Бары ла эшкә кермештәр уҡыуҙан,
Йыһанда яҡшы эшкә кермәй наҙан.
Уҡыу, уҡыу, тиҙәр бит һәммә милләт,
Уҡыу өсөн ҡылығыҙ һеҙ ҙә һиммәт...
Тап ошо шиғыр юлдары яҙылған Сафуан хәҙрәт Яҡшығоловтың Дәүләкән районының Яңы Яппар ауылында яңыртылған ҡәбер ташында. Моғайын, иғтибар иткәнһегеҙҙер, былтыр 21 ноябрҙә “Башҡортостан” гәзитендә баҫылып сыҡҡан “Сафуан Яҡшығолов XIX быуатта уҡ Ҡоролтай программаһын яҙған” тигән мәҡәлә әҙәбиәтселәр генә түгел, бик күп замандаштарыбыҙ араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡайны. Ошо яҙманың артынса уҡ шағир, мәғрифәтсе, әүлиәләр затынан булған хәҙрәттең йәшәйешен, ижади эшмәкәрлеген ҡайтанан өйрәнеү маҡсатында Яңы Яппар халҡы менән урында осрашыу ойошторҙоҡ. Әлбиттә, араларында хәҙрәтте күргәндәр юҡ ине, сөнки ул 1931 йылда донъя ҡуйған. Әммә С. Яҡшығолов менән аралашҡан кешеләрҙең балалары, таныштары һөйләүе буйынса ижади портретыбыҙ тағы ла баҙыҡлана төштө. Дәүләкән ҡалаһында йәшәгән Раил бабай Шәйбәковтың шәхси архивында Сафуан шағир аралашҡан кешеләрҙең, аҫырау улының фотолары ла табылды. Былар хаҡында ла яҙып сыҡтыҡ гәзиттә.
Ә инде иң ҡатмарлы эш яҙын башланды, сөнки Яңы Яппар зыяратында хәҙрәттең ҡәбер ташын табыу еңел булманы. Ғалим Әхәт Сәлихов иҫке яҙмалы таштан исемдәрҙе уҡып, ауыл зыяратында бик күп дин әһелдәре, муллалар ерләнеүен асыҡланы. Әммә унда ла табылмағайны әле хәҙрәттең ҡәбер ташы. Ниһайәт, беҙгә боронғо зыяраттың сере сиселде – Сафуан хәҙрәт Яҡшығоловтың латин графикаһы менән яҙып, ергә күмелгән ҡыҙыл төҫтәге ҡәбер ташын табырға насип булды. Беҙҙең яҡта ундай ташты “ҡыҙылташ” тип тә йөрөтәләр.
Ошо көндәрҙә Дәүләкән, Миәкә райондары вәкилдәре йыйылып, Яңы Яппар зыяратында рухи донъябыҙҙа ваҡиғаға әйләнгән сараның шаһиты булдыҡ.
Иҫтәлекле көн яңыртып ҡуйылған ҡәбер ташы эргәһендә Дәүләкән районынан Мөхәммәт мулланың, Әлшәй районы мәсетенең имам-хатибы Мансур хәҙрәттең, Яңы Яппар ауылы мәсете муллаһы Рәйес Сафиуллиндың Ҡөрьән аяттарын уҡыуынан башланып китте. Рамаҙан айына аяҡ баҫыр алдынан тәүге йомала ойошторолған был сараның бәрәкәте, ырыҫы Сафуан хәҙрәт Яҡшығоловтың рухын нурландырһын, уның халҡыбыҙға әйтеп ҡалдырған һүҙҙәрен һәр милләттәшебеҙ, замандашыбыҙ күңеленә еткерергә насип итһен Аллаһ Тәғәлә, тип теләне улар.
Дәүләкән районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Зинур Ғайсин Яңы Яппар мәктәбендә дауам иткән сарала ошондай тантаналы ваҡиға уңайынан “Башҡортостан” гәзитенә ҙур рәхмәтен еткерҙе, киләсәктә лә башҡорт ҡоролтайы менән берлектә эштең дауам итеренә ышанысын белдерҙе. Ҡаҙанғол ауылы хакимиәте башлығы Илшат Мөхәмәтғәлин ошо төбәктә йәшәгән хәҙрәттең халыҡтың үҙаңын үҫтереүгә индергән өлөшөн юғары баһаланы. Ошо ауылдан Янур Кулиев: “Дан ҡаҙанған мулла ул Сафуан Яҡшығолов. Дин әһелдәре күп булған элек, әммә уларҙың береһе лә уның кеүек халыҡ хәтерендә тәрән эҙ ҡалдырмаған. Шиғриәте, тормошсан фәлсәфәһе, бар күңеле менән иманда булыуы, ғәмәлдәренең ихласлығы был шәхестең эшмәкәрлеген мәңгеләштергән, тип уйлайым”, – тип төйнәне фекерен. Ҡырҡ-өйлө мең башҡорттарының ҡор башы Филүс Хәлиуллин бала сағын, үҫмер йылдарын хәтерләп: “1980 йыл тирәһендә ауылыбыҙға Сафуан Яҡшығоловтың ҡәберенә зыярат ҡылырға теләүселәр килгәйне, әммә ул ваҡытта хәҙрәттең кемлеген тәрәндән аңлап, эшмәкәрлеге тураһында халыҡҡа еткерергә теләүселәр һирәк булғандыр, күрәһең. Мин дә, үҙ сиратымда, “Башҡортостан” гәзитенә әүҙемлеге өсөн рәхмәт белдерәм!” – тине.
Әлшәй районы мәсетенең имам-хатибы Мансур хәҙрәт телмәрендә олатаһының Сафуан Яҡшығолов менән аралашҡаны, Илсеғолға йыш ҡайтып йөрөгәне, туғандары, ҡәрҙәштәре менән бәйләнештә йәшәгәне хаҡында хәбәрҙар булыуын еткерҙе. “Ябай дин әһеле генә булмаған ул Сафуан хәҙрәт. Уның әүлиәләр затынан булыуын үҙ әҫәрҙәрен юғары рухта ижад итеп, йөрәк өҙгөс итеп халыҡҡа еткерә белеүендә лә күрергә була. Беҙҙең яҡтыҡылар уның тураһында яҡты хәтирәләр һаҡлай. Эйе, Яҡшығоловты күреп-белеүселәр беҙҙең арала юҡ инде хәҙер. Әммә ихлас ғәмәлдәре, бәндә йөрәгенә еткерерлек итеп әйтелгән һүҙҙәре уның әҫәрҙәрендә һаҡлана. Шунан тағы ла бер күренешкә иғтибарығыҙҙы йәлеп итергә теләр инем, ҡәрҙәштәр! Әле бына беҙ зыяратта аяттар уҡып, зекер әйткәндән һуң ҡәберлек өҫтөндә ҡоҙғондар осоп йөрөй башланы. Машиналарҙа ауылға табан йүнәлгәндә улар тап зыярат өҫтөндә ҡағыналар ине. Был, минеңсә, ҙур хикмәттәргә ишаралаған күренеш. Борондан ҡоҙғондар изге ҡош һаналған, һәм улар доғалар уҡылған изгеләр янында осор булған. Башҡарылған эштәргә ҡеүәт һәм фатиха тип ҡабул итәм был ҡоштарҙың ғәмәлен”, – тине ул. Илсеғол ауылы китапханаһы хеҙмәткәре Ғәшүрә Мөхәмәтйәнова менән гәзит уҡыусыларҙы таныштырғайныҡ инде. Ул Яңы Яппар халҡына хәҙрәттең шәжәрәһен төҙөп алып килеп бүләк итте. Илсеғол мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ирина Йосопова үҙ сығышында тыуған ауылында Сафуан Яҡшығоловтың эшмәкәрлегенә арналған музей барлығы хаҡында хәбәр итте һәм уны бергәләп тулыландырырға кәрәклеге тураһында тәҡдим индерҙе. Был фекер менән килешмәй булмай, сөнки шағир-мәғрифәтсенең исемен мәңгеләштереү бының менән генә туҡтап ҡалмаясаҡ. Әгәр эшләп килгән музей бар икән, уны экспонаттар менән тулыландыра алмаһаҡ та, мәғлүмәти материалдар менән бергәләп байытырға кәрәк һәм ҡомартҡыларҙың бер урында тупланыуы мөһим.
Яҙыусы, журналист, тарихсы Сәлмән Ярмуллин Сафуан Яҡшығоловтың тыуған төйәге бөгөн республикабыҙҙа изге урындарҙың береһе булыуына һәм дәүләт архивында указлы мулла хаҡында мәғлүмәт һаҡланыуы ихтималлығына иғтибар итте. “Яҙмаларҙы һәр кем уҡый ҙа алмаҫ, әммә ғилемле замандаштарыбыҙ бар. Муллаларға указ алып эшмәкәрлек итер өсөн ул ваҡытта байтаҡ ҡына рәсми һәм дини инстанцияларҙы үтергә кәрәк булған. Шуға күрә эҙләнеүҙәр дауам итә. Иншаллаһ, ниәтләгән бәндәләренә Аллаһ Тәғәлә тағы ла яңы ишектәрен асыр!” – тине ул, барыһын да мәртәбәле байрам менән ҡотлап.
Яҙ көнө зыяратҡа аяҡ баҫҡанда уҡ үҫентеләрҙең, ағастарҙың ҡәберҙәрҙе ҡаплап ултырыуы тураһында әйтеп киткәйнем инде. Яңы Яппарҙың аҫыл ир-егеттәре Рәшит Аҡөмбәтов, Рәйес Сафиуллин, Фәнүс Ғилманов, Әмир Имамбаев, Рәшит һәм Таһир Сафуановтар, Ринат Кәлимуллин, Ғәлийән Ҡәйүпов, Хамбал Таһиров, Ғәбит Мырҙабаев, Владик Шәйхетдинов, Фәрүәз һәм Филүс Хәлиуллиндар, Илвир Мирғәлиев муллалар ерләнгән урынға тиклем ҡәберлекте таҙартып, килгән, зыярат ҡылырға теләгәндәргә юл асҡан. Был да – ҙур эш.
Ҡәбер ташын ҡуйғанда аҡсалата ярҙам күрһәткәне өсөн Вячеслав Аброщенко, Йәмил Арыҫланов, Рәйес Сафиуллин, Әхтәм Шәрәфетдинов, Фатима, Фәрүәз һәм Филүс Хәлиуллиндарға беҙ ҙә, үҙ сиратыбыҙҙа, олуғ рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Башҡорт ғалимы, шағир Рәшит Шәкүр хәтерләүенсә, заманында Дим буйында бабайҙар Сафуан Яҡшығоловтың “Башҡорт хәлдәре” шиғырын көйләп уҡыған. “Үҙенә күрә бер йыр ҙа, мөнәжәт тә, моңһоу ҡобайыр кеүек тә яңғырай ине улар. Фольклор экспедицияла, осрашыуҙарға сыҡҡанда тап булғыланым был күренешкә”, – тип әйтте Рәшит ағай, Сафуан хәҙрәт хаҡында яңы мәҡәлә яҙып ултырыуымды белгәс.
Бының менән генә тамамланмай әле “Башҡортостан” гәзите башлаған акция. Аллаһ Тәғәлә насип итеп, киләсәктә Сафуан хәҙрәт Яҡшығоловтың “Башҡорт хәлдәре” тигән шиғри йыйынтығын Дәүләкән районы хакимиәте менән берлектә нәшер итеп сығарырға яҙһын! Доға ҡабатлағандан иҫкермәй, ти: тереләргә кәрәк киткәндәрҙең эшмәкәрлеген ҙурлау, уларҙың яҡты маҡсаттарына һыйынып йәшәү! Беҙ Яңы Яппарҙан ҡайтыр юлға сыҡҡанда ла ҡоштар зыярат өҫтөндә оса ине!..