпиаданан төрки халыҡтары араһында халҡыбыҙҙың, уҡыу йортобоҙҙоң, башҡорт филологияһы фәненең абруйын тағы ла күтәреп ҡайттыҡ. Бында йыл буйы беҙҙе һынауҙарға әҙерләгән факультет уҡытыусыларының да эше әһәмиәтле. Ректорыбыҙ Раил Мирвай улы Әсәҙуллинға, деканыбыҙ Луиза Хәмзә ҡыҙы Сәмситоваға, уҡытыусыларыбыҙға, етәксебеҙ Гөлнур Харун ҡыҙы Бохароваға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филология факультеты командаһы.