Ҡайһы илдеке яҡшы?03.06.2016
Һәр кешенең үҙ зауығы тигәндәй, бөгөн кем ниндәй генә маркалы автомобилдә елдермәй?! Элек машина байлыҡ тип ҡаралһа, әле төрлө йомошто башҡарыу өсөн иң уңайлы транспорт сараларының береһе. Ошо йәһәттән гәзит уҡыусыларыбыҙҙың фекерен белдек.
Байтимер ХӨСӘЙЕНОВ, инженер:
– Юғары уҡыу йортонда белем эстәгәндә үк “тимер ат”ҡа атланғайным. Бының үҙенә күрә етди сәбәбе лә бар. Атайымдан ҡалған “копейка” менән студент йылдарын бергә үттем, аҙаҡ эшләй башлағас, уны – “семерка”ға, ә һуңыраҡ “девятка”ға алмаштырҙым. Бынан һуң да Ватаныбыҙҙа етештерелгән бер нисә машинам булды, хәҙер яҡын дуҫым – “Лада”. Иң сифатлыһы – Рәсәйҙеке!
Зөлфирә СӘМИҒУЛЛИНА, шәфҡәт туташы:
– Маҡсат ҡуйып йәшәү – күп уңыштың нигеҙе. Йыл башында тотонолған булһа ла берәй машина алырға уйланым һәм яҙ башланыуға “Опель” һатып алдым. Төҫө аҡ, 150 ат көсөнә эйә. Быға тиклем ике хужаһы булған, ә мин – өсөнсөһө. Әлегә хәтлем “кәзәләнмәне”, унан һуң да ҡайҙа теләйем, шунда алып барыр, тим. Сит ил машинаһын берәү ҙә алмаштыра алмай!
Сабир АҠСӘЙЕТОВ, уҡытыусы-пенсионер:
– Берәү, сит ил машиналары әҙәм балаһы өсөн етештерелә, тигәйне. Ә беҙҙеке кем өсөн һуң, улай булғас? Ғүмеремдә бөтәһе ете автомобиль алмаштырҙым, береһен дә һүкмәйем дә, маҡтамайым да. Алтын урталыҡта торам. Ниндәйе булһа ла, үҙен хөрмәт иткән водитель һәр береһенә һаҡсыл ҡараш булдырырға тейеш, минеңсә. Ваҡытында ҡарап торһаң, һәр ҡайһыһы сәғәт шикелле эшләйәсәк.
Дамир ҮТӘКӘЕВ, һәүәҫкәр йырсы:
– Йыр юлдарҙы ҡыҫҡарта, тиҙәр. Кемдер кассета тыңлап кинәнһә, мин “Datsun”ымда үҙем йыр башҡарып, әгәр эргәмдә кешеләр ҙә булһа, уларҙы ауыҙыма ҡаратып барам. Ошо маркаға өҫтөнлөк бирҙем, сөнки һәр саҡ яңылыҡҡа ынтылам. Ҡышҡыһын йылы, йәйгеһен эҫе түгел, үҙемде кәмәлә барғандай хис итәм. Киләсәктә яңы модель сыҡһа, быныһын һатып, уны аласаҡмын.
Гөлсинә БАРЛЫБАЕВА, һатыусы:
– Мин сауҙалағы хеҙмәтемдән килгән аҡсама машина алып рәхәт сигәм. Әлбиттә, кредит аҡсаһы ярҙамға килә. Әле бар тапҡанды шуға йүнәлтәм. Түләү ауырыраҡ булһа ла, уның ҡарауы, йәйәү йөрөп ыҙаламайым.