Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡайһы илдеке яҡшы?
Һәр кешенең үҙ зауығы тигәндәй, бөгөн кем ниндәй генә маркалы автомобилдә елдермәй?! Элек машина байлыҡ тип ҡаралһа, әле төрлө йомошто башҡарыу өсөн иң уңайлы транспорт сараларының береһе. Ошо йәһәттән гәзит уҡыусыларыбыҙҙың фекерен белдек.


Байтимер ХӨСӘЙЕНОВ, инженер:
– Юғары уҡыу йортонда белем эстәгәндә үк “тимер ат”ҡа атланғайным. Бының үҙенә күрә етди сәбәбе лә бар. Атайымдан ҡалған “копейка” менән студент йылдарын бергә үттем, аҙаҡ эшләй башлағас, уны – “семерка”ға, ә һуңыраҡ “девятка”ға алмаштырҙым. Бынан һуң да Ватаныбыҙҙа етеш­терелгән бер нисә машинам булды, хәҙер яҡын дуҫым – “Лада”. Иң сифатлыһы – Рәсәйҙеке!

Зөлфирә СӘМИ­ҒУЛЛИ­НА, шәфҡәт туташы:

– Маҡсат ҡуйып йәшәү – күп уңыштың нигеҙе. Йыл башында тотонолған булһа ла берәй машина алырға уйланым һәм яҙ башланыуға “Опель” һатып алдым. Төҫө аҡ, 150 ат көсөнә эйә. Быға тиклем ике хужаһы булған, ә мин – өсөнсөһө. Әлегә хәтлем “кәзәләнмәне”, унан һуң да ҡайҙа теләйем, шунда алып барыр, тим. Сит ил машина­һын берәү ҙә алмаштыра алмай!

Сабир АҠСӘЙЕТОВ, уҡы­тыусы-пенсионер:

– Берәү, сит ил машиналары әҙәм балаһы өсөн етештерелә, тигәйне. Ә беҙҙеке кем өсөн һуң, улай булғас? Ғүмеремдә бөтәһе ете автомобиль алмаш­тырҙым, береһен дә һүк­мәйем дә, маҡтамайым да. Алтын урталыҡта торам. Ниндәйе булһа ла, үҙен хөрмәт иткән водитель һәр береһенә һаҡсыл ҡараш булдырырға тейеш, минеңсә. Ваҡытында ҡарап торһаң, һәр ҡайһыһы сәғәт шикелле эшләйәсәк.

Дамир ҮТӘКӘЕВ, һәүәҫ­кәр йырсы:
– Йыр юлдарҙы ҡыҫҡарта, тиҙәр. Кемдер кассета тың­лап кинәнһә, мин “Datsun”ымда үҙем йыр баш­ҡарып, әгәр эргәмдә кешеләр ҙә булһа, уларҙы ауыҙыма ҡаратып барам. Ошо маркаға өҫтөнлөк бирҙем, сөнки һәр саҡ яңылыҡҡа ынтылам. Ҡышҡыһын йылы, йәйгеһен эҫе түгел, үҙемде кәмәлә барғандай хис итәм. Килә­сәктә яңы модель сыҡһа, быныһын һатып, уны ала­саҡмын.

Гөлсинә БАРЛЫБАЕВА, һатыусы:

– Мин сауҙалағы хеҙмә­темдән килгән аҡсама машина алып рәхәт сигәм. Әлбиттә, кредит аҡсаһы ярҙамға килә. Әле бар тапҡанды шуға йүнәлтәм. Түләү ауырыраҡ булһа ла, уның ҡарауы, йәйәү йөрөп ыҙаламайым.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә