Уҡыуҙағы уңыштары, йәмәғәт тормошондағы матур эштәре менән дан алған белем усағы ҡунаҡтарҙы хайран ҡалдырҙы. Башҡорт халҡының батыр улдарының береһе Муса Мортазинға барельеф асылды бында. Авторы – оҫта Ишморат Дәүләтбаев.
Көньяҡ Урал өсөн юғары белемле белгестәр әҙерләүҙә тос уңыштарға өлгәшкән Сибай институты илһөйәрлек һәм ватансылыҡ тойғоларын тәрбиәләүсе, милли рух уятыусы, халҡыбыҙҙың тарихына, уның йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә тоғро ҡалыусы булараҡ, ата-бабалар аманатын бар тулылығында яңы быуынға тапшыра килә. Йәштәр бар ерҙә һөйөү бөрөләнеүен, мөхәббәт бар ерҙә ғаиләләр тыуыуын иҫәпкә алып, институт етәкселеге буласаҡ парҙар өсөн “Бәхет ағасы” композицияһын төҙөгән. Тәүгеләрҙән булып күптән түгел сәстәрен сәскә бәйләгән Әлиә менән Вәсил Ишдәүләтовтар ағасҡа үҙ мөхәббәттәренең ныҡлығын, берҙәмлеген иҫбатлаған йоҙаҡ элде. Изге теләктәр әйткән, матур уйҙар уйлап, мәңгегә бергә булырға һүҙ ҡуйышҡан күп йәштәрҙең тере шаһитына әүерелеп, был “Бәхет ағасы” оҙаҡ йылдар ултырыр. Ә уның янында яңы барлыҡҡа килгән “Сығарылыш” аллеяһындағы бәләкәй шыршылар дәү ағастарға әүерелер.
Артабан байрамдың төп өлөшө башланды. Ниндәй һабантуй аттарһыҙ үтһен инде?! Һыбайлы сая башҡорт ҡыҙҙарының матур сығышынан һуң Сибай институтының “Йыл студенты” тип билдәләнгән йәштәре һабантуйҙың флагын күтәрҙе. Йыр-моң, төрлө ҡотлау һүҙҙәре менән үрелеп барған байрам тантанаһы бер тынала үтеп тә китте. Төрлө номинацияларҙа бүләк алыусыларҙың да, абруйлы ҡунаҡтарҙың да ҡотлау һүҙҙәре яңғыраны.
Ун икенсе тапҡыр уҙғарылған һабантуйҙа тирмәләр ярышы ла, башҡорт халҡының тормош-көнкүрешен сағылдырған әйберҙәр ҙә, ҡул оҫталарының күргәҙмәһе лә, мәргәндәр бәйгеһе лә, зирәклекте һәм тапҡырлыҡты билдәләгән шашка ярыштары ла, милли көрәш тә, волейбол, футбол буйынса дуҫтарса осрашыуҙар ҙа – барыһы ла булды байрамда. Хатта кескәйҙәр өсөн дә ярыштар ойошторолдо.
Уҡыу йортоноң күрше төбәктәр менән төҙөлгән килешеүҙәренә ярашлы, быйыл тәүге тапҡыр Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районы хакимиәте Сибай институтында белем алған Светлана Горбуноваға Грант тапшырҙы.
Румил АҘНАБАЕВ, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты:– Бынан сирек быуат элек асылған Сибай институты үҙенең кәрәклеген бихисап уңыштары менән иҫбатланы һәм әле лә был уҡыу йортоноң мөһимлегенә инандыҡ. Ул артабан да йәшәргә, эшләргә һәм студенттарҙы ҡабул итергә тейеш. Юбилейың менән, Сибай институты!
Григорий БУГРЯКОВ, Силәбе өлкәһендәге Ҡыҙыл районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары:– Һабантуй ифрат оҡшаны, хатта ҡайһы бер һабан байрамдары Сибай институтыныҡынан күпкә ҡайтышыраҡ булалыр. Беҙҙең төбәктән барлығы 40 студент белем ала бында. Уларҙы дәртләндереү маҡсатында район хакимиәте Грант булдырҙы һәм уны йыл һайын имтихандар башланыр алдынан, йәғни һабантуйҙа тапшырырға булдыҡ.
Салауат УСМАНОВ, Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы директоры:– Сибай институтында алған тәьҫораттарҙы һүҙ менән генә аңлатып бөтөп булмаҫлыҡ! Аҡ көнләшеү тойғоһо менән сибайҙарға һоҡланам. Илдә барған көрсөктәр ҙә, бер туҡтауһыҙ үткән мониторингтар ҙа көслө коллектив өсөн бер ни түгел. Белем усағының ысын хужаһы Зиннур Йәрмөхәмәтовтан өйрәнәһеләр бик күп. Сибай институтына артабан да күп тапҡыр үҙенең юбилейҙарын үткәрергә яҙһын!