Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Космонавт булыу мотлаҡ түгел
“Үҫкәс кем буласаҡһың?” – Кескәйҙәргә йыш бирәбеҙ был һорауҙы. Уларҙың яуабын ишетеп, ихлас көләбеҙ. Баҙар иҡтисады иһә был тәңгәлдә көлкөгә урын юҡ икәнен асыҡ күрһәтте. Һөнәр һайлағанда, элекке кеүек, уның романтик яғын ғына күреү заманы уҙҙы, балаларға алдан уҡ дөрөҫ йүнәлеш бирелергә тейеш.

Күптән түгел “Хеҙмәт баҙары эксперттары” коммерцияға ҡарамаған партнерлыҡ” кампанияһы үткәргән һорау алыу шуны күрһәтте: эш биреүселәрҙең 93 проценты балаларға һәм үҫмерҙәргә профессиональ йүнәлеш дәрестәре биреүҙе бик мөһим һәм кәрәкле нәмә тип иҫәпләй. Белгестәр раҫлауынса, бының өсөн мәктәп уҡыусы­ларының 10 йәштән алып 17 йәшкә тиклемге осоро – был шөғөл өсөн иң уңайлы ваҡыт. Дәрестәрҙә буласаҡ эш биреүсе­ләрҙең йәки уларҙың вәкилдәренең ҡатнашыуы ла мотлаҡ тип һанай предприятие етәкселәре. Әйткәндәй, был директорҙарҙың 23 проценты үҙ ойошмаларында үҫмерҙәрҙең профессиональ йүнәлеше менән күптән шөғөлләнеүҙәре тураһында белдергән.
Эйе, бынан 15 – 20 йыл самаһы элек кенә әле күптәр буласаҡ һөнәрен уның ро­мантик яғына ҡарап – кинола күреп, әҙә­би әҫәрҙә уҡып – һайлай ине. Космонавт булырға хыялланмаған малай йәки ҡыҙ һирәк булды ул замандарҙа. Уҡытыусы йәки табип һөнәрҙәренең дә абруйлы сағы ине.
Үҙгәртеп ҡороу дәүере башланғас та һөнәрҙе үҙ эйәһен байытыу тиҙлегенә ҡарап һайлай башланылар. Мотлаҡ иҡтисадсы йәки юрист булырға теләүселәр айлап-көнләп арта барҙы. Артабан менеджер вазифаларын биләргә ынтылыу­сылар күбәйҙе. Улар тиҙ арала ҡиммәтле машиналарға, ҙур коттедждарға эйә була ала, имеш. Ләкин нимәгә һәләтле булыуың, хыял менән ысынбарлыҡтың нисбәте ярһыу йәшлектең ынтылыштарына һәр саҡта ла тура килеп бөтмәй.
Һөҙөмтәлә, мәҫәлән, юрист дипломы алып сыҡҡандар бөгөн быуа быуырлыҡ, ләкин Өфө кеүек ҙур ҡалала ла йүнле адвокат табыуы еңелдән түгел. Район ерендә был йәһәттән тағы ла ҡыйыныраҡтыр. Бер саҡ яңы ғына юридик факультет тамам­лаған ҡыҙҙан: “Юрист булғас, беләһегеҙҙер инде – Рәсәй Конституцияһының 1-се статьяһында нимә тураһында һүҙ бара әле?”– тип һорағас, ул аптырауҙан өнһөҙ ҡалғайны. Закондар буйынса “белгес” илебеҙҙең Төп законын да уҡымаған булып сыҡты. Бер таныш директорҙың көлөп һөйләгәне иҫтә (көлөп тә, аптырап та инде):
– Менеджер дипломы алған йәш ҡыҙ эш һорап килде. “Маляр итеп алам”, – тигәс, ҡырҡа баш тартты. “Мин бит – менеджер!” – ти. “Улай булғас, әйҙәгеҙ, механика цехы етәксеһе итеп ҡуям, ундағы ағай киләһе айҙа пенсияға сыға”, – тим. Тағы аптырай, унда эшләй алмаҫын икебеҙ ҙә аңғарабыҙ.
Тимәк, мәктәптең өлкән кластарында уҡ тейешле кимәлдәге теорияһы һәм практикаһы булған профессиональ йүнә­леш дәрестәре биреү, хеҙмәт семестрҙары уҙғарыу көнүҙәк мәсьәләләргә әүерелде. Бигерәк тә эшсе һөнәрҙәре буйынса. Хәтерләйһегеҙме, Т. Драйзерҙың “Америка фажиғәһе” романында үҫмер егетте фабрика хужаһы булған ағаһы менеджерлыҡҡа тәғәйенләр алдынан складҡа йөк ташыусы итеп ҡуя, унда үҙен күрһәткәс кенә тағы бер баҫҡысҡа күтәрә – техник контроль бүлегенә ултырта. Тимәк, егет технологик сылбырҙы ла, коллективты ла белергә, үҙен дә һынап ҡарарға тейеш. Ә беҙҙә менеджер йәки иҡтисадсы һөнәрҙәрен офиста компьютерҙа эшләп ултырыуҙан тыш күҙ алдына килтерә алмайҙар.
Башҡортостанда балаларға һәм үҫмер­ҙәргә профессиональ йүнәлеш биреү тәжрибәһе туплана бара. Былтыр көҙ Өфөлә “Кеше капиталына яңы шарттарҙа идара итеүҙең йоғонтололоғон күтәреү” тигән темаға үткәрелгән IV Төбәк-ара кадрҙар форумы ла шуны раҫлай. Башҡортостандың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова ошо йыйын барышында “Мәктәптә профессиональ йүнәлеш. Яңы ҡараш һәм заманса ысулдар” тигән докладында әйтеп үтеүенсә, педагогтарҙы балаларға профессиональ йүнәлеш биреү эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһындырыу, ә уҡыусыларҙы киләсәк юлды үҙаллы һайларға, шәхси һәләттәрен һәм лидерлыҡ сифаттарын социаль өлкәләрҙә ҡуллана белергә өйрәтеү зарур.
Шулай ҙа хәҙерге иҡтисад, тиҙ үҙгәрә барыусы хеҙмәт баҙары был эште тиҙләтеү бурысын ҡуя. Тик юғары технологияларға һәм ғилми эшләнмәләргә йөҙ тотҡан хәҙерге етештереү ҡеүәттәре бөгөнгө мәғарифтағы хәлгә тап килмәй: һуңғыһы, анығыраҡ әйткәндә, педагогтар, уҡыусы­лар, студенттар, уларҙың ата-әсәһе – был талаптарға яраҡлашып өлгөрә алмай әлегә. Социаль һорау алыуҙарҙан күре­неүенсә, өлкән класс уҡыусыларының 50 проценты һөнәр һайлағанда үҙ мөмкин­лектәрен барлай алмай, 46 проценты был йүнәлештә ата-әсәһен һәм туғандарының кәңәшенә таяна, 67 проценты үҙләштерә башлаған һөнәренең асылын күҙ алдына килтермәй. Һөҙөмтәлә юғары уҡыу йортон тамамлаусыларҙың яртыһы самаһы үҙе алған һөнәр буйынса эшләмәй.
Бөтә был проблемаларҙы хәл итеү профессиональ йүнәлеш биреү эшен генә түгел, дәүләттең кадрҙар сәйәсәтен дә камиллаштырыуҙы талап итә, сөнки Рәсәйҙең киләсәктә ниндәй кимәлдә үҫешкән булыуы бөгөн һөнәр һайларға йыйыныусы быуынға бәйле.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Мысыр авиакомпанияһы Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә рейстар башҡара башлай

Мысыр авиакомпанияһы Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә рейстар башҡара башлай 15.08.2025 // Йәмғиәт

Мысыр авиакомпанияһы Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә рейстар башҡара башлай...

Тотош уҡырға 0

1 сентябрҙән республика мәктәптәрендә һәм театрҙарында энергетиктар һатыу тыйыла

1 сентябрҙән республика мәктәптәрендә һәм театрҙарында энергетиктар һатыу тыйыла 15.08.2025 // Йәмғиәт

2025 йылдың 1 сентябренән «Башҡортостан Республикаһы территорияһында алкоголһеҙ тонусты күтәреүсе...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы Беларусь менән мәктәп туризмы программаһын булдырыу хаҡында һөйләне

Башҡортостан Башлығы Беларусь менән мәктәп туризмы программаһын булдырыу хаҡында һөйләне 14.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Беларусь Республикаһы менән берлектә уҡыусылар өсөн алмашыу буйынса ял ойошторҙо....

Тотош уҡырға 17

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан һәм йәшен хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан һәм йәшен хаҡында иҫкәртте 14.08.2025 // Йәмғиәт

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан һәм йәшен хаҡында иҫкәртте...

Тотош уҡырға 11

Ғафуриҙа Еҙем йылғаһы аша йәйәүлеләр күпере төҙөкләндерелә
Башҡортостанда ҡорот байрамы ойошторола

Башҡортостанда ҡорот байрамы ойошторола 14.08.2025 // Йәмғиәт

16 августа Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында «Хәйбулла ҡорото» төбәк-ара этно-фестивале уҙғарыла....

Тотош уҡырға 13

Республикала табиптарға остазлыҡ өсөн өҫтәмә аҡса түләнә
Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған

Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған 13.08.2025 // Йәмғиәт

Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған...

Тотош уҡырға 18

Башҡортостанда 31 меңдән ашыу кешегә «декрет пособиеһы» түләнә

Башҡортостанда 31 меңдән ашыу кешегә «декрет пособиеһы» түләнә 13.08.2025 // Йәмғиәт

Рәсәй Социаль фондының республика бүлексәһе эшләп йөрөгән әсәйҙәргә, ҡайһы бер осраҡтарҙа атайҙарға...

Тотош уҡырға 19

Өфө мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе

Өфө мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе 13.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң 58-се лицейын тамамлаған Тимур Ғарифуллин 2-8 августа Ҡытайҙа үткән яһалма интеллект буйынса...

Тотош уҡырға 16

Өөф мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе

Өөф мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе 13.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң 58-се лицейын тамамлаған Тимур Ғарифуллин 2-8 августа Ҡытайҙа үткән яһалма интеллект буйынса...

Тотош уҡырға 17

Республикала тағы бер ир-егет чача эсеп ағыуланған