Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төйәк бәҫен һаҡлай Төйәләҫ
Төйәк бәҫен һаҡлай Төйәләҫ Сибайҙан йыраҡ түгел, Ирәндек буйында ятҡан Төйәләҫ ауылы биләмәһендә борон эргә-тирәләге ауыл байҙары көтөү-көтөү малы менән йәйләгән, тип һөйләйҙәр. Ер, ысынлап та, мул бында. 1930 йылда биләмәлә “Төйәләҫ” колхозы ойоштороу ҙа ошо өҫтөнлөккә бәйлелер. Һөҙөмтәлә бында ҡасабаға нигеҙ һалына. 1960 йылда унда Сибайҙағы “Башмедьстрой” тресының бүлексәһе урынлаштырыла. Артабан Төйәләҫ ҡала тибындағы ҡасаба итеп үҙгәртелә, Сибай көкөрт-баҡыр комбинатының ярҙамсы хужалығына әүерелә.
Етеш йәшәй ул ваҡытта Төйәләҫ халҡы. Ике ҡатлы урта мәктәп, эшселәр өсөн ҙур ятаҡ, йорттар, теплица, фермалар – барыһы ла предприятие иҫәбенә төҙөлә. Эшкә кеше төрлө яҡтан йыйыла. Шуға ла әле бында ундан ашыу милләт вәкилдәре дуҫ-татыу ғүмер итә.
Колхоз-совхоз, берҙәм хужалыҡтар тарҡалғас,”Төйәләҫ” тә үгәйһетелгән бала хәлендә тороп ҡала. Эшһеҙлек, эскелек сәскә ата, ғаиләләр емерелә. Ауыл Сибай ҡалаһы округына алынғас ҡына урындағы тормош йәнләнә төшә. Халыҡ хатта өс йыл рәттән үҙ теләге менән “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашырға батырсылыҡ итә, тәүгеләрҙән булып территориаль йәмәғәт үҙидараһы (ТОС) төҙөй.
Төйәләҫ бөгөн нисек тын ала? Халҡы ниндәй уй-хыялдар менән йәшәй? Проблемалары хәл ителерлекме? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләү, халыҡ менән яҡындан танышыу маҡсатында Төйәләҫкә юлландыҡ.



Ҡанаты ныҡ “Ҡарлуғас”тың


Төйәк бәҫен һаҡлай ТөйәләҫБалалар баҡсаһының хәл-торошона ҡарап, мәктәптең артабанғы яҙмышын, ауылдың киләсәген аныҡ билдәләргә мөмкин. Бындағы “Ҡарлуғас”тың иһә эшмәкәрлеге ҡәнәғәтләнерлек, унда 50-нән ашыу сабый тәрбиәләнә. Коллективта 17 хеҙмәткәр иҫәпләнә.
Балалар баҡсаһы мөдире Розалия Ишемғолова әйтеүенсә, һәр ерҙәгесә, йәйгә ҡарай кескәйҙәр һаны кәмей. Күп ата-әсә был миҙгелдә оҙайлы ялға сыға, сабыйын олатай-өләсәйе янына ебәргәндәр ҙә байтаҡ.
– Балаларҙы мәктәпкә әҙерләү, һәр яҡлап үҫтереү, уларҙың һәләтен асыу йәһәтенән маҡсатлы эш алып барабыҙ, – ти мөдир. – Алдынғылар иҫәбенән төшкәнебеҙ юҡ.
Алда әйткәнебеҙсә, Төйәләҫтә төрлө милләт вәкилдәре үҙ-ара дуҫ, татыу йәшәй. Ҡатнаш никахтан тыуған балалар күп. Мәғариф учреждениеһының музыка етәксеһе Сәғиҙә Байназарова һәр сабый дәүләт телен, башҡорттоң йолаларын, ғөрөф-ғәҙәтен, йыр-моңон белеп үҫһен тигән маҡсатта милли байрамдарҙы йыш үткәрә. Күптән түгел, мәҫәлән, тәбиғәт ҡосағында “Кәкүк сәйе”н уҙғарғандар. Унда “Наза”, “Аҡ тирәк, күк тирәк” уйындары ойошторолған, һынамыштар әйтелгән, йомаҡтар ҡойолған, легенда-риүәйәттәр һөйләнелгән. Бәләкәстәр илгә именлек, мул уңыш теләп, әсәй-өләсәйҙәре, тәрбиәселәре Нурзилә Ҡарағолова, Гөлсәсәк Малаева менән бергә кәкүк сәйе эскән.
Әйткәндәй, учреждениеның төҙөлөүенә байтаҡ ваҡыт үткән, хәҙер яңыһын төҙөү ихтыяжы тыуған. Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф идаралығы күтәреп сыҡҡан был мәсьәләне.

Шефлыҡҡа ла алһалар...

Төйәк бәҫен һаҡлай ТөйәләҫАуылдың иң бейек ерендә урынлашҡан белем усағы (ул Сибайҙың 11-се мәктәбе тип йөрөтөлә) тирә-йүнгә матурлыҡ өләшкәндәй. Шуныһы ҡыуаныслы: ҡала яҡын булыуына ҡарамаҫтан, ата-әсә балаларын үҙҙәрендә уҡыта. Әле бында – 92 уҡыусы. Көҙ I класҡа ун бала киләсәк. Алдан иҫәпләүҙәр буйынса, киләсәктә лә күрһәткес ошо сама ҡаласаҡ.
Директор Фуат Бикбаев әйтеүенсә, 25 кешенән торған берҙәм, татыу педагогик коллектив заман талаптарына, дәүләт стандарттарына ярашлы эш алып бара. Уҡыусылар ҡалала үткән бер саранан да ситтә ҡалмай, спорт ярыштарында, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша, призлы урын яулай.
– Уҡыусыларҙы бар яҡлап үҫтерергә тырышабыҙ, – ти Фуат Фазыл улы. – Ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе Ғаяз Хәсәновҡа ҙур рәхмәтлемен: ниндәй генә һорау менән мөрәжәғәт итһәк тә, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Уларҙың булышлығында уҡыусыларҙы Сибайҙағы музейҙарға, кинотеатрға, “Сулпан” балалар театрына йыш алып барабыҙ. Ауылда иһә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәҙәни сараларға йөрөү мөмкинлеге аҙ.
Проблемаларға килгәндә, кадрҙар мәсьәләһе буйынса йыл да мәшәҡәт тыуа. Урыҫ теле һәм әҙәбиәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, химия, сит телдәр буйынса белеме булған, Төйәләҫтә йәшәргә теләк белдергән педагогтар килһен ине. Һис шикһеҙ, йәшәргә урын булыр. Әле иһә ҡайһы бер предметтарҙы Сибайҙан йөрөп уҡыталар. Ундай педагогтар, билдәле, балалар менән дәрестән тыш шөғөлләнә алмай.
Әйткәндәй, бында уҡыусылар өсөн йыр, бейеү түңәрәктәре ойошторолған, “Хеҙмәткә саҡырылыш” хәрби-патриотик клубы уңышлы эшләй. Быйыл күркәм йолаға нигеҙ һалынған: Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Строймеханизация” йәмғиәтенең генераль директоры Нур Тажетдинов һәр яҡлап алдынғы һигеҙ уҡыусыға үҙ премияһын тапшырған. Изге башланғыс киләсәктә лә дауам итер тигән ышаныста мәктәп коллективы.
Учреждениеның шәхси тракторы, йөк автомобиле бар. Мәктәп биләмәһен таҙалау, төҙөкләндереү, ерҙе һөрөү, үҫенте, йәшелсә-емеш сәсеү кеүек эштәрҙе бергәләп, үҙ транспорттары ярҙамында башҡаралар. Ауыл өмәһендә лә халыҡҡа техника менән ҙур булышлыҡ күрһәтелә.
Мәғлүм булыуынса, һуңғы йылдарҙа уҡыусыларға өҫтәмә белем биреү, уларҙа эшсе һөнәренә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу йәһәтенән маҡсатлы эш алып барыла. Ошоға ярашлы Төйәләҫ мәктәбендә 2013 йылдан X-XI класс уҡыусыларына “Умартасылыҡ нигеҙҙәре” дәресе уҡытыла. Уны бала саҡтан данлы Бөрйән балын тәмләп, ата-олатаһынан эштең бар нескәлектәрен өйрәнеп үҫкән Таһир Ҡарағолов алып бара. Ир-уҙаман өҫтәүенә музыканан, ҡурайҙан һабаҡ бирә. Был мәктәп етәкселеге өсөн бигерәк ҡулай.
Төйәк бәҫен һаҡлай ТөйәләҫӘле уҡыу йортоноң 12 умартаһы бар. Имтихандар тамамланғас, уларҙы ҡырға сығарасаҡбыҙ, ти Таһир Әмир улы. Яңыраҡ Башҡортостандың Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге етәксеһе Әмир Ишемғоловтың ярҙамында мәктәпкә Ейәнсура районынан башҡорт тоҡомло ҡорттар алынған.
Фуат Бикбаевты бер мәсьәлә ныҡ борсой: мәктәптең таянырлыҡ, кәрәк саҡта ярҙам итерлек шефы, йәғни уларҙы үҙ ҡарамағына алған ойошма юҡ. Элек белем усағына комбинат етәкселеге ремонт эшендә, йыһаз алыуҙа һәм башҡа йәһәттән булышлыҡ күрһәткән. Хәҙер ҙә ошондай ойошма кәрәк ине, ти мәктәп етәксеһе. Эйе, Дамир Сәлихов, Салауат Һағынбаев кеүек ауыл эшҡыуарҙары уҡыу йортон хәстәрлектән айырмай. Шулай ҙа ҙур ойошма йәки предприятие шефлыҡҡа алһа, ҡатмарлыраҡ мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн ҡулай булыр ине, ти Фуат Фазыл улы.

Хәрбиҙәрсә
теүәл башҡара


Мәктәптә, әйткәнебеҙсә, “Хәрби саҡырылыш” хәрби-патриотик клубы эшләй. Унда Ислам Исламбаев уҡыусыларҙы үҙаллы тормошҡа һәм хәрби хеҙмәткә әҙерләй.
– Ошо ауылда тыуып үҫтем, армияға ла бынан алындым, – ти ул. – Ярты йыллыҡ “учебка”нан һуң ике йылға яҡын Афғанстанда, һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иттем. 1984 йылда демобилизацияланғандан һуң туған мәктәбемә саҡырып алып, башланғыс хәрби әҙерлек, физкультура дәрестәрен алып барыуҙы йөкмәттеләр. Шунан бирле эшләйем.
Ислам Исрафил улының фекеренсә, хәрби хеҙмәт буйынса башланғыс белем биреү — ҙур тормошта дөрөҫ юл табырға ярҙам итеү ул. Балалар һәм үҫмерҙәрҙе эскелектән, наркоманиянан ҡурсалау кеүек эштәрҙә клубтың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Әрме һурпаһын ситтән булһа ла татып ҡараған бала насар юлға баҫмай.
– Күргән-белгәндәремә таянып, үҫмерҙәргә хәрби хеҙмәттең бөтөн үҙенсәлектәрен өйрәтергә тырышам, – ти Ислам Исламбаев. – Физик яҡтан сыныҡҡан, әҙерлекле егеткә армия әллә ни ауырлыҡ тыуҙырмай.
Хәрби-патриотик клуб уҡыусыларҙың һаулығын нығытыу, уларҙы яман ғәҙәттәрҙән аралау, күңелдәрендә Ватанға һөйөү тәрбиәләү, хеҙмәткә әҙерләү кеүек бурыстарын лайыҡлы үтәй. Илдең буласаҡ һаҡсылары физик яҡтан нығыныу маҡсатында көн һайын йүгерә, етеҙлеккә, мәргәнлеккә ҡоролған күнекмәләрҙә, спорт сараларында ҡатнаша.
Төйәк бәҫен һаҡлай ТөйәләҫКлубҡа ауылдаштары Хөсәйен Ҡотоевтың исеме бирелгән. Тарихҡа күҙ һалғанда, был шәхес тә, уның атаһы Муллаян олатай ҙа һуғышҡа бер мәлдә алынған була. Йылдар буйы икеһе ике яҡта алышып йөрөгән ир-уҙамандар яу аҙағына ҡарай бер-береһен таба. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп тә үтмәй, Хөсәйен ағай һәләк була. Муллаян олатай иһә имен-һау ҡайтып, байтаҡ йылдар Төйәләҫтә ғүмер кисерә. Йәш быуын ошо шәхестәрҙе, ауылдың тарихын белеп үҫһен тигән маҡсатта ҡушылған клубҡа әлеге исем.
Ислам Исламбаев ауыл тормошонда ҡайнап йәшәй: уҡытыусылыҡтан тыш, территориаль йәмәғәт үҙидараһы рәйесе, шул уҡ ваҡытта мәсеттә имам-хатип та. Афған һуғышын үткән ир-уҙаман һәр бурысын хәрбиҙәрсә теүәл башҡара. Беҙ барғанда ул тәрбиәләнеүселәре менән тәбиғәт ҡосағына өс көнлөк походға әҙерләнә ине. Әйткәндәй, ҡыҙҙар ҙа клубҡа теләп йөрөй.

“Донъяны
матурлыҡ ҡотҡарыр”


Ошо әйтемдең дөрөҫлөгө йәнә бер ҡат инандырҙы. Төйәләҫтең иң матур һәм төҙөк йорттарының береһе янына килеп туҡтаныҡ. Рәсимә менән Ирғәле Рахманғоловтарҙың өйө, ысынлап та, хан һарайын хәтерләтә. Ихатаның эсендә бер бөртөк сүп, артыҡ әйбер күрмәҫһең. Тип-тигеҙ түтәлдәр тиһеңме, картуф баҡсаһымы – барыһына ла ысын хужа ҡулы тейеүе әллә ҡайҙан күренеп тора. Йорт хужаһы ауылдың янғын һүндереү депоһында (был ойошма уның тырышлығы менән асылған) эшләй, ҡатыны – хаҡлы ялда. Рахманғоловтарҙың берҙән-бер улы – хәрби офицер, ғаиләһе менән Хабаровскиҙа хеҙмәт итә.
Ауылдағы ҡул эштәренә маһир ҡатын-ҡыҙҙың бер нисәүһе менән яҡындан танышырға булдыҡ. Роза Ултыраҡова эшләгән әйберҙәрҙе күргәс, үҙеңде күргәҙмәлә йөрөгәндәй хис итәһең. Нимә генә юҡ бында! Стеналағы картиналар, сигелгән, бәйләнгән әйберҙәр, туҡыманан күҙҙең яуын алырлыҡ итеп яһалған сәскәләр, бәхет, аҡса, татыулыҡ “ағас”тары, тиренән, ҡағыҙҙан, ҡамырҙан эшләнгән сәнғәт өлгөләре...
Төйәк бәҫен һаҡлай Төйәләҫ– Элек быға ваҡыт булмай торғайны, – ти хужабикә. – Хаҡлы ялға сыҡҡас, рәхәтләнеп шөғөлләнәм. Ҡул эштәренең күбеһенә интернет аша өйрәндем. Хәҙер инде уларҙы ейән-ейәнсәрҙәрем дә белеп бөттө. Ятыраҡ әйбер күреп ҡалһалар, шундуҡ эшләргә тәҡдим итәләр.
Ә бына Зилә Бүләкәнованың яратҡан шөғөлө тиҙҙән һөнәргә лә әүерелер, сөнки ул мәктәп уҡыусылары өсөн “Оҫта ҡулдар” түңәрәге ойошторған. Өйрәнергә теләгәндәр бик күп. Балаларҙан тыш, ауылдың йәшерәк ҡатын-ҡыҙҙары ла йөрөй. Мәктәп етәкселеге, мөмкинлек булһа, яңы уҡыу йылынан түләүле түңәрәк асыу хаҡында уйлай.
Еңәсәкбеҙ!

Алда әйтелгәнсә, Төйәләҫ халҡы 2011 йылдан алып “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашырға теләк бел­дерә. Уларҙы көсөн һынап ҡарар­ға өн­дәп, ярҙам итеп йөрөгәндәрҙең бе­реһе Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ирек Бикмәтов була.
Ул саҡта тәҡдим ҡала хаки­миәтенә еткерелгәс, күптәрҙең сәсе үрә тора. Имеш, “ситтән килгән халыҡ йәшәгән, эскелек сәскә атҡан ерҙә айыҡлыҡ тураһында нисек һүҙ йөрөтөргә мөмкин?” Ә халыҡ риза була, ҡатнашырға йөрьәт итә.
– Конкурсҡа әҙерләнгән саҡта ауылда бер-ике генә эшҡыуар бар ине, – ти Ирек Ниғәмәт улы. – Ке­ше­ләрҙең күбеһе бер-береһен белмәй, һәр кем үҙенсә йәшәй. Башта шулай ауыр булды, йәшермәйем. Әммә бер-береһенән күреп, ауыл хал­ҡы аҡрынлап ипкә килде. Тәүҙә йорт алдын, урамын таҙарттылар, буянылар, ҡойма ултырттылар, тимер ҡапҡа ҡуйҙылар. Магазиндарҙа спиртлы эсемлек таратыу туҡта­тыл­ды, һатыусылар менән шәхси һөйләшеүҙәр алып барылды. Бер ни­сәүҙе булһа ла айыҡ йәшәргә күндерә алһаҡ, ғаиләләрҙе һаҡлап ҡалырға ярҙам итһәк, маҡсатыбыҙға өлгәшербеҙ тип уйлағайныҡ, һө­ҙөм­тә беҙ көткәндән дә яҡшыраҡ булды.
Бында, әлбиттә, ауылдағы мәсеттең өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Халыҡ дингә тартыла, иман йортона йөрөй. Айырыуса йәш быуындың сәләмәт тормош яҡлы булыуын аңланыҡ. Улар беҙҙең эште үҙҙәре үк күтәреп алды, яҡлап сыҡты.
Бәйгенең әһәмиәте шунда: ул халыҡты берләштерә. “Айыҡ ауыл” айыҡ туйҙар үткәреүгә лә этәргес бирҙе. Нисек кенә булмаһын, төйәләҫтәр конкурста еңеренә ышана һәм бының өсөн барыһын эшләй, тырышып донъя көтөүен дауам итә.

Эшле һәм ашлы итә

“Ауылдың ҡото – фермерҙа” тигән хәҡиҡәтте бөгөн һәр кем яҡшы аңлай. Тап йүнселдәр ауылдаштарын эшле, ашлы итә, уларға терәк-таяныс булып тора. Фермерҙар Төйәләҫ ауылында ла байтаҡ. Шун­дай­ҙарҙың береһе – Радик Харисов.
– 550 гектар майҙанда һоло, арпа, бойҙай сәстем, – ти ул. – Әлегә майҙандарҙы киңәйтергә мөмкинлек юҡ. Ҡыҙыл буйында буш ятҡан баҫыуҙар бар ҙа, әммә унда сәсеү файҙа бирмәйәсәк, сөнки Әбйәлил районының йылҡылары шул тирәлә йөрөй. Республика һәм федераль дәүләт программаларына ярашлы, сәсеү алдынан субсидия алдыҡ. Малсылыҡ буйынса үҫешергә иҫәп. Кәртәлә әле 30 баш һыйыр малы, байтаҡ һарыҡ бар, йылҡылар – ҡырҙа. Сибай ҡалаһы хакимиәте аша малсылыҡ буйынса грант алыуға документ тапшырырға уйлайым. “Ғаилә һөтсөлөк фермаһы” программаһынан файҙаланып, эште дауам итергә теләк. Ярҙамсыларым да үҫеп етте: улдарым Рәзиф, Илнур күптән ҡул араһына инде, хәҙер игеҙәктәребеҙ Илшат менән Илгенә лә булыша.
Фермерҙың ете берәмек техни­ка­һы бар, уларҙы яңыртыр мәл ет­кән инде. Кешеләрҙе эшкә ваҡыт­лыса йәлеп итә, күптәр фураж, бесән өсөн үҙҙәре килә. Шулай төйәккә йәм өҫтәп, ауылдаштарына терәк-таяныс булып йәшәй Рауил Харисов.
* * *
Ауылда 1076 кеше йәшәй, улар­ҙың 838-е – өлкәндәр. Оло быуын өсөн иң ауыр мәсьәлә – Сибайҙағы ҡала дауаханаһына барыу. Ике ара – 25 саҡрым, йөрөрлөк, тип, урын­дағы медицина учрежде­ниеһы ябылған. Эйе, ауылда бер нисә тапҡыр күсмә ҡабул итеү ойоштороп ҡарағандар, ләкин унда кәрәкле табиптарҙың барыһы ла килмәй икән. Бәғзе осраҡта хатта, халыҡ көт­кән хәлдә лә, ҡабул итеү ойошторолмауын аңлап етмәй төйәләҫтәр.
Бында кешеләр дәртле, йәштәр күп. Уларға клуб та булһа... Элекке мәҙәниәт йортона ремонт яһау күп сығым талап итәсәк, шулай ҙа мәсьәлә яйға һалыныр тигән ышаныста ауыл халҡы.
Эйе, Сибай яҡын – нимә кәрәк, килһен дә алһындар, тигәндәр яңылыша. Һәр кем йортон матур итеп ҡарарға тырышҡандай, ауылын да таҙа, төҙөк тоторға, тыуған ерендә үҙен ысын хужа итеп тойорға, киләсәккә яҡты маҡсат ҡуйып йәшәргә теләй бит.








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872