Гөлфирә – ғаиләлә берҙән-бер ҡыҙ бала. Рәми Ғарипов исемендәге мәктәп-интернатты тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетына, роман-герман факультетының инглиз теле бүлегенә, уҡырға инә. Тырышып белем алғандан һуң яҡты хыялдар менән Ауырғазы районының Мораҙым мәктәбенә эшкә ҡайта. Уҡыусыларға сит тел серҙәрен төшөндөрөп кенә ҡалмай, уларҙа фәнгә ҡарата һөйөү тәрбиәләргә лә, ижад менән шөғөлләнергә лә өлгөрә.Яңы ғына хәрби хеҙмәтен Германияла үтеп, колхозда эшләп йөрөгән йәш егет Венер менән танышып, дуҫлашып, бер йылдан һуң яҙмыштарын бәйләйҙәр.
Артабан тормош елдәре йәш парҙы Дәүләкән ҡалаһына алып килә. Гөлфирә Ильяс ҡыҙы – “Байраҡ” ҡала гәзитендә хәбәрсе, ә Венер Шәймөхәммәт улы йылылыҡ-энергетика селтәрендә шофер булып эш башлай. Тырыш, һәләтле йәштәр эш урындарында ихтирам ҡаҙана.
Гөлфирә Ильяс ҡыҙы очерктар яҙа, республика матбуғатында әленән-әле баҫмаларын сығарып тора, шиғырҙар ижад итә. “Балҡантау” гәзитендә оҙаҡ йылдар тәржемәсе булып эшләй. Башҡортсанан – урыҫ теленә, урыҫсанан башҡортсаға тәржемә яһап, күп авторҙарҙың әҫәрҙәрен халыҡҡа еткерә. Республикабыҙҙың билдәле һүҙ оҫталары Гөлсирә Ғиззәтуллина, Лира Яҡшыбаева, Риф Мифтахов, Лариса Абдуллина һәм башҡа бик күп авторҙарҙың әҫәрҙәрен урыҫ теленә ауҙара Гөлфирә Ғәскәрова.
Тәржемәсенең эше ауыр һәм яуаплы икәнлеге һәр кемгә аңлашылалыр: беренсенән, телде камил дәрәжәлә белеү, икенсенән, яҙыусының фекерен тап уныңса уҡыусыларға еткереү зарур. Был, минеңсә, икеләтә тырышлыҡ талап итә. Гөлфирә Ильяс ҡыҙы ошо хеҙмәтте уңышлы атҡара ла инде. 2014 йылда уға күренекле яҙыусы Әхиәр Хәкимов исемендәге премия тапшырылыуы ла, республиканың Журналистар союзы ағзаһы булыуы ла уңғанлығын раҫлай.
Дәүләкән ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе булып эшләгән дәүерендә лә Гөлфирә Ильяс ҡыҙы ижадын дауам итә: уҡыусыларға фәһемле булырҙай ҡыҙыҡлы хикәйәләр, юморескалар тәржемә итә.
Булмышы менән бик ябай, тыйнаҡ, эшһөйәр кеше Гөлфирә апай. Тормош иптәше Венер Ғәскәров – тырыш, һәр яҡлап уңған, ярҙамсыл, тынғыһыҙ ир-ат. Ниндәй генә эшкә тотонһа ла, еренә еткереп үтәй, эш урынында абруй ҡаҙанып 35 йылдан ашыу хеҙмәт итә. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн Рәсәй Төҙөлөш һәм торлаҡ хужалығы министрлығының Маҡтау грамотаһына ла лайыҡ булған ул.
Матур, татыу ғаиләлә аҡыллы, үҙҙәре кеүек эшһөйәр ике ҡыҙ үҫтерҙеләр: Миләүшә ситтән тороп – Мәскәү индустриаль, ә Ләйсән иҡтисад-статистика университетын тамамланы. Әлеге көндә ғаилә ҡороп, балалар үҫтерәләр.
Хаҡлы ялға сыҡҡас та Гөлфирә Ғәскәрова ижад юлын дауам итә: йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың әсе яҙмышҡа дусар булған балаларҙың тормошон сағылдырған “Ҡалдырма, әсәй!” повесын урыҫсаға тәржемәләп, уҡыусылар аудиторияһын киңәйтеүгә өлгәште.