Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ике байрам бер юлы
Ике байрам бер юлы Уҡыуҙағы уңыштары, йәмәғәт тормошондағы матур эштәре менән дан алған белем усағы ҡунаҡтарҙы хайран ҡалдырҙы. Башҡорт халҡының батыр улда­рының береһе Муса Мортазинға барельеф асылды бында. Авторы – оҫта Ишморат Дәүләтбаев.
Көньяҡ Урал өсөн юғары белемле белгестәр әҙерләүҙә тос уңыштарға өлгәшкән Сибай институты илһөйәрлек һәм ватан­сылыҡ тойғоларын тәрбиә­ләүсе, милли рух уятыусы, халҡыбыҙҙың тарихына, уның йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә тоғро ҡалыусы булараҡ, ата-бабалар аманатын бар тулылығында яңы быуынға тапшыра килә. Йәштәр бар ерҙә һөйөү бөрөләнеүен, мөхәббәт бар ерҙә ғаиләләр тыуыуын иҫәпкә алып, институт етәкселеге буласаҡ парҙар өсөн “Бәхет ағасы” ком­позицияһын төҙөгән. Тәүгеләрҙән булып күптән түгел сәстәрен сәскә бәйләгән Әлиә менән Вәсил Ишдәүләтовтар ағасҡа үҙ мөхәб­бәттәренең ныҡлығын, берҙәм­леген иҫбатлаған йоҙаҡ элде. Изге теләктәр әйткән, матур уйҙар уйлап, мәңгегә бергә булырға һүҙ ҡуйышҡан күп йәштәрҙең тере шаһитына әүерелеп, был “Бәхет ағасы” оҙаҡ йылдар ултырыр. Ә уның янында яңы барлыҡҡа килгән “Сығарылыш” аллеяһындағы бәләкәй шыршылар дәү ағастарға әүерелер.
Ике байрам бер юлыАртабан байрамдың төп өлөшө башланды. Ниндәй һабантуй аттар­һыҙ үтһен инде?! Һыбайлы сая башҡорт ҡыҙҙарының матур сығышынан һуң Сибай инсти­туты­ның “Йыл студенты” тип билдә­ләнгән йәштәре һабантуйҙың флагын күтәрҙе. Йыр-моң, төрлө ҡотлау һүҙҙәре менән үрелеп барған байрам тантанаһы бер тынала үтеп тә китте. Төрлө номина­цияларҙа бүләк алыусы­ларҙың да, абруйлы ҡунаҡтарҙың да ҡотлау һүҙҙәре яңғыраны.
Ун икенсе тапҡыр уҙғарылған һабан­туйҙа тирмәләр ярышы ла, баш­ҡорт халҡының тормош-көнкүрешен сағыл­дырған әйберҙәр ҙә, ҡул оҫталарының күргәҙмәһе лә, мәргәндәр бәйгеһе лә, зирәклекте һәм тапҡырлыҡты билдә­ләгән шашка ярыштары ла, милли көрәш тә, волейбол, футбол буйынса дуҫтарса осрашыуҙар ҙа – барыһы ла булды байрамда. Хатта кескәйҙәр өсөн дә ярыштар ойошторолдо.
Уҡыу йортоноң күрше төбәктәр менән төҙөлгән килешеүҙәренә ярашлы, быйыл тәүге тапҡыр Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районы хакимиәте Сибай институтында белем алған Светлана Горбу­новаға Грант тапшырҙы.





Румил АҘНАБАЕВ, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты:
– Бынан сирек быуат элек асылған Сибай институты үҙенең кәрәклеген бихисап уңыштары менән иҫбатланы һәм әле лә был уҡыу йортоноң мөһимлегенә инандыҡ. Ул артабан да йәшәргә, эшләргә һәм студенттарҙы ҡабул итергә тейеш. Юбилейың менән, Сибай институты!

Григорий БУГРЯКОВ, Силәбе өлкәһендәге Ҡыҙыл районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары:
– Һабантуй ифрат оҡшаны, хатта ҡайһы бер һабан байрамдары Сибай институтыныҡынан күпкә ҡайтышыраҡ булалыр. Беҙҙең төбәктән барлығы 40 студент белем ала бында. Уларҙы дәртләндереү маҡсатында район хакимиәте Грант булдырҙы һәм уны йыл һайын имтихандар башланыр алдынан, йәғни һабантуйҙа тапшырырға булдыҡ.

Салауат УСМАНОВ, Башҡорт дәүләт универси­тетының Бөрө филиалы директоры:
– Сибай институтында алған тәьҫораттарҙы һүҙ менән генә аңлатып бөтөп булмаҫлыҡ! Аҡ көнләшеү тойғоһо менән сибайҙарға һоҡланам. Илдә барған көрсөктәр ҙә, бер туҡтауһыҙ үткән мониторингтар ҙа көслө коллектив өсөн бер ни түгел. Белем усағының ысын хужаһы Зиннур Йәрмөхәмәтовтан өйрәнә­һеләр бик күп. Сибай институтына артабан да күп тапҡыр үҙенең юбилейҙарын үткәрергә яҙһын!


Автор: Кәримә УСМАНОВА. Район: Сибай ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә