“Өләсәйемдең тормош һабаҡтары”... Нисә йәштә булһаҡ та, донъяның ҡайһы ҡитғаһында көн итһәк тә, был һүҙҙәр һәр кемебеҙҙең күңелен уятып ебәрер, йылылыҡ өҫтәр мөғжизәле көскә эйә. Бәләкәй саҡта өләсәйҙең тубығына таянып уның серле әкиәттәрен тыңлау, эш араһында әйтелгән ипле нәсихәттәрен отоу, тәмле итеп бешергән ҡоймаҡлы сәйе менән һыйланыу – алтын-көмөш тауҙар хаҡына ла тормаған хазина ул.Кисәге малай һәм ҡыҙҙар үҫеп, бөгөн йәмғиәтебеҙҙең әүҙем, дәртле бер өлөшө булып йәшәй, белем ала, һөнәр өйрәнә. Өләсәйҙәр менән аралашыу күпселек осраҡта телефон аша йә иһә уңайы сыҡҡанда ҡунаҡҡа барыу менән генә сикләнә. Әммә был күңел төшөнкөлөгөнә бирелеү өсөн сәбәп икән, тип уйлай күрмәгеҙ. Бына Өфө ҡалаһынан Зөлхизә Мортазина исемле һылыу виртуаль форматта “Өләсәйемдең тормош һабаҡтары” төркөмө булдырып, унда ошо изге күңелле яҡындарыбыҙ менән аралашҡандай матур, йылы мөхит тыуҙырған.
Ҡыҙ үҙе баш ҡаланың Статистика һәм информатика колледжын тамамлау алдында, иҡтисадсы-бухгалтер һөнәрен үҙләштергән. Ул башҡорт халыҡ ижады, йолалары, бейеүҙәре менән ҡыҙыҡһына. Буш ваҡытын ҡул эштәренә, сит телдәр өйрәнеүгә, китап уҡыуға, үҙен рухи яҡтан тәрбиәләүгә арнай.
– “Өләсәйемдең тормош һабаҡтары”ның беренсе көнө хәтеремдә. “Бәйләнештә” сайтындағы башҡорт төркөмдәрен ҡарап ултырҙым, араларында мәҡәлдәр-әйтемдәр ҡуйғандары ла бар ине. Күп уйлап торманым, халҡымдың мәҙәниәтен һаҡлауға бәләкәй генә өлөш индереү маҡсатында ошо эшемде башлап ебәрҙем. Бер ай эсендә төркөмгә ингән кешеләрҙең һаны ике меңдән ашты. Бөгөн иһә дүрт меңгә етеп бара. Был күренеш ҡыуандырҙы, артабан эшләргә дәрт өҫтәне. Әле милли рухта тағы бер проект әҙерләйем, халыҡтың уны ыңғай ҡабул итеренә ышанам, – ти Зөлхизә. – “Әйтем”, “Олатайым, өләсәйем һабағы” тип нарыҡланған фәһемле фекерҙәр, мәҡәлдәр бөгөнгө йәштәр өсөн фәһемле. Уларҙы 200 кеше үҙ сәхифәһенә күсереп ҡуйҙы. Йәштәштәрем ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған аҡылға бай фекерҙәр менән таныша. Был һабаҡтарҙы тормошта ҡулланырға ынтылыуҙарына сикһеҙ шатмын. Беҙ, йәштәр, илебеҙҙең киләсәге яҡты булһын, башҡорт рухы йәшәһен өсөн тарихи тамырҙарыбыҙҙы, бай мәҙәниәтебеҙҙе мотлаҡ белергә тейешбеҙ.