Мәскәү 2 миллиардты өҫтәп бирә...10.06.2016
Республикабыҙ парламентының киләһе ултырышында ике доклад тыңланасаҡ, ике тиҫтәгә яҡын закон проекты ҡараласаҡ һәм Дәүләт Думаһы депутаттары иғтибарына федераль ҡануниәткә өҫтәмәләр тәҡдим ителәсәк. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумының сираттағы ултырышы шулай ҡарар итте.
Көн тәртибе проектындағы беренсе мәсьәлә – Башҡортостан Республикаһының Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе вазифаһына кандидат тәҡдим итеү. Был йәһәттән әле Башҡортостан буйынса ведомство-ара Йәмәғәт хәүефһеҙлеге советы Секретары булып эшләгән Рәмил Исҡужинға өмөт бағлана.
Артабан депутаттар ауыл хужалығын үҫтереүгә һәм республикабыҙҙа бала хоҡуҡтарының күҙәтелеүенә арналған докладтар тыңларға йыйына. Республика Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт-конфессиональ мөнәсәбәттәр советы рәйесе Вячеслав Пятковтың выждан азатлығы тураһындағы сығышы ла яңғыраясаҡ.
Күп һанлы закон проекттары араһында “Башҡортостан Республикаһында туристик эшмәкәрлек тураһында”ғы Законға үҙгәрештәр индереү хаҡындағыһы мөһим урындарҙың береһен биләйҙер, моғайын, сөнки был тармаҡты үҫтереү буйынса бер нисә йыл рәттән эҙмә-эҙлекле саралар тормошҡа ашырыла. Ә был проект ҡунаҡханалар, тау саңғыһы трассалары, пляж кеүек объекттарҙы ойоштороусыларҙың эшенә рөхсәт биреүҙе, туристарға аҙашмаҫҡа йүнәлеш табыу системаһын булдырыуҙы республиканың дәүләт власы органдарына тапшырыуҙы күҙ уңында тота. Үҙгәрештәр туристарҙың хоҡуҡтарын киңәйтергә һәм ял өсөн кәрәк-яраҡты ҡануни нигеҙгә таянып эшләүсе ышаныслы ойошмаларҙан ғына алырға мөмкинлек бирергә тейеш.
Башҡортостандың быйылғы һәм 2017-2018 йылдарға планлаштырылған ҡаҙнаһына үҙгәрештәр индереү тураһындағы закон проекты ла республика иҡтисады өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Был үҙгәреш федераль бюджеттан 2 миллиард 218,8 миллион һум өҫтәмә аҡса бүленеүе менән бәйле.
– Был аҡса нигеҙҙә ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә тотоноласаҡ, – тине парламенттың Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм территориаль үҫеш буйынса комитеты рәйесе Рузалия Хисмәтуллина. – Әлбиттә, уны барыһына ла өләшеп сығыуҙан бер фәтүә лә юҡ, шуға күрә матди ярҙам ауыл хужалығында яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән етәкселәргә генә биреләсәк.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың ошо мәсьәләләрҙе ҡараясаҡ ултырышы 16 июнгә тәғәйенләнде.