Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡатын-ҡыҙ ҡулынан ни килмәй?!
Ҡатын-ҡыҙ ҡулынан ни килмәй?! Һуңғы ике тиҫтә йыл арауығында эшмәкәрлек әүҙемлеге буйынса сауҙа нөктәләренән һәм дарыуханаларҙан һуң, моғайын, автосервистар киләлер. Улар Нефтекамала ла бер нисә тиҫтә һәм, иң ҡыҙығы, шуның тик береһендә генә ҡатын-ҡыҙ хужабикә.


Роза Хәбибуллина һәм уның етәкселегендә эшләгән егеттәр күптән үҙҙәрен ышаныслы итеп танытҡан, шуға ла бер көн дә ҡул ҡаушырып ултырмай. “Ҡорос ат”тары “сирләп” киткәндәр ҡаланың үҙәк урамдарының береһендә урынлашҡан был “машина дауаханаһы”н үҙ итә. Бындағы хеҙмәткәрҙәр һәр клиентҡа яғымлы ҡарашта, боҙолған автомобилде мөмкин тиклем тиҙ арала һәм юғары сифатлы итеп “аяҡҡа баҫтырырға” ынтыла.
Кәрәк икән, Роза үҙе лә, егеттәре лә ваҡытын йәлләмәй, төнгә тиклем, хатта ҡайһы берәүҙәрҙең үтенесе буйынса ял көндәрендә лә эшләргә әҙер. Төҙәтеү барышында кинәт кенә ниндәйҙер запас часть кәрәк булһа, кемдер тиҙ генә кибеткә юллана. Ҡыҫҡаһы, бар нәмә сервисҡа мөрәжәғәт итеү­селәрҙең дүрт тәгәрмәсле дуҫтарын тиҙ һәм сифатлы итеп “дауалауға” йүнәлтелгән. Бөгөн бында тир түгеүсе ике Павел да үҙҙәренә төҙәтеүгә килтерелгән һәр автомобилде нәҡ шулай тере йән итеп күрә.
Нефтекаманың Кәсәү биҫтәһендә буй еткергән Розаның тиҫтер егеттәре уның үҙҙәре менән бер ҡатарҙан “Восход” матайында елдергәнен әле лә яҡшы хәтерләй. Бөгөн, һәр икенсе еңел машинала тиерлек ҡатын-ҡыҙ йөрөгәндә, был әллә ни аптырау тыуҙырмай. Уҙған быуаттың 70–80-се йылдарында иһә гүзәл заттың “ҡорос ат”ты ауыҙлыҡлауы ғына түгел, үҫмер егеттәрҙең күп ерҙә төп хәрәкәт сараһы һаналған мотоциклға атланыуы ла һирәк күренеш ине.
Розаның шәжәрә тамырҙары тарихта лайыҡлы урын алған данлыҡлы гәрәй ырыуы башҡорт­тарына барып тоташа. Тәбиғәттән килгән саялыҡ һәм ҡыйыулыҡҡа ата-әсәһе, туған­дары һәм уҡытыусылары хеҙмәткә һөйөү, ныҡыш­малылыҡ һәм яуаплылыҡ тойғолары өҫтәгән. Ҡалтасы районының Солтанай ауылында тыуып-үҫкән, әле үҙенең һигеҙенсе тиҫтәһен тултырған атаһы Риф Әхмәтзыя улының йәшлек йылдарында алыҫ Воркута тарафтарында шахтала эшләп ҡайтыуы, артабан хеҙмәт кенәгәһендәге яҙыуҙы 40 йыл тиерлек үҙгәртмәй, газ үткәреү ойошмаһында торбаларҙы газ менән киҫеүсе булып маҡталып ҡына хеҙмәт итеүе – Роза өсөн бөгөн дә оло үрнәк.
Шулай ҙа бер аҙнанан 75 йәшен тултырасаҡ әсәһе, Иҫке Туҡран ауылы һылыуы Сәүиә Фәйзрахман ҡыҙының ғүмерен сауҙа өлкәһенә арнауы үҫмер Розаға ниңәлер нығыраҡ йоғон­то яһай. Мәктәптән һуң ул нәҡ шул өлкә буйынса һөнәр алырға тотона. Училищела бар яҡтан өлгөр була: яҡшы уҡыуы менән бер рәттән төркөм комсоргы вазифаһын яратып башҡара, спорт менән ныҡлы дуҫлығын дауам итеп, ҡышҡы күпалыш менән әүҙем шөғөлләнә, мастерлыҡҡа кандидат нормаһын үтәй, волейбол һәм баскетбол буйынса йыйылма команда составында төрлө ярыштарҙа уңышлы сығыш яһай. 1986 йылда, ҡыҙыл диплом алып, ҡаланың аҙыҡ-түлек ойошмаһында (продторг) кассир-контролер булып эш башлай, шул уҡ йылда Мәскәүҙең ул саҡтағы Совет сауҙаһы (хәҙер коммерция) институтына ситтән тороп уҡырға инә...
Тауар белгесе, магазин директоры урынбаҫары булып тиҫтә йылдан ашыу эшләү дәүерендә тағы ла бар яҡтан абруй ҡаҙана замандашыбыҙ. Бурыстарын еренә еткереп үтәй, шуға ла яуаплы эштәрҙе етәкселәре гел Розаға йөкмәтә. Советтар Союзының көньяҡ республикаларында үҫкән виноград, ҡарбуз, башҡа емеш-еләк ҡайтарыу маҡсатында күп тапҡыр шул тарафтарға юллана.
– Төп эштән бигерәк бығаса күрмәгән төбәктәрҙә булыу оҡшай ине, – тип хәтерләй әңгәмәләшем үҙе ул саҡтарҙы. – Элекке союздаш рес­публикаларҙың барыһында ла тиерлек булдым.
Партия ағзалығына кандидат, ҡалала “Сауҙа королеваһы” тигән ҡушамат алған Роза Риф ҡыҙын һатыу өлкәһендә тағы ла юғарыраҡ ҡаҙаныштар көткәндер, бәлки. Тик 90-сы йылдарҙағы билдәле үҙгә­рештәр уны ла урап үтмәй. Үҙ белеме буйынса яңы эш урыны эҙләгәндә белдереү аша автосервисҡа барып юлыға ул. Унда ремонтсы талап ителә.
Тәбиғәттән килгән саялыҡмы, үҫмер сағындағы “матай ене” ҡағылыу һөҙөмтәһеме – Роза һис уйлап тормай ең һыҙғанып эшкә тотона. Әлбиттә, еңел булмай. Тиҙ арала автомобиль төҙөлөшөн өйрәнергә, уның төрлө өлөштәренең нисек эшләүенә, теге йәки был механизмдың сафтан сығыу сәбәптәренә төшөнөргә кәрәк була. Эргәләге ир-егеттәр машинаға яҡын ебәрергә теләмәһә лә, Роза бар нәмәгә үҙе тотона, ҡулына асҡыс һәм башҡа ҡоралдар тотоп бора, һүтә, яңынан йыя. Уның бындай ныҡышмалылығын күреп, оҫталар кәңәштәре менән ярҙам итә, техника төҙәтеүҙең күптәр белмәгән серҙәре менән уртаҡлаша башлай. Тора-бара яңы шөғөлөн ныҡлап үҙ итә ул, унан етәксе урынбаҫары вазифаһына күтәрелә.
– Был йәһәттән ҡалала еңел машиналар төҙәтеүгә тәү­геләрҙән булып тотонған Вил Юнысовҡа рәхмәтлемен, – ти Роза. – Уны үҙемдең остазым һәм ысын дуҫым тип һанайым. Нәҡ Вил миңә автосервис асырға тәҡдим итте лә инде.
Төрлө сәбәптәр арҡаһында ниндәйҙер икенсе эшмәкәрлек менән бер ни тиклем ваҡыт уңышлы ғына шөғөлләнгәндән һуң да үҙенең бала саҡ һәм йәшлек хыялын тормошҡа ашырыусылар аҙ түгел беҙҙең арала. Уларҙың ҡайһы берҙәре маҡсатына илткән юлда ҡыйынлыҡтарға дусар була, икенселәре иһә, яҙмыш биргән хеҙмәтен тырышып башҡарып, һиҙелерлек ҡаҙаныштарға өлгәшә. Нисек кенә булмаһын, тегеләре лә, былары ла бай тормош тәжрибәһе туплай. Шуға ла бер көн күптән күңеле тартҡан һөнәргә тотоноп китеү уларға әллә ни ауырлыҡ тыуҙырмай. Киреһенсә, теләгән шөғөлгә тотоноу яңы дәрт-дарман уята. Роза Риф ҡыҙы менән аралашыу, бер яҡтан, нәҡ шундай уйҙар тыуҙырһа, икенсе яҡтан, яратҡан эшенән йәм һәм тәм табыусы замандашыбыҙға ҡарата һоҡланыу тойғоһо уятты.
Файҙалы һәм ҡыҙыҡлы ял өсөн дә ваҡыт табырға тырыша машиналар “табибы” Роза. Тәбиғәткә сығырға, мөмкин­лектән файҙаланып, бер нисә тәүлек булһа ла палаткала йәшәп алырға ярата. Дуҫ-иштәре менән республикабыҙҙы тотошлай тиерлек урап сыҡҡан. Бигерәк тә “Вечный зов” фильмы төшөрөлгән Дыуан районы тарафтарын, Павловка һыу һаҡлағысын, “Красноусол” шифаханаһын ныҡ оҡшатҡан. Быйыл йәй Йүрүҙән буйлап һалда ағып төшөргә йыйыналар.
Үҙе рулгә ултырып, йыраҡ араларға сығып китеү ҙә бер ни түгел уға: күптән хыял иткән Абхазияны барып күргән, былтыр ноябрҙә Үзбәкстандың Сә­мәрҡәнд ҡалаһында булған, сиратта Карелия икән.
– Күңелем нисектер гел яңылыҡҡа тартылып тора, быға тиклем китап-журналдан уҡы­ғанды, телевизорҙан күргәнде барып күрге килә, – ти Роза. – Сит яҡтарҙа ҡайһы берәүҙәр кеүек сауҙа нөктәләрен эҙләп йөрөмәйем, тәбиғәт хозурлы­ғына тамаша ҡылырға тырышам.
Тормошта үҙ урынын табып, яратҡан шөғөлөнән шатланып, яҙмышынан ҡәнәғәт булып йәшәгән милләттәшебеҙгә килә­сәктә лә бар йәһәттән уңыш юлдаш булһын, тип теләйек.










Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Республикала сабыйҙар үлеменең тарихи минимумы теркәлгән

Республикала сабыйҙар үлеменең тарихи минимумы теркәлгән 30.06.2025 // Йәмғиәт

2024 йылда сабыйҙар үлеме күрһәткесе 3,5 промилле тәшкил иткән Был республиканың статистика...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаиләләргә вуздар ҡарамағындағы колледждарҙа балаларҙы уҡытыу хаҡы компенсациялана

Республикала ишле ғаиләләргә вуздар ҡарамағындағы колледждарҙа балаларҙы уҡытыу хаҡы компенсациялана 30.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары республиканың күп балалы ғаиләләренә дәүләт...

Тотош уҡырға 3

«Башҡортостан» ҡунаҡханаһына биш йондоҙ бирелде

«Башҡортостан» ҡунаҡханаһына биш йондоҙ бирелде 30.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә урынлашҡан «Башҡортостан» ҡунаҡхана комплексы рәсми рәүештә биш йондоҙло тип...

Тотош уҡырға 4

Республикала ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғыр яуыуы фаразлана

Республикала ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғыр яуыуы фаразлана 30.06.2025 // Йәмғиәт

Аҙна башында йылы һәм ямғырлы һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 3

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 29

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 24

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 24

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 27

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 32

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 31

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана