Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Мәскәү 2 миллиардты өҫтәп бирә...
Республикабыҙ парламентының киләһе ултырышында ике доклад тыңланасаҡ, ике тиҫтәгә яҡын закон проекты ҡараласаҡ һәм Дәүләт Думаһы депутаттары иғтибарына федераль ҡануниәткә өҫтәмәләр тәҡдим ителәсәк. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумының сираттағы ултырышы шулай ҡарар итте.

Көн тәртибе проектындағы беренсе мәсьәлә – Башҡортостан Республика­һының Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе вазифаһына кандидат тәҡдим итеү. Был йәһәттән әле Башҡортостан буйынса ведомство-ара Йәмәғәт хәүефһеҙлеге советы Секретары булып эшләгән Рәмил Исҡужинға өмөт бағлана.
Артабан депутаттар ауыл хужалы­ғын үҫтереүгә һәм республикабыҙҙа бала хоҡуҡтарының күҙәтелеүенә арналған докладтар тыңларға йыйына. Республика Башлығы ҡарама­ғындағы Дәүләт-конфессиональ мөнәсәбәттәр советы рәйесе Вячеслав Пятковтың выждан азатлығы тураһындағы сығышы ла яңғыраясаҡ.
Күп һанлы закон проекттары араһында “Башҡортостан Респуб­лика­һында туристик эшмәкәрлек тураһында”ғы Законға үҙгәрештәр индереү хаҡындағыһы мөһим урындарҙың береһен биләйҙер, моғайын, сөнки был тармаҡты үҫтереү буйынса бер нисә йыл рәттән эҙмә-эҙлекле саралар тормошҡа ашырыла. Ә был проект ҡунаҡханалар, тау саңғыһы трассалары, пляж кеүек объекттарҙы ойоштороусыларҙың эшенә рөхсәт биреүҙе, туристарға аҙашмаҫҡа йүнәлеш табыу сис­темаһын булдырыуҙы республиканың дәүләт власы органдарына тапшы­рыуҙы күҙ уңында тота. Үҙгәрештәр туристарҙың хоҡуҡтарын киңәйтергә һәм ял өсөн кәрәк-яраҡты ҡануни нигеҙгә таянып эшләүсе ышаныслы ойошмаларҙан ғына алырға мөмкин­лек бирергә тейеш.
Башҡортостандың быйылғы һәм 2017-2018 йылдарға планлашты­рылған ҡаҙнаһына үҙгәрештәр индереү тураһындағы закон проекты ла республика иҡтисады өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Был үҙгәреш федераль бюджеттан 2 миллиард 218,8 миллион һум өҫтәмә аҡса бүленеүе менән бәйле.
– Был аҡса нигеҙҙә ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә тотоноласаҡ, – тине парламенттың Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм территориаль үҫеш буйынса комитеты рәйесе Рузалия Хисмәтуллина. – Әлбиттә, уны барыһына ла өләшеп сығыуҙан бер фәтүә лә юҡ, шуға күрә матди ярҙам ауыл хужалығында яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән етәкселәргә генә биреләсәк.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың ошо мәсьәләләрҙе ҡараясаҡ ултырышы 16 июнгә тәғәйенләнде.



Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә