Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Алма, беш, ауыҙға төш, тип ятмаһаң...
Алма, беш, ауыҙға төш, тип ятмаһаң... Роман Ибраһим улы янында оҙаҡ булмаһаҡ та, уның тормош девизын, изге уй-маҡсаттар менән йәшәүен баҙыҡ төҫмөрләнек. Ҡыҫҡаһы, эш тип янған уңғандар шикелле, ул да тик ятыуҙы һис белмәй. Мәҡәлә яҙыр алдынан күренекле ижадсының, “маҡсатымдан, заманымдан артта ҡалмам: үҙ-үҙемде ғүмер буйы еңә алһам” тигән шиғыр юлдары иҫкә төштө. Улар ошо күптәнге танышым өсөн яҙылғандай тойолдо. Әңгәмәсем – автомобиль ремонтлау тармағында эшен киң йәйелдергән шәхси эшҡыуар Роман МУСИН.


– Әсе тир түгеп тапҡаның күпкә ҡәҙерле, тиҙәр. Шул уҡ ваҡытта көсәнмәй генә уңышҡа өлгәшеү тураһында ла йыш һөйләйҙәр. Һеҙ ҡайһыһына өҫтөнлөк бирәһегеҙ?
– Намыҫлы хеҙмәт, нисек кенә булмаһын, әҙәм балаһына ҡыуаныс килтерергә тейеш һәм ғәмәлдә шулай. Кемгә нисектер, әммә шәхсән үҙем өсөн өйҙә бот күтәреп ятып ҡына алдыңа бер нәмәнең дә килмәүен яҡшы беләм һәм ваҡыт үтеү менән шуға нығыраҡ инанам. Теге, ата менән ул араһында булған ғибрәтле хикәйәт иҫкә төштө ҡапылда. Унда ла йорт хужаһы малайын тормошҡа әҙерләү ниәте менән төрлө эшкә ебәреп аҡса табырға ҡуша. Әсәһе балаһын йәлләгәндән уға йәшереп кенә үҙ кеҫәһенән бирә, йәнәһе, ғәзизе үҙе эшләп тапҡан. Шулай ҙа атай кеше ышанмай, ҡағыҙ аҡсаларҙы мейескә ырғытып яндырып тора, еңел тормошҡа өйрәнгән малайҙың быға һис тә иҫе китмәй, һәр саҡ көлөп кенә ҡуя. Сәме киләме, бүтән сәбәпме, берҙән-бер көн ул көнлөксөгә әйләнә – ялланып утын яра, һыу ташый, ер ҡаҙый... Һәм ҡайтып тимер тәңкәләрҙе атаһының усына һала. Бында ла атаһы ышанмай тәүҙә, элеккесә барыһын да дөрләп янған мейескә ырғыта. Шул саҡта үҫмер, бармаҡтарының бешеүен дә тоймай, ҡуҙ араһынан аҡсаларын сүпләргә тотонмаһынмы! Бына ошонан һуң ышана атай кеше уның хәләл көс түккәненә...
– Егеттәрең машинаны биш бармағылай яҡшы белә, тип ышаныслы әйтә алаһыңмы?
– Беҙ – барыбыҙ ҙа ауыл малайҙары, ә унда тормоштоң техниканан айырылғыһыҙ икәнен беләбеҙ. Бәләкәйҙән техника ене ҡағылып үҫтек, руль артынан баш күренмәй ҙә, ә аяҡтарҙы һуҙа-һуҙа педалде эҙләйбеҙ. Өлкәндәрҙән барыһын да өйрәндек, еңел ремонтҡа ла, капиталь ремонтҡа ла, егет ҡорона ингәс иһә белемде был тәңгәлдә лә камиллаштырҙыҡ. Ҡулдарҙы ауырттыра-ауырттыра тәгәрмәс алмаштырыуҙан башланған мәшәҡәттәр автомобилдең йөрәге һаналған двигателде һүтеп йыйыуға тиклем барып етте.
– Ауыл малайҙары тигән һүҙбәйләнеште телгә алдығыҙ. Ҡайһы һыуҙы эсеп үҫтегеҙ?
– Беҙ – төркмәндәр. Милләтебеҙ төркмән икән тип уйлап ҡуймағыҙ, һәммәбеҙ ҙә Баймаҡ районының 1-се Төркмән ауылынан. Уң ҡулым – Рифат Ҡолмөхәмәтов. Бер туған ағайым Иршат менән “тимер ат”тарҙы дағалайбыҙ. Дағалайбыҙ тигәнем, беренсенән, тәгәрмәс менән бәйле эштәргә күмелгәнбеҙ – тишелгәнен ямайбыҙ, ҡышҡы тәгәрмәсте йәйгелеккә алмаштырабыҙ йәки киреһенсә. Яҙлы-көҙлө эш күбәйә, хәйер, бүтән саҡта ла тик ултырмайбыҙ. Бынан тыш, “жестянка”ға тотондоҡ. Йомарланған ҡағыҙға оҡшағаныраҡ машинаны кәнфит ҡағыҙы шикелле ялтырап торғанға әүерелдерәбеҙ.
– Һеҙ бөтә эштәрҙең дә яҡшы ойошторолоуын ышандырып һөйләнегеҙ. Шулай ҙа күңелде өйкәгәне лә барҙыр бит?
– Йәшермәйем, ләкин туғаным әйтмешләй, хәл ителмәй торған мәсьәлә булмай. Ҡайһы саҡта бер нәмәгә күңел әрнеп китә, бәғзе берәүҙәр “ҡорос ат”ын артығы менән ныҡ ҡамсылап ташлай, уға тимер генә тип ҡараһаҡ та, һәр машинаның да йәне бар бит ул. Ҡарап-һыйпап ҡына йөрөтөргә кәрәк.
– “Шиномонтажка”ғыҙ Өфөнөң үҙәгендә урын­лашҡан. Ҡайҙа ҡарама, хәҙер аҙым һайын улар. Тәгәрмәсең тишелдеме, боронғо шикелле оҙаҡ эҙләп йөрөргә кәрәкмәй, һәр урам мөйөшөндә тиерлек осратырға мөмкин. Миллион­лы ҡалала конкурентлыҡҡа нисек ҡаршы тораһығыҙ?
– Бынан 15 йыл тирәһе элек шәхси эшемде асҡайным. “Конку­рентлыҡ” тигән һүҙгә килгәндә, һис кенә лә ҡурҡынысы юҡ, әгәр ҙә, алма, беш, ауыҙыма төш, тип тик ятмаһаң. Ә ысынында иң беренсе сифатҡа баҫым яһайбыҙ. Беҙ машиналарын хеҙмәтлән­дергәндәр рәнйеп йөрөмәһен, киреһенсә, маҡтаһын, тағы килһен.
– Көрсөк, тиҙәр. Уның тәьҫи­рен тояһығыҙмы?
– Машиналарҙың йылдан-йыл арта барыуы тураһында күп һөйләйҙәр. Бөгөн бер ғаиләлә бер нисә автомобилдең булыуы бер кем өсөн дә яңылыҡ түгел. Шуларҙан сығып фекер йөрөтһәң, көрсөк ике ятып бер төшөңә инмәй...

Техникаға бәйле ремонт эше иң бысраҡтарҙан һанала. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Романдың ыҫпай кейеме тәүҙән үк күҙгә ташланды. Уның шулай уҡ эш тип янып-көйөп йөрөүенә лә иғтибар иттек. Була бит баҫҡан ерендә ут сәсрәтеүселәр!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөлә 101 йәшлек фронтовик Герман Федин һайлауҙа ҡатнашты

Өфөлә 101 йәшлек фронтовик Герман Федин һайлауҙа ҡатнашты 20.09.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә 101 йәшлек фронтовик Герман Федин һайлауҙа ҡатнашты...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә башҡорт телендә бюллетендәр етмәгән

Өфөлә башҡорт телендә бюллетендәр етмәгән 19.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡаланың Совет районындағы 414-се участка һайлау комиссияһында был проблема тиҙ арала хәл ......

Тотош уҡырға 2

Топорниндар йорто «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» маршрутының бер өлөшө буласаҡ

Топорниндар йорто «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» маршрутының бер өлөшө буласаҡ 19.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 19 сентябрҙә Кушнаренко районы буйлап эш сәфәре барышында ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ишле ғаилә һайлауҙа ҡатнашты

Башҡортостанда ишле ғаилә һайлауҙа ҡатнашты 19.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ишле ғаилә һайлауҙа ҡатнашты...

Тотош уҡырға 2

Республикала иң йәш һәм иң оло күҙәтеүсенең йәше билдәле булды
Башҡортостанда Ташкентта йәшәүселәр тауыш бирә

Башҡортостанда Ташкентта йәшәүселәр тауыш бирә 19.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Ташкентта йәшәүселәр тауыш бирә...

Тотош уҡырға 2

Республикала Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һайлауға ҡыҙы менән килде

Республикала Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һайлауға ҡыҙы менән килде 19.09.2026 // Йәмғиәт

Республикала Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һайлауға ҡыҙы менән килде...

Тотош уҡырға 1

Республикала «Рәхмәт» акцияһы һайлаусылар араһында популярлыҡ менән файҙалана

Республикала «Рәхмәт» акцияһы һайлаусылар араһында популярлыҡ менән файҙалана 19.09.2026 // Йәмғиәт

Республикала «Рәхмәт» акцияһы һайлаусылар араһында популярлыҡ менән файҙалана...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров Ленин исемендәге паркта фонтандарҙың ниндәй булырын күрһәтте
Республикала киләһе йылдан герой әсәләргә 1 миллион һум аҡса түләнә башлай

Республикала киләһе йылдан герой әсәләргә 1 миллион һум аҡса түләнә башлай 18.09.2026 // Йәмғиәт

Республикала киләһе йылдан герой әсәләргә 1 миллион һум аҡса түләнә башлай...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда 100 йәшлек инәй һайлауҙа тауыш бирҙе

Башҡортостанда 100 йәшлек инәй һайлауҙа тауыш бирҙе 18.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 100 йәшлек инәй һайлауҙа тауыш бирҙе...

Тотош уҡырға 2

Владимир Путин яҡташтарыбыҙҙы бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Владимир Путин яҡташтарыбыҙҙы бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы 18.09.2026 // Йәмғиәт

Владимир Путин яҡташтарыбыҙҙы бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә