Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ваҡыт саңы ҡунмаҫ исеменә
Ваҡыт саңы  ҡунмаҫ исеменә Бары ла эшкә кермештәр уҡыуҙан,
Йыһанда яҡшы эшкә кермәй наҙан.
Уҡыу, уҡыу, тиҙәр бит һәммә милләт,
Уҡыу өсөн ҡылығыҙ һеҙ ҙә һиммәт...
Тап ошо шиғыр юлдары яҙылған Сафуан хәҙрәт Яҡшығоловтың Дәү­ләкән районының Яңы Яппар ауылында яңыртылған ҡәбер ташында. Моғайын, иғтибар иткәнһегеҙҙер, былтыр 21 но­ябрҙә “Башҡортостан” гәзи­тендә баҫы­лып сыҡҡан “Сафуан Яҡшы­ғолов XIX быуатта уҡ Ҡоролтай про­граммаһын яҙған” тигән мәҡәлә әҙә­биәтселәр генә түгел, бик күп заман­даштарыбыҙ араһында ҙур ҡыҙыҡ­һы­ныу уятҡайны. Ошо яҙманың артынса уҡ шағир, мәғрифәтсе, әүлиә­ләр затынан булған хәҙрәттең йәшә­йешен, ижади эшмәкәр­леген ҡайтанан өйрәнеү маҡсатында Яңы Яппар халҡы менән урында осрашыу ойошторҙоҡ. Әлбиттә, араларында хәҙрәтте күргәндәр юҡ ине, сөнки ул 1931 йылда донъя ҡуйған. Әммә С. Яҡшығолов менән аралашҡан ке­шеләрҙең балалары, таныштары һөй­ләүе буйынса ижади портретыбыҙ тағы ла баҙыҡлана төштө. Дәүләкән ҡала­һында йәшәгән Раил бабай Шәй­бәковтың шәхси архивында Сафуан шағир аралашҡан кешеләрҙең, аҫырау улының фотолары ла табылды. Былар хаҡында ла яҙып сыҡтыҡ гәзиттә.
Ә инде иң ҡатмарлы эш яҙын башланды, сөнки Яңы Яппар зыяратында хәҙрәттең ҡәбер ташын табыу еңел бул­маны. Ғалим Әхәт Сәлихов иҫке яҙ­малы таштан исемдәрҙе уҡып, ауыл зыяратында бик күп дин әһелдәре, муллалар ерләнеүен асыҡланы. Әммә унда ла табылмағайны әле хәҙрәттең ҡәбер ташы. Ниһайәт, беҙгә боронғо зыярат­тың сере сиселде – Сафуан хәҙрәт Яҡшығоловтың латин графи­каһы менән яҙып, ергә күмелгән ҡыҙыл төҫтәге ҡәбер ташын табырға насип булды. Беҙҙең яҡта ундай ташты “ҡыҙылташ” тип тә йөрөтәләр.
Ошо көндәрҙә Дәүләкән, Миәкә ра­йон­дары вәкилдәре йыйылып, Яңы Яппар зыяратында рухи донъябыҙҙа ваҡиғаға әйләнгән сараның шаһиты булдыҡ.
Иҫтәлекле көн яңыртып ҡуйылған ҡәбер ташы эргәһендә Дәүләкән райо­нынан Мөхәммәт мулланың, Әлшәй районы мәсетенең имам-хатибы Мансур хәҙрәттең, Яңы Яппар ауылы мә­сете муллаһы Рәйес Сафиуллиндың Ҡөрьән аяттарын уҡыуынан башланып китте. Рамаҙан айына аяҡ баҫыр алдынан тәүге йомала ойошторолған был сара­ның бәрәкәте, ырыҫы Сафуан хәҙрәт Яҡшығоловтың рухын нурлан­дыр­һын, уның халҡыбыҙға әйтеп ҡал­дырған һүҙҙәрен һәр милләт­тә­шебеҙ, заман­дашыбыҙ күңеленә етке­рергә на­сип итһен Аллаһ Тәғәлә, тип теләне улар.
Дәүләкән районы хакимиәте баш­лығы урынбаҫары Зинур Ғайсин Яңы Яппар мәктәбендә дауам иткән сарала ошондай тантаналы ваҡиға уңайынан “Башҡортостан” гәзитенә ҙур рәхмәтен еткерҙе, киләсәктә лә башҡорт ҡорол­тайы менән берлектә эштең дауам итеренә ышанысын белдерҙе. Ҡаҙан­ғол ауылы хакимиәте башлығы Илшат Мөхәмәтғәлин ошо төбәктә йәшәгән хәҙрәттең халыҡтың үҙаңын үҫтереүгә индергән өлөшөн юғары баһаланы. Ошо ауылдан Янур Кулиев: “Дан ҡаҙанған мулла ул Сафуан Яҡшығолов. Дин әһелдәре күп булған элек, әммә уларҙың береһе лә уның кеүек халыҡ хәтерендә тәрән эҙ ҡалдырмаған. Шиғриәте, тормошсан фәлсәфәһе, бар күңеле менән иманда булыуы, ғәмәл­дәренең ихласлығы был шәхестең эшмәкәрлеген мәңгеләш­тергән, тип уйлайым”, – тип төйнәне фекерен. Ҡырҡ-өйлө мең башҡорт­тарының ҡор башы Филүс Хәлиуллин бала сағын, үҫмер йылдарын хәтерләп: “1980 йыл тирәһендә ауылыбыҙға Сафуан Яҡшы­ғоловтың ҡәберенә зыярат ҡылырға теләүселәр килгәйне, әммә ул ваҡытта хәҙрәттең кемлеген тәрән­дән аңлап, эшмәкәрлеге тураһында халыҡҡа еткерергә теләүселәр һирәк булғандыр, күрәһең. Мин дә, үҙ сиратымда, “Башҡортостан” гәзитенә әүҙем­леге өсөн рәхмәт белдерәм!” – тине.
Әлшәй районы мәсетенең имам-хатибы Мансур хәҙрәт телмәрендә олата­һының Сафуан Яҡшығолов менән аралашҡаны, Илсеғолға йыш ҡайтып йөрөгәне, туғандары, ҡәрҙәштәре менән бәйләнештә йәшәгәне хаҡында хәбәрҙар булыуын еткерҙе. “Ябай дин әһеле генә булмаған ул Сафуан хәҙрәт. Уның әүлиәләр затынан булыуын үҙ әҫәрҙәрен юғары рухта ижад итеп, йөрәк өҙгөс итеп халыҡҡа еткерә беле­үендә лә күрергә була. Беҙҙең яҡты­ҡылар уның тураһында яҡты хәтирәләр һаҡлай. Эйе, Яҡшығоловты күреп-белеүселәр беҙҙең арала юҡ инде хәҙер. Әммә ихлас ғәмәлдәре, бәндә йөрәгенә еткерерлек итеп әйтелгән һүҙҙәре уның әҫәрҙәрендә һаҡлана. Шунан тағы ла бер күренешкә иғтиба­рығыҙҙы йәлеп итергә теләр инем, ҡәрҙәштәр! Әле бына беҙ зыяратта аяттар уҡып, зекер әйткәндән һуң ҡә­берлек өҫтөндә ҡоҙғондар осоп йөрөй башланы. Машиналарҙа ауылға табан йүнәлгәндә улар тап зыярат өҫтөндә ҡағыналар ине. Был, минеңсә, ҙур хикмәттәргә ишаралаған күренеш. Борондан ҡоҙғондар изге ҡош һаналған, һәм улар доғалар уҡылған изгеләр янында осор булған. Башҡарылған эштәргә ҡеүәт һәм фатиха тип ҡабул итәм был ҡоштарҙың ғәмәлен”, – тине ул. Илсеғол ауылы китапханаһы хеҙ­мәткәре Ғәшүрә Мөхәмәтйәнова менән гәзит уҡыусыларҙы таныштырғайныҡ инде. Ул Яңы Яппар халҡына хәҙрәттең шәжәрәһен төҙөп алып килеп бүләк итте. Илсеғол мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ирина Йосопова үҙ сығышында тыуған ауылында Сафуан Яҡшығоловтың эшмә­кәрлегенә арналған музей барлығы хаҡында хәбәр итте һәм уны бергәләп тулыландырырға кәрәклеге тураһында тәҡдим индерҙе. Был фекер менән килешмәй булмай, сөнки шағир-мәғри­фәтсенең исемен мәңгеләштереү бының менән генә туҡтап ҡалмаясаҡ. Әгәр эшләп килгән музей бар икән, уны экспонаттар менән тулыландыра алмаһаҡ та, мәғлүмәти мате­риалдар менән бергәләп байы­тырға кәрәк һәм ҡомартҡыларҙың бер урында тупланыуы мөһим.
Яҙыусы, журналист, тарихсы Сәл­мән Ярмуллин Сафуан Яҡшы­ғоловтың тыуған төйәге бөгөн рес­публикабыҙҙа изге урындарҙың береһе булыуына һәм дәүләт архивында указлы мулла хаҡында мәғлүмәт һаҡланыуы ихтимал­лығына иғтибар итте. “Яҙмаларҙы һәр кем уҡый ҙа алмаҫ, әммә ғилемле за­мандаш­тарыбыҙ бар. Муллаларға указ алып эшмәкәрлек итер өсөн ул ваҡытта байтаҡ ҡына рәсми һәм дини инстан­цияларҙы үтергә кәрәк булған. Шуға күрә эҙләнеүҙәр дауам итә. Иншаллаһ, ниәтләгән бәндәләренә Аллаһ Тәғәлә тағы ла яңы ишектәрен асыр!” – тине ул, барыһын да мәртәбәле байрам менән ҡотлап.
Яҙ көнө зыяратҡа аяҡ баҫҡанда уҡ үҫентеләрҙең, ағастарҙың ҡәберҙәрҙе ҡаплап ултырыуы тураһында әйтеп киткәйнем инде. Яңы Яппарҙың аҫыл ир-егеттәре Рәшит Аҡөмбәтов, Рәйес Сафиуллин, Фәнүс Ғилманов, Әмир Имамбаев, Рәшит һәм Таһир Сафуановтар, Ринат Кәлимуллин, Ғәлийән Ҡәйүпов, Хамбал Таһиров, Ғәбит Мыр­ҙабаев, Владик Шәйхетдинов, Фәрүәз һәм Филүс Хәлиуллиндар, Илвир Мир­ғәлиев муллалар ерләнгән урынға тиклем ҡәберлекте таҙартып, килгән, зыярат ҡылырға теләгәндәргә юл асҡан. Был да – ҙур эш.
Ҡәбер ташын ҡуйғанда аҡсалата ярҙам күрһәткәне өсөн Вячеслав Аброщенко, Йәмил Арыҫланов, Рәйес Сафиуллин, Әхтәм Шәрәфетдинов, Фатима, Фәрүәз һәм Филүс Хәлиул­линдарға беҙ ҙә, үҙ сиратыбыҙҙа, олуғ рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Башҡорт ғалимы, шағир Рәшит Шә­күр хәтерләүенсә, заманында Дим буйында бабайҙар Сафуан Яҡшы­ғо­лов­тың “Башҡорт хәлдәре” шиғырын көй­ләп уҡыған. “Үҙенә күрә бер йыр ҙа, мө­нәжәт тә, моңһоу ҡобайыр кеүек тә яңғырай ине улар. Фольклор экспедицияла, осрашыуҙарға сыҡҡанда тап булғыланым был күренешкә”, – тип әйт­те Рәшит ағай, Сафуан хәҙрәт ха­ҡын­да яңы мәҡәлә яҙып ултырыуымды белгәс.
Бының менән генә тамамланмай әле “Башҡортостан” гәзите башлаған акция. Аллаһ Тәғәлә насип итеп, килә­сәктә Сафуан хәҙрәт Яҡшығо­ловтың “Баш­ҡорт хәлдәре” тигән шиғри йыйын­тығын Дәүләкән районы хакимиәте менән берлектә нәшер итеп сығарырға яҙһын! Доға ҡабатлағандан иҫкермәй, ти: тереләргә кәрәк киткәндәрҙең эшмә­кәрлеген ҙурлау, уларҙың яҡты маҡсат­тарына һыйынып йәшәү! Беҙ Яңы Яппарҙан ҡайтыр юлға сыҡҡанда ла ҡоштар зыярат өҫтөндә оса ине!..






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872