Һуңғы ике тиҫтә йыл арауығында эшмәкәрлек әүҙемлеге буйынса сауҙа нөктәләренән һәм дарыуханаларҙан һуң, моғайын, автосервистар киләлер. Улар Нефтекамала ла бер нисә тиҫтә һәм, иң ҡыҙығы, шуның тик береһендә генә ҡатын-ҡыҙ хужабикә.Роза Хәбибуллина һәм уның етәкселегендә эшләгән егеттәр күптән үҙҙәрен ышаныслы итеп танытҡан, шуға ла бер көн дә ҡул ҡаушырып ултырмай. “Ҡорос ат”тары “сирләп” киткәндәр ҡаланың үҙәк урамдарының береһендә урынлашҡан был “машина дауаханаһы”н үҙ итә. Бындағы хеҙмәткәрҙәр һәр клиентҡа яғымлы ҡарашта, боҙолған автомобилде мөмкин тиклем тиҙ арала һәм юғары сифатлы итеп “аяҡҡа баҫтырырға” ынтыла.
Кәрәк икән, Роза үҙе лә, егеттәре лә ваҡытын йәлләмәй, төнгә тиклем, хатта ҡайһы берәүҙәрҙең үтенесе буйынса ял көндәрендә лә эшләргә әҙер. Төҙәтеү барышында кинәт кенә ниндәйҙер запас часть кәрәк булһа, кемдер тиҙ генә кибеткә юллана. Ҡыҫҡаһы, бар нәмә сервисҡа мөрәжәғәт итеүселәрҙең дүрт тәгәрмәсле дуҫтарын тиҙ һәм сифатлы итеп “дауалауға” йүнәлтелгән. Бөгөн бында тир түгеүсе ике Павел да үҙҙәренә төҙәтеүгә килтерелгән һәр автомобилде нәҡ шулай тере йән итеп күрә.
Нефтекаманың Кәсәү биҫтәһендә буй еткергән Розаның тиҫтер егеттәре уның үҙҙәре менән бер ҡатарҙан “Восход” матайында елдергәнен әле лә яҡшы хәтерләй. Бөгөн, һәр икенсе еңел машинала тиерлек ҡатын-ҡыҙ йөрөгәндә, был әллә ни аптырау тыуҙырмай. Уҙған быуаттың 70–80-се йылдарында иһә гүзәл заттың “ҡорос ат”ты ауыҙлыҡлауы ғына түгел, үҫмер егеттәрҙең күп ерҙә төп хәрәкәт сараһы һаналған мотоциклға атланыуы ла һирәк күренеш ине.
Розаның шәжәрә тамырҙары тарихта лайыҡлы урын алған данлыҡлы гәрәй ырыуы башҡорттарына барып тоташа. Тәбиғәттән килгән саялыҡ һәм ҡыйыулыҡҡа ата-әсәһе, туғандары һәм уҡытыусылары хеҙмәткә һөйөү, ныҡышмалылыҡ һәм яуаплылыҡ тойғолары өҫтәгән. Ҡалтасы районының Солтанай ауылында тыуып-үҫкән, әле үҙенең һигеҙенсе тиҫтәһен тултырған атаһы Риф Әхмәтзыя улының йәшлек йылдарында алыҫ Воркута тарафтарында шахтала эшләп ҡайтыуы, артабан хеҙмәт кенәгәһендәге яҙыуҙы 40 йыл тиерлек үҙгәртмәй, газ үткәреү ойошмаһында торбаларҙы газ менән киҫеүсе булып маҡталып ҡына хеҙмәт итеүе – Роза өсөн бөгөн дә оло үрнәк.
Шулай ҙа бер аҙнанан 75 йәшен тултырасаҡ әсәһе, Иҫке Туҡран ауылы һылыуы Сәүиә Фәйзрахман ҡыҙының ғүмерен сауҙа өлкәһенә арнауы үҫмер Розаға ниңәлер нығыраҡ йоғонто яһай. Мәктәптән һуң ул нәҡ шул өлкә буйынса һөнәр алырға тотона. Училищела бар яҡтан өлгөр була: яҡшы уҡыуы менән бер рәттән төркөм комсоргы вазифаһын яратып башҡара, спорт менән ныҡлы дуҫлығын дауам итеп, ҡышҡы күпалыш менән әүҙем шөғөлләнә, мастерлыҡҡа кандидат нормаһын үтәй, волейбол һәм баскетбол буйынса йыйылма команда составында төрлө ярыштарҙа уңышлы сығыш яһай. 1986 йылда, ҡыҙыл диплом алып, ҡаланың аҙыҡ-түлек ойошмаһында (продторг) кассир-контролер булып эш башлай, шул уҡ йылда Мәскәүҙең ул саҡтағы Совет сауҙаһы (хәҙер коммерция) институтына ситтән тороп уҡырға инә...
Тауар белгесе, магазин директоры урынбаҫары булып тиҫтә йылдан ашыу эшләү дәүерендә тағы ла бар яҡтан абруй ҡаҙана замандашыбыҙ. Бурыстарын еренә еткереп үтәй, шуға ла яуаплы эштәрҙе етәкселәре гел Розаға йөкмәтә. Советтар Союзының көньяҡ республикаларында үҫкән виноград, ҡарбуз, башҡа емеш-еләк ҡайтарыу маҡсатында күп тапҡыр шул тарафтарға юллана.
– Төп эштән бигерәк бығаса күрмәгән төбәктәрҙә булыу оҡшай ине, – тип хәтерләй әңгәмәләшем үҙе ул саҡтарҙы. – Элекке союздаш республикаларҙың барыһында ла тиерлек булдым.
Партия ағзалығына кандидат, ҡалала “Сауҙа королеваһы” тигән ҡушамат алған Роза Риф ҡыҙын һатыу өлкәһендә тағы ла юғарыраҡ ҡаҙаныштар көткәндер, бәлки. Тик 90-сы йылдарҙағы билдәле үҙгәрештәр уны ла урап үтмәй. Үҙ белеме буйынса яңы эш урыны эҙләгәндә белдереү аша автосервисҡа барып юлыға ул. Унда ремонтсы талап ителә.
Тәбиғәттән килгән саялыҡмы, үҫмер сағындағы “матай ене” ҡағылыу һөҙөмтәһеме – Роза һис уйлап тормай ең һыҙғанып эшкә тотона. Әлбиттә, еңел булмай. Тиҙ арала автомобиль төҙөлөшөн өйрәнергә, уның төрлө өлөштәренең нисек эшләүенә, теге йәки был механизмдың сафтан сығыу сәбәптәренә төшөнөргә кәрәк була. Эргәләге ир-егеттәр машинаға яҡын ебәрергә теләмәһә лә, Роза бар нәмәгә үҙе тотона, ҡулына асҡыс һәм башҡа ҡоралдар тотоп бора, һүтә, яңынан йыя. Уның бындай ныҡышмалылығын күреп, оҫталар кәңәштәре менән ярҙам итә, техника төҙәтеүҙең күптәр белмәгән серҙәре менән уртаҡлаша башлай. Тора-бара яңы шөғөлөн ныҡлап үҙ итә ул, унан етәксе урынбаҫары вазифаһына күтәрелә.
– Был йәһәттән ҡалала еңел машиналар төҙәтеүгә тәүгеләрҙән булып тотонған Вил Юнысовҡа рәхмәтлемен, – ти Роза. – Уны үҙемдең остазым һәм ысын дуҫым тип һанайым. Нәҡ Вил миңә автосервис асырға тәҡдим итте лә инде.
Төрлө сәбәптәр арҡаһында ниндәйҙер икенсе эшмәкәрлек менән бер ни тиклем ваҡыт уңышлы ғына шөғөлләнгәндән һуң да үҙенең бала саҡ һәм йәшлек хыялын тормошҡа ашырыусылар аҙ түгел беҙҙең арала. Уларҙың ҡайһы берҙәре маҡсатына илткән юлда ҡыйынлыҡтарға дусар була, икенселәре иһә, яҙмыш биргән хеҙмәтен тырышып башҡарып, һиҙелерлек ҡаҙаныштарға өлгәшә. Нисек кенә булмаһын, тегеләре лә, былары ла бай тормош тәжрибәһе туплай. Шуға ла бер көн күптән күңеле тартҡан һөнәргә тотоноп китеү уларға әллә ни ауырлыҡ тыуҙырмай. Киреһенсә, теләгән шөғөлгә тотоноу яңы дәрт-дарман уята. Роза Риф ҡыҙы менән аралашыу, бер яҡтан, нәҡ шундай уйҙар тыуҙырһа, икенсе яҡтан, яратҡан эшенән йәм һәм тәм табыусы замандашыбыҙға ҡарата һоҡланыу тойғоһо уятты.
Файҙалы һәм ҡыҙыҡлы ял өсөн дә ваҡыт табырға тырыша машиналар “табибы” Роза. Тәбиғәткә сығырға, мөмкинлектән файҙаланып, бер нисә тәүлек булһа ла палаткала йәшәп алырға ярата. Дуҫ-иштәре менән республикабыҙҙы тотошлай тиерлек урап сыҡҡан. Бигерәк тә “Вечный зов” фильмы төшөрөлгән Дыуан районы тарафтарын, Павловка һыу һаҡлағысын, “Красноусол” шифаханаһын ныҡ оҡшатҡан. Быйыл йәй Йүрүҙән буйлап һалда ағып төшөргә йыйыналар.
Үҙе рулгә ултырып, йыраҡ араларға сығып китеү ҙә бер ни түгел уға: күптән хыял иткән Абхазияны барып күргән, былтыр ноябрҙә Үзбәкстандың Сәмәрҡәнд ҡалаһында булған, сиратта Карелия икән.
– Күңелем нисектер гел яңылыҡҡа тартылып тора, быға тиклем китап-журналдан уҡығанды, телевизорҙан күргәнде барып күрге килә, – ти Роза. – Сит яҡтарҙа ҡайһы берәүҙәр кеүек сауҙа нөктәләрен эҙләп йөрөмәйем, тәбиғәт хозурлығына тамаша ҡылырға тырышам.
Тормошта үҙ урынын табып, яратҡан шөғөлөнән шатланып, яҙмышынан ҡәнәғәт булып йәшәгән милләттәшебеҙгә киләсәктә лә бар йәһәттән уңыш юлдаш булһын, тип теләйек.