Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Теле уның йырлап тора
Теле уның йырлап тора Гөлфирә – ғаиләлә берҙән-бер ҡыҙ бала. Рәми Ғарипов исемендәге мәктәп-интернатты тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетына, роман-герман факультетының инглиз теле бүлегенә, уҡырға инә. Тырышып белем алғандан һуң яҡты хыялдар менән Ауырғазы районының Мораҙым мәктәбенә эшкә ҡайта. Уҡыусыларға сит тел серҙәрен төшөндөрөп кенә ҡалмай, уларҙа фәнгә ҡарата һөйөү тәрбиәләргә лә, ижад менән шөғөлләнергә лә өлгөрә.
Яңы ғына хәрби хеҙмәтен Германияла үтеп, колхозда эшләп йөрөгән йәш егет Венер менән танышып, дуҫлашып, бер йылдан һуң яҙмыштарын бәйләйҙәр.
Артабан тормош елдәре йәш парҙы Дәүләкән ҡалаһына алып килә. Гөлфирә Ильяс ҡыҙы – “Байраҡ” ҡала гәзитендә хәбәрсе, ә Венер Шәймөхәммәт улы йылылыҡ-энергетика селтәрендә шофер булып эш башлай. Тырыш, һәләтле йәштәр эш урындарында ихтирам ҡаҙана.
Гөлфирә Ильяс ҡыҙы очерктар яҙа, республика матбу­ғатында әленән-әле баҫма­ларын сығарып тора, шиғырҙар ижад итә. “Балҡантау” гәзитендә оҙаҡ йылдар тәржемәсе булып эшләй. Башҡортсанан – урыҫ теленә, урыҫсанан башҡортсаға тәржемә яһап, күп авторҙарҙың әҫәрҙәрен халыҡҡа еткерә. Республикабыҙҙың билдәле һүҙ оҫталары Гөлсирә Ғиззәтул­лина, Лира Яҡшыбаева, Риф Мифтахов, Лариса Абдуллина һәм башҡа бик күп авторҙарҙың әҫәрҙәрен урыҫ теленә ауҙара Гөлфирә Ғәскәрова.
Тәржемәсенең эше ауыр һәм яуаплы икәнлеге һәр кемгә аңлашылалыр: беренсенән, телде камил дәрәжәлә белеү, икенсенән, яҙыусының фекерен тап уныңса уҡыусыларға еткереү зарур. Был, минеңсә, икеләтә тырышлыҡ талап итә. Гөлфирә Ильяс ҡыҙы ошо хеҙмәтте уңышлы атҡара ла инде. 2014 йылда уға күренекле яҙыусы Әхиәр Хәкимов исемен­дәге премия тапшырылыуы ла, республиканың Журналистар союзы ағзаһы булыуы ла уңғанлығын раҫлай.
Дәүләкән ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе булып эшләгән дәүерендә лә Гөлфирә Ильяс ҡыҙы ижадын дауам итә: уҡыусыларға фәһемле булыр­ҙай ҡыҙыҡлы хикәйәләр, юморескалар тәржемә итә.
Булмышы менән бик ябай, тыйнаҡ, эшһөйәр кеше Гөлфирә апай. Тормош иптәше Венер Ғәскәров – тырыш, һәр яҡлап уңған, ярҙамсыл, тынғыһыҙ ир-ат. Ниндәй генә эшкә тотонһа ла, еренә еткереп үтәй, эш урынында абруй ҡаҙанып 35 йылдан ашыу хеҙмәт итә. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн Рәсәй Төҙөлөш һәм торлаҡ хужалығы ми­нистрлығының Маҡтау гра­мотаһына ла лайыҡ булған ул.
Матур, татыу ғаиләлә аҡыл­лы, үҙҙәре кеүек эшһөйәр ике ҡыҙ үҫтерҙеләр: Миләүшә ситтән тороп – Мәскәү индус­триаль, ә Ләйсән иҡтисад-статистика университетын тамамланы. Әлеге көндә ғаилә ҡороп, балалар үҫтерәләр.
Хаҡлы ялға сыҡҡас та Гөлфирә Ғәскәрова ижад юлын дауам итә: йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың әсе яҙмышҡа дусар булған балаларҙың тормошон сағылдырған “Ҡалдыр­ма, әсәй!” повесын урыҫсаға тәржемәләп, уҡыусылар аудиторияһын киңәйтеүгә өлгәште.





Автор: М. БИКӘНӘСОВА. Район: Ауырғазы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә