Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Әйт әле, өләсәй...
Әйт әле, өләсәй... “Өләсәйемдең тормош һабаҡтары”... Нисә йәштә булһаҡ та, донъяның ҡайһы ҡитғаһында көн итһәк тә, был һүҙҙәр һәр кемебеҙҙең күңелен уятып ебәрер, йылылыҡ өҫтәр мөғжизәле көскә эйә. Бәләкәй саҡта өләсәйҙең тубығына таянып уның серле әкиәттәрен тыңлау, эш араһында әйтелгән ипле нәсихәттәрен отоу, тәмле итеп бешергән ҡоймаҡлы сәйе менән һыйланыу – алтын-көмөш тауҙар хаҡына ла тормаған хазина ул.
Кисәге малай һәм ҡыҙҙар үҫеп, бөгөн йәмғиәтебеҙҙең әүҙем, дәртле бер өлөшө булып йәшәй, белем ала, һөнәр өйрәнә. Өлә­сәйҙәр менән аралашыу күпселек осраҡта телефон аша йә иһә уңайы сыҡҡанда ҡунаҡҡа барыу менән генә сикләнә. Әммә был күңел төшөнкөлөгөнә бирелеү өсөн сәбәп икән, тип уйлай күрмәгеҙ. Бына Өфө ҡалаһынан Зөлхизә Мортазина исемле һылыу виртуаль форматта “Өлә­сәйемдең тормош һабаҡтары” төркөмө булдырып, унда ошо изге күңелле яҡындарыбыҙ менән аралашҡандай матур, йылы мөхит тыуҙырған.
Әйт әле, өләсәй...Ҡыҙ үҙе баш ҡаланың Статистика һәм информатика колледжын тамамлау алдында, иҡти­садсы-бухгалтер һөнәрен үҙләш­тергән. Ул башҡорт халыҡ ижады, йолалары, бейеүҙәре менән ҡыҙыҡһына. Буш ваҡытын ҡул эштәренә, сит телдәр өйрәнеүгә, китап уҡыуға, үҙен рухи яҡтан тәрбиәләүгә арнай.
– “Өләсәйемдең тормош һабаҡтары”ның беренсе көнө хәте­рем­­дә. “Бәйләнештә” сай­тындағы башҡорт төркөм­дәрен ҡарап ултырҙым, араларында мәҡәлдәр-әйтемдәр ҡуйғандары ла бар ине. Күп уйлап торманым, халҡымдың мәҙәниәтен һаҡлауға бәләкәй генә өлөш индереү маҡсатында ошо эшемде башлап ебәрҙем. Бер ай эсендә төркөмгә ингән кешеләрҙең һаны ике меңдән ашты. Бөгөн иһә дүрт меңгә етеп бара. Был күренеш ҡыуандырҙы, артабан эшләргә дәрт өҫтәне. Әле милли рухта тағы бер проект әҙерләйем, халыҡтың уны ыңғай ҡабул итеренә ышанам, – ти Зөлхизә. – “Әйтем”, “Олатайым, өләсәйем һабағы” тип нарыҡланған фәһемле фекерҙәр, мәҡәлдәр бөгөнгө йәштәр өсөн фәһемле. Уларҙы 200 кеше үҙ сәхифәһенә күсереп ҡуйҙы. Йәштәштәрем ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған аҡылға бай фекерҙәр менән таныша. Был һабаҡтарҙы тормошта ҡулланырға ынтылыуҙарына сикһеҙ шатмын. Беҙ, йәштәр, илебеҙҙең киләсәге яҡты булһын, башҡорт рухы йәшәһен өсөн тарихи тамырҙарыбыҙҙы, бай мәҙәниәтебеҙҙе мотлаҡ белергә тейешбеҙ.



Автор: Г. ҒӘБИТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә