Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Мәленә күрә әмәле
Мәленә күрә әмәле Төшкө ҡояш бөтөн ерҙе ҡайнар ҡосағына алған. Йылыға иҙрәгән тәбиғәттә һәр тереклек тамырҙарына – һут, йәшәүгә ут йыя. Тигеҙ рәттәргә теҙелгән бәләкәй генә кукуруз үҫентеләре лә, ҡояшҡа үрелеп, бер-береһен уҙыша-уҙыша буй еткерә. Ҡаршылағы ялан иһә техника тауышына күмелгән. Комбайндар сабылған һуңғы люцернаны турап оҙата. Сенаж соҡорҙары тапап тығыҙлана. Күҙ күреме етмәҫ ялан бер нисә сәғәттән тып-тын ҡалыр...

– Хужалыҡта тәүге сенаж эшен бөгөн тамамлайбыҙ, – тине ҡәнәғәтлек менән “Нерал-Матрикс” йәмғиәтенең генераль директоры Динар Кәлимуллин. – Барлығы өс мең тонна мал аҙығы тупланды. Былтырғы менән сағыштырғанда эшкә ике аҙна алдараҡ төштөк. Ни өсөн, тиһегеҙме? Саба башлағанда люцернаның бейеклеге 63 сантиметрға етеп, сәскәһе бөрөләнә башлағайны. Тап ошо мәл – үҫентелә аҡһымдың иң күп сағы. Витаминлы аҙыҡ туплайым тиһәң, шулай ваҡытында өлгөрөп ҡалыу мөһим. Былтырғыға ҡарағанда, әлбиттә, масса әҙерәк, әммә сифат юғары.
Динар Дамир улы әйтеүенсә, һуңғы осорҙағы иҡтисади шарттар тәү сиратта шундай талап ҡуя: аҙыҡты дөрөҫ әҙерләү мөһим. Уны килем сығанағы, малдың сәләмәтлеге нигеҙе тип ҡарарға кәрәк. Ғалимдар күптән шундай дөйөм фекергә килгән: һөтсөлөктә уңыштың 60 проценты һыйырҙы дөрөҫ туҡландырыуға бәйле. Артабан иһә селекция-тоҡомсолоҡ эше, йәшәү шарттары килә. Сәскәнеңде алдан уҡ белеп тәрбиәләү, ваҡытында йыйып алыу, туҡлыҡлылығын, энергетик ҡиммәтен һаҡлау тармаҡтағы сығымдарҙы кәметеү йәһәтенән дә отошло.
Мәленә күрә әмәле– Әгәр, мәҫәлән, әлеге люцернаны ваҡытында йыйып өлгөрмәһәк, аҙаҡ мал организмының аҡһымға ихтыяжын башҡа ҡушымталар – көнбағыш, рапс төпрәләре, соя һәм башҡалар – ярҙамында ҡапларға тура килер, тимәк, сығым артыр ине, – ти етәксе. – Ошоно күҙ уңында тотоп, мал аҙығы әҙерләү эшен теүәл, көнөндә, сәғәтендә башҡарыуға, сенаж һәм силосҡа тейешле консерванттарҙы белеп өҫтәүгә ҙур иғтибар бүлеү мөһим. Һөтсөлөктөң уңыш нигеҙе – тап ошо. Элек “һыйыр көйшәп торһа, булды” тип ҡарарға ғәҙәтләнһәк, хәҙер малды әҙләп, әммә туҡлыҡлы ашатыуға ынтылыу мөһим. Быға ҡәҙәр шулай уҡ “сенаж, силос һалыу һауа торошона бәйле түгел” тип һанала торғайны. Заман белгестәре фекеренсә, был да дөрөҫлөккә тап килмәй. Ғөмүмән, үҙ продукциябыҙҙың сифатын арттырыу талабы көсәйгән мәлдә төп иғтибарҙы мал аҙығын дөрөҫ әҙерләүгә йүнәлтеү мөһим. Беҙҙең “Нерал-Матрикс” йәмғиәте тап ошо маҡсатта эш алып бара.
Хужалыҡтың биш мең гектар ере бар. Төп йүнәлеш – һөтсөлөк. Әле бында 1 750 баш һауын һыйыры аҫрала. Уларҙан уртаса 7 650 литр һөт һауыла. Киләсәктә әлеге күрһәткесте 10 500-гә еткереү бурысы ҡуйылған. Бының өсөн хужалыҡта, әйтеп үткәнебеҙсә, мал аҙығын әҙерләүҙе сифатлы ойоштороуға ҙур иғтибар бүленә, өҫтәүенә генетика менән етди шөғөлләнә башлағандар.
– Биналарҙы, техниканы яңыртыу йәһәтенән дә ҙур эш алып барыла, – ти Динар Дамир улы. – “500 ферма” программаһына ярашлы, мәҫәлән, ике һыйыр һарайы, 300 урынлыҡ быҙау аҙбары төҙөлөп, уларҙа заманса уңайлыҡтар булдырылды. Продукцияны Бәләбәй һөт комбинатына тапшырабыҙ. Хеҙмәт хаҡын ваҡытында түләгәнгәлер, эшселәргә мохтажлыҡ кисергәнебеҙ юҡ. Һауынсылар, әйтәйек, 15 көн эсендә 22 мең һум самаһы ала. Себерҙән ҡайтҡандарҙың да күбеһе беҙгә эш урыны эҙләп килә. Белгестәрҙе торлаҡ менән тәьмин итәбеҙ, ятаҡ та бар.
...Баҫыу караптарының тауышы тынып ҡалды. Бер мәлгә генә. Тиҙҙән яңы үлән баш ҡалҡытыр, бесән өлгөрөр, игенлектәрҙе туҡ башаҡтар тулҡынға әүерелдерер. Эш башлана ғына әле.









Автор: Д. ИШМОРАТОВА. Район: Туймазы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 1

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте

Комментарий өҫтәргә