Халҡыбыҙ элек-электән бер-береһе менән яңылыҡтарҙы бүлешеп, хәбәрләшеп, мәғлүмәт алышып йәшәгән. Борон быға сәсәндәр, сапҡындар, йыйындар булышлыҡ итһә, бөгөн мәғлүмәт биреүсе вазифаһын матбуғат үтәй. Хатта ауыр һуғыш йылдарында ла гәзиттәргә ҙур әһәмиәт бирелгән. Беҙҙең данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының да “Ҡыҙыл атлылар” тигән баҫмаһы сыҡҡанын беләбеҙ.
Матбуғат – тарих һәм тормош йылъяҙмаһы ул. Тап гәзит-журнал биттәрендә беҙ йәшәйешебеҙҙең бөтә өлкәләренә һәм тармаҡтарына ҡағылышлы хәбәрҙәр, лайыҡлы замандаштар менән танышабыҙ, фекер алышабыҙ, проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшәбеҙ, уй-ниәттәрҙе, идеяларҙы уртаҡлашабыҙ. Кешене берләштереүсе бер сара ла ул матбуғат.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат баҫмаһын булдырыу, дөрөҫөрәге, тергеҙеү көн талабы, өлгөрөп еткән бурысыбыҙ ине. Башланған эш – бөткән эш. Ҡәҙерле йәмәғәт, һеҙ “Ҡоролтай тауышы” гәзитенең тәүге һанын ҡулға алдығыҙ. Уның республиканың төп баҫмаһына, бай тарихлы “Башҡортостан” гәзитенә ҡушымта булып сығыуы ла юҡҡа түгел, берлектә беҙ халҡыбыҙға рухи байлыҡ өҫтәү йәһәтенән ҙур уңыштарға өлгәшеребеҙгә өмөт бағлайбыҙ.
“Ҡоролтай тауышы” аша шатлыҡ-һөйөнөстәребеҙ ҙә, борсолоуҙар һәм хәстәрлектәр ҙә милләтебеҙгә таралыр, алда торған барлыҡ мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдары бергә эҙләнер. Әлбиттә, беҙҙең өсөн күҙгә-күҙ ҡарашып, осрашып-күрешеп тороу ҙа бик мөһим, әммә аралашыуҙы матбуғат биттәрендә ойоштороу мөмкинлеген дә ҡулланырға тейешбеҙ.
Йәмәғәтселектән әүҙемлек көтәбеҙ. Бергә барыһына ла өлгәшербеҙ. Тауышыбыҙҙы халҡыбыҙ ишетһен!