Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Нуғай яланындағы һабантуй
Нуғай яланындағы һабантуй Йәй башында йыл да һабантуйҙар гөрләй. Һәр район-ҡалала үткәрелгән бындай сара олоһон да, кесеһен дә бергә йыя, сәсеү эштәре тамамланыуын бар тирә-яҡҡа хәбәр итеп, ҙур, сағыу тантана рәүешен ала. Әммә алыҫта йәшәгән һәр кемдең район һабантуйына ҡайтыу мөмкинлеге юҡ. Был йәһәттән ҡалаларҙа ошондай бәләкәй байрамдарҙы үткәреү үҙен аҡлай. Һүҙ – Өфөнән йыраҡ түгел Нуғай ауылы янында үткән Әбйәлил йәштәре һабантуйы хаҡында.


Ғәҙәттә, был байрам башлыса ошо райондан килеп баш ҡалала уҡыған, эшләп йөрөгән йәштәр өсөн ойошторола ине. Быйыл иһә һабантуй Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте менән берлектә киңерәк ҡолас йәйҙе. Унда килгән һәр кем милли байрамда­ры­быҙҙың йөҙөк ҡашы булған көрәш, тоҡ менән һуғышыу, бүрәнәгә менеү, тоҡ кейеп йүгереү, ҡул көрәштереү кеүек бәйгеләрҙә, футбол, волейбол, хатта тиҙлеккә печенье ашау кеүек уйындарҙа көсөн һынап ҡарай алды. Сараны асыу тантанаһында:
Нуғай яланындағы һабантуй– Һабан байрамы булараҡ барлыҡҡа килеп, һабантуй яйлап ҡына ҙур һәм бәләкәй ҡалаларҙың да күңелен яуланы, мәҙәниәте­беҙҙең алыштырғыһыҙ бер өлө­шөнә әйләнде, – тине Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте баш­лығы урынбаҫары Артур Ғафаров. Байрамға килгән йәштәрҙе, ҡу­наҡтарҙы шулай уҡ “Әбйәлил йәштәре” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Тамъян Ғәбитов, Әбйәлил районы хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе Шайморат Нәбиуллин, Башҡорт­ос­тан мосолмандары диниә назараты рәйесе урынбаҫары Айнур Арыҫланов сәләмләне.
Баш ҡалала уҡыған, эшләгән йәштәр байтаҡ. Улар үҙҙәренең тырыш хеҙмәте менән ҡала үҫешенә өлөш индерә, уның бөгөнгөһө, киләсәге өсөн янып йәшәй. Алыҫ араны яҡын итеп райондан килеп еткән ҡунаҡтар йәштәрҙең һәр сараны айыҡ мөхиттә, үҙенсәлекле итеп ойоштороуын телгә алды.
Ярыштарҙа алдынғылыҡты бирмәгән мәргәндәргә, етеҙҙәргә тейешле затлы бүләктәр ҙә әҙер ине. Көрәштә абсолют еңеүсе тип танылған Рәдиф Аҡсурин һарыҡ алып ҡыуанһа, гер күтәреү батыры исеменә Алмаз Фәйзуллин лайыҡ булды. Футбол уйынында Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты командаһына еткәндәр юҡ ине, волейболда Әбйәлил ра­йоны йыйылма командаһы алдын­ғылыҡты бирмәне.
Нуғай ауылы янында гөрләгән сара “Изге эштәр көнө” тип тә аталырға хоҡуҡлы ине, сөнки уның барышында етем балаларға ярҙам итеү маҡсатында хәйриә акцияһы ойошторолдо. Аҙаҡтан, халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә, “Әбйәлил йәштәре” ойошмаһы әүҙемдәре балалар йорттарына сәфәр ҡылды, күстәнәстәр тапшырҙы.
Нуғай яланындағы һабантуйӘлбиттә, бер генә байрамды ла йыр-моңһоҙ күҙ алдына килтереп булмай. Һабантуй сәхнәһе Хәсән Усманов, Заһир Шәйәх­мәтов, Иҙел Нурғәлин, Альбина Килдейәрова, Айрат Зиннәтовтың, Гөлназ Сабитова етәкселегендәге Нуғай мәҙәниәт йортоноң ижади коллективтары сығыштарынан яңғырап торҙо. Көндәлек мәшәҡәт­тәрҙән арынып, туғандары, район­даштары менән осрашырға, ял итергә килгәндәр өсөн байрам яланында халыҡ ижады өлгөләре күргәҙмәһе, сауҙа нөктәләре булдырылды. Алдан телгә алыныуынса, быйыл майҙанда ейән-ейәнсәрҙәрен етәкләгән олатай-өләсәйҙәрҙе лә, уҡыу йылын тамамларға торған студенттарҙы ла, эшләп йөрөгәндәрҙе лә күрер­гә мөмкин ине. Сәләмәт тормошто, халыҡ йолаларына, рухи ҡим­мәттәргә ҡарата ихтирам пропа­гандалаған һабантуй яланын әле бында, әле тегендә биҙәгән усаҡтар, гөрләп торған табындар, милли йыр-моңдар, бейеүҙәр – һәммәһе лә ике район халҡының ихласлығын, ялда ла, хеҙмәттә лә дәррәүлеген сағылдырҙы.


Шайморат НӘБИУЛЛИН, Әбйәлил районы хакимиә­тенең йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе:

– Өфө ҡалаһында уҡыған студенттар район хакими-ә­те менән тығыҙ хеҙмәт­тәшлек итә. Һабантуй ойоштороу ниәтен улар ҡышын уҡ белгертте, әҙерлекте лә шул мәлдә башланыҡ. Бынан ете-һигеҙ йыл элек әлеге сараны студенттар ике көнлөк итеп үткәрһә, хәҙер заман, баҙар шарттары сикле. Әммә ошондай осорҙа ла Өфө әбйәлилдәре өсөн күркәм байрам ойошторорға йөрьәт иткән йәштәребеҙгә рәхмәт әйтке килә. Афарин!
Баш ҡаланың Октябрь районы етәкселеге менән килешеп, һабантуйҙы бергә үткәреү ҙә яҡшы булды, минеңсә. Байрамды ойош­тороуға Әбйәлил районы хакимиәте тарафынан финанс ярҙам күрһәтелде.

Наилә ЗАҺИТОВА, Өфө ҡалаһының Октябрь райо­ны хакимиәте белгесе:

– Әбйәлил районы йәштә­ре Нуғай ауылы янында һабантуй үткәреү теләген белдергәс, йыл да ойош­торолған был сара үҙен­сәлекле, сағыу милли төҫ алырына шик тыуманы. Студенттарҙың берҙәм­леккә ынтылыуы, бер тирәгә тупланыуы, төбәктән сыҡ­ҡан артистарҙың да яҡташ­тарының уй-ниәтен ҡабул итеп, халыҡҡа шәп концерт бүләк итеүе, сәхнәне бер минутҡа буш ҡалдырмауы оҡшаны.
Замана егет-ҡыҙҙарының ошолай оптимистик рухта эш итеүе, ҡаршылыҡтар алдында баҙап ҡалмауы шат­ландырҙы. Студенттар бер­легенең ойоштороу комитетына һәр башланғыс­та­рында ла уңыштар насип булһын. Артабанғы йылдарҙа был һабантуйҙы милли төҫ­тә, тирмәләр, уртаҡ ҙур табын менән күҙ алдына килтерәм.


Автор: Ш. САМАТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда минималь эш хаҡы 33,3 мең һумға етергә мөмкин

Башҡортостанда минималь эш хаҡы 33,3 мең һумға етергә мөмкин 16.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда минималь эш хаҡы 33,3 мең һумға етергә мөмкин...

Тотош уҡырға 2

Өфөнән «Тамыр» телеканалының тапшырыуы «ТЭФИ-KIDS» премияһы финалына сыҡты

Өфөнән «Тамыр» телеканалының тапшырыуы «ТЭФИ-KIDS» премияһы финалына сыҡты 16.10.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән «Тамыр» телеканалының тапшырыуы «ТЭФИ-KIDS» премияһы финалына сыҡты...

Тотош уҡырға 2

Владимир Путин Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡовты бүләкләне

Владимир Путин Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡовты бүләкләне 16.10.2026 // Йәмғиәт

Рәсәй президенты Владимир Путин илебеҙҙең күренекле граждандарына дәүләт наградалары тапшырыу ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда быйыл 34 мең атай балалар пособиеһы алған

Башҡортостанда быйыл 34 мең атай балалар пособиеһы алған 15.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда быйыл 34 мең атай балалар пособиеһы алған...

Тотош уҡырға 3

Өфөлә реконструкциянан һуң Ленин исемендәге парк асылды

Өфөлә реконструкциянан һуң Ленин исемендәге парк асылды 10.10.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә реконструкциянан һуң Ленин исемендәге парк асылды...

Тотош уҡырға 6

2027 йылда Рәсәйҙә страховка пенсияһын ике тапҡыр арттырасаҡтар
Башҡортостанда сирена тауышы яңғыраясаҡ

Башҡортостанда сирена тауышы яңғыраясаҡ 08.10.2026 // Йәмғиәт

9 октябрҙә Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә ғәҙәттән тыш хәл тураһында хәбәр итеү системаһы тикшерәләсәк....

Тотош уҡырға 6

Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсете яңы төҫтәрҙә балҡыны

Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсете яңы төҫтәрҙә балҡыны 06.10.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсете яңы төҫтәрҙә балҡыны...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостандың ҡайһы ҡалаларында йәшәүселәрҙең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә зарланыуы билдәле булды

Башҡортостандың ҡайһы ҡалаларында йәшәүселәрҙең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә зарланыуы билдәле булды 06.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың ҡайһы ҡалаларында йәшәүселәрҙең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә зарланыуы ......

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан балалар өсөн грипҡа ҡаршы 152 меңдән ашыу доза вакцина алды

Башҡортостан балалар өсөн грипҡа ҡаршы 152 меңдән ашыу доза вакцина алды 06.10.2026 // Йәмғиәт

Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығында балаларға грипҡа ҡаршы вакцина яһауҙың ......

Тотош уҡырға 7

Республикала көндәр йылына

Республикала көндәр йылына 06.10.2026 // Йәмғиәт

Тиҙҙән Башҡортостанда көндәр бер аҙ йылыта, тип хәбәр итте синоптиктар....

Тотош уҡырға 11

Башҡорт ауылы Бөтә Рәсәй инициативалар конкурсында иң яҡшыһы булды

Комментарий өҫтәргә