Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Баландың дауалау көсө
Баландың дауалау көсөБаландың дауалау серҙәрен һанап бөтөрлөк түгел. ХIХ быуат башында уҡ ғалимдар уның төрлө файҙалы матдәләргә, витаминдарға һәм органик кислоталарға бай булыуын иҫбатлаған. Өлгөргән емештәрендә 32 процент инвертлы шәкәр, 3 процент дуплаусы матдә, 82 мг процент С витамины, изовалериан, каприл кислоталары, каротин, пектин матдәләре иҫәпләнә.
Баланды йөрәк, ҡан тамырҙары киңәйгәндә, гипертония, ашҡаҙан, бауыр, үт һәм бәүел ҡыуығы сирҙәренән яфаланғанда файҙаланалар. Һейҙек ҡыуығындағы ҡом-ташты ҡыуыусы булараҡ та киң билдәле. Тамаҡ шешеү, йүткереү, шешек, экзема кеүек ауырыуҙарҙан дауаланғанда баландың файҙаһы ҙур. Балан ҡайнатмаһы тән температураһын төшөрөргә, яралы урындарҙы тиҙ уңалтырға ярҙам итә.
Йөрәк сиренән йонсоғандарға ярты стакан баланға бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 4-5 сәғәткә ябып ултыртып, һыуынған төнәтмәне билдәле ваҡытта 3-4 тапҡыр эсергә кәрәк.
Балан ағасының ҡайырыһы ла файҙалы матдәләрҙән тора. Унда ыҫмала, эфир майы, органик кислоталар күп. Ул тирә-яҡты, һауаны таҙартып ҡына ҡалмай, һыуҙы эсергә яраҡлы итеп оҙаҡ һаҡлай. Ҡайырының төнәтмәһен гинекологик сирҙәрҙән файҙаланыу бик борондан килә. Ашҡаҙан, эсәк, бөйөр, бауыр сирҙәренән яфаланыусыларҙың йоҡлаған урынына ҡайыр киҫәген ҡыҫтырғандар. Ул нервылар өйәнәгенән, йоҡоһоҙлоҡтан олоһон да, кесеһен дә берҙәй үк ҡотҡарыусы сара булып һаналған. Ҡан баҫымы ҡапыл күтәрелеп танау ҡанағанда, бер ҡалаҡ ҡайырыға ярты стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 10 минут ҡайнатырға һәм тағы 10 минут самаһы төнәтергә. Һыуынған шыйыҡсаны мамыҡҡа сылатып танау тишектәренә тығырға һәм 2–3 минут тоторға тәҡдим ителә. Был осраҡта ул ҡан ағымын туҡтатыусы һәм антисептик сара булараҡ билдәле.
Балан һутын һығып һипкел, һытҡыларға һөртһәң, улар бер аҙнанан юғалыр. Тик 1:1 нисбәтендә йылы ҡаймаҡ ҡушырға һәм биткә 10–15 минутҡа яғырға кәрәк. Аҙаҡ йылымыс һыу менән йыуып, еңелсә массаж яһарға. Баландан эшләнгән битлек йыйырсыҡтарҙан, пигмент таптарынан ҡотолорға ярҙам итһен өсөн, балан емештәрен иҙеп, бер балғалаҡ бал һалырға. Бер аҙҙан һуң йылымыс һыу менән сайҡатырға кәрәк.
Балан емештәре беренсе ҡырауҙан һуң йыйылһа, уның ҡайырын апрель-майҙа әҙерләйҙәр. Уны ҡоро, асыҡ һауала киптерәләр. Әҙер, тиҙ һыныусан ҡайырыһын онтап ике йыл һаҡлайҙар.
Атай-олатайҙар тиф, үпкә сирҙәренән дә ошо мөғжизәле емеш ярҙамында ҡотолған. Халыҡ араһында күпләп ҡулланылған рецептарҙы гәзит уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итәбеҙ.
Һыуыҡ тейгәндә, бронхит, астма сирҙәренән яфаланғанда, йүткергәндә: 1 стакан балан емешенә 1 литр һыу ҡойоп 20–30 минут ҡайнатырға. Һуңынан 1 стакан бал өҫтәп, көнөнә дүрт-биш тапҡыр 2–3 ҡалаҡ эсергә тәҡдим ителә.
Ашҡаҙан-эсәк сирҙәрендә, һейҙек, үт ҡыуығы борсоғанда: яңы ғына йыйылған йәки туңдырылған 100 г баланды быяла йәки ағас һауытҡа һалып иҙәһең һәм, 3 стакан эҫе һыу ҡойоп (ҡайнар булмаһын), 30–40 минут төнәтәһең. Һөҙөлгән шыйыҡсаны 1/3 стакан эсәләр.
Ҡан баҫымы юғары булғанда: 40 г емеште иҙеп, 200 г күләмендәге эҫетелгән балға ҡушырға һәм бер аҙға ултыртып торорға. Иҙмәне көнөнә 4–5 тапҡыр ашар алдынан бер аш ҡалағы эсәләр.
Яныбыҙҙағы шифалы үҫемлек, емештәрҙе таный һәм дөрөҫ ҡуллана беләйек. Йыртҡыстарса ҡырҡмай, тунамай, аҡыллы файҙаланһаҡ, тәбиғәттең дауалау көсө мәңге бөтмәҫ.
Рәсимә ЙОМАҒОЛОВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә