Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һүҙ көсөн белер халыҡ беҙ
Һүҙ көсөн белер  халыҡ беҙ Халҡыбыҙ элек-электән бер-береһе менән яңылыҡтарҙы бүле­шеп, хәбәрләшеп, мәғлүмәт алышып йәшәгән. Борон быға сәсәндәр, сапҡындар, йыйындар булышлыҡ итһә, бөгөн мәғлүмәт биреүсе вазифаһын матбуғат үтәй. Хатта ауыр һуғыш йылдарында ла гәзиттәргә ҙур әһәмиәт бирелгән. Беҙҙең данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да “Ҡыҙыл атлылар” тигән баҫмаһы сыҡҡанын беләбеҙ.
Матбуғат – тарих һәм тормош йылъяҙмаһы ул. Тап гәзит-журнал биттәрендә беҙ йәшәйешебеҙҙең бөтә өлкәләренә һәм тармаҡтарына ҡағылышлы хәбәрҙәр, лайыҡлы замандаштар менән танышабыҙ, фекер алышабыҙ, проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшәбеҙ, уй-ниәттәрҙе, идеяларҙы уртаҡлашабыҙ. Кешене берләштереүсе бер сара ла ул матбуғат.
Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайының матбуғат баҫмаһын булдырыу, дөрөҫөрәге, тергеҙеү көн талабы, өлгөрөп еткән бурысыбыҙ ине. Башланған эш – бөткән эш. Ҡәҙерле йәмәғәт, һеҙ “Ҡоролтай тауышы” гәзитенең тәүге һанын ҡулға алдығыҙ. Уның республиканың төп баҫмаһына, бай тарихлы “Башҡортостан” гәзитенә ҡушымта булып сығыуы ла юҡҡа түгел, берлектә беҙ халҡыбыҙға рухи байлыҡ өҫтәү йәһәтенән ҙур уңыштарға өлгәшеребеҙгә өмөт бағлайбыҙ.
“Ҡоролтай тауышы” аша шатлыҡ-һөйөнөстәребеҙ ҙә, борсолоуҙар һәм хәстәрлектәр ҙә милләтебеҙгә таралыр, алда торған барлыҡ мәсьәлә­ләрҙе хәл итеү юлдары бергә эҙләнер. Әлбиттә, беҙҙең өсөн күҙгә-күҙ ҡарашып, осрашып-күрешеп тороу ҙа бик мөһим, әммә аралашыуҙы матбуғат биттәрендә ойоштороу мөмкинлеген дә ҡулланырға тейешбеҙ.
Йәмәғәтселектән әүҙемлек көтә­беҙ. Бергә барыһына ла өлгәшербеҙ. Тауышыбыҙҙы халҡыбыҙ ишетһен!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә