Йәй башында йыл да һабантуйҙар гөрләй. Һәр район-ҡалала үткәрелгән бындай сара олоһон да, кесеһен дә бергә йыя, сәсеү эштәре тамамланыуын бар тирә-яҡҡа хәбәр итеп, ҙур, сағыу тантана рәүешен ала. Әммә алыҫта йәшәгән һәр кемдең район һабантуйына ҡайтыу мөмкинлеге юҡ. Был йәһәттән ҡалаларҙа ошондай бәләкәй байрамдарҙы үткәреү үҙен аҡлай. Һүҙ – Өфөнән йыраҡ түгел Нуғай ауылы янында үткән Әбйәлил йәштәре һабантуйы хаҡында.Ғәҙәттә, был байрам башлыса ошо райондан килеп баш ҡалала уҡыған, эшләп йөрөгән йәштәр өсөн ойошторола ине. Быйыл иһә һабантуй Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте менән берлектә киңерәк ҡолас йәйҙе. Унда килгән һәр кем милли байрамдарыбыҙҙың йөҙөк ҡашы булған көрәш, тоҡ менән һуғышыу, бүрәнәгә менеү, тоҡ кейеп йүгереү, ҡул көрәштереү кеүек бәйгеләрҙә, футбол, волейбол, хатта тиҙлеккә печенье ашау кеүек уйындарҙа көсөн һынап ҡарай алды. Сараны асыу тантанаһында:
– Һабан байрамы булараҡ барлыҡҡа килеп, һабантуй яйлап ҡына ҙур һәм бәләкәй ҡалаларҙың да күңелен яуланы, мәҙәниәтебеҙҙең алыштырғыһыҙ бер өлөшөнә әйләнде, – тине Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Артур Ғафаров. Байрамға килгән йәштәрҙе, ҡунаҡтарҙы шулай уҡ “Әбйәлил йәштәре” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Тамъян Ғәбитов, Әбйәлил районы хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе Шайморат Нәбиуллин, Башҡортостан мосолмандары диниә назараты рәйесе урынбаҫары Айнур Арыҫланов сәләмләне.
Баш ҡалала уҡыған, эшләгән йәштәр байтаҡ. Улар үҙҙәренең тырыш хеҙмәте менән ҡала үҫешенә өлөш индерә, уның бөгөнгөһө, киләсәге өсөн янып йәшәй. Алыҫ араны яҡын итеп райондан килеп еткән ҡунаҡтар йәштәрҙең һәр сараны айыҡ мөхиттә, үҙенсәлекле итеп ойоштороуын телгә алды.
Ярыштарҙа алдынғылыҡты бирмәгән мәргәндәргә, етеҙҙәргә тейешле затлы бүләктәр ҙә әҙер ине. Көрәштә абсолют еңеүсе тип танылған Рәдиф Аҡсурин һарыҡ алып ҡыуанһа, гер күтәреү батыры исеменә Алмаз Фәйзуллин лайыҡ булды. Футбол уйынында Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты командаһына еткәндәр юҡ ине, волейболда Әбйәлил районы йыйылма командаһы алдынғылыҡты бирмәне.
Нуғай ауылы янында гөрләгән сара “Изге эштәр көнө” тип тә аталырға хоҡуҡлы ине, сөнки уның барышында етем балаларға ярҙам итеү маҡсатында хәйриә акцияһы ойошторолдо. Аҙаҡтан, халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә, “Әбйәлил йәштәре” ойошмаһы әүҙемдәре балалар йорттарына сәфәр ҡылды, күстәнәстәр тапшырҙы.
Әлбиттә, бер генә байрамды ла йыр-моңһоҙ күҙ алдына килтереп булмай. Һабантуй сәхнәһе Хәсән Усманов, Заһир Шәйәхмәтов, Иҙел Нурғәлин, Альбина Килдейәрова, Айрат Зиннәтовтың, Гөлназ Сабитова етәкселегендәге Нуғай мәҙәниәт йортоноң ижади коллективтары сығыштарынан яңғырап торҙо. Көндәлек мәшәҡәттәрҙән арынып, туғандары, райондаштары менән осрашырға, ял итергә килгәндәр өсөн байрам яланында халыҡ ижады өлгөләре күргәҙмәһе, сауҙа нөктәләре булдырылды. Алдан телгә алыныуынса, быйыл майҙанда ейән-ейәнсәрҙәрен етәкләгән олатай-өләсәйҙәрҙе лә, уҡыу йылын тамамларға торған студенттарҙы ла, эшләп йөрөгәндәрҙе лә күрергә мөмкин ине. Сәләмәт тормошто, халыҡ йолаларына, рухи ҡиммәттәргә ҡарата ихтирам пропагандалаған һабантуй яланын әле бында, әле тегендә биҙәгән усаҡтар, гөрләп торған табындар, милли йыр-моңдар, бейеүҙәр – һәммәһе лә ике район халҡының ихласлығын, ялда ла, хеҙмәттә лә дәррәүлеген сағылдырҙы.
Шайморат НӘБИУЛЛИН, Әбйәлил районы хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе:– Өфө ҡалаһында уҡыған студенттар район хакими-әте менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Һабантуй ойоштороу ниәтен улар ҡышын уҡ белгертте, әҙерлекте лә шул мәлдә башланыҡ. Бынан ете-һигеҙ йыл элек әлеге сараны студенттар ике көнлөк итеп үткәрһә, хәҙер заман, баҙар шарттары сикле. Әммә ошондай осорҙа ла Өфө әбйәлилдәре өсөн күркәм байрам ойошторорға йөрьәт иткән йәштәребеҙгә рәхмәт әйтке килә. Афарин!
Баш ҡаланың Октябрь районы етәкселеге менән килешеп, һабантуйҙы бергә үткәреү ҙә яҡшы булды, минеңсә. Байрамды ойоштороуға Әбйәлил районы хакимиәте тарафынан финанс ярҙам күрһәтелде.
Наилә ЗАҺИТОВА, Өфө ҡалаһының Октябрь районы хакимиәте белгесе:– Әбйәлил районы йәштәре Нуғай ауылы янында һабантуй үткәреү теләген белдергәс, йыл да ойошторолған был сара үҙенсәлекле, сағыу милли төҫ алырына шик тыуманы. Студенттарҙың берҙәмлеккә ынтылыуы, бер тирәгә тупланыуы, төбәктән сыҡҡан артистарҙың да яҡташтарының уй-ниәтен ҡабул итеп, халыҡҡа шәп концерт бүләк итеүе, сәхнәне бер минутҡа буш ҡалдырмауы оҡшаны.
Замана егет-ҡыҙҙарының ошолай оптимистик рухта эш итеүе, ҡаршылыҡтар алдында баҙап ҡалмауы шатландырҙы. Студенттар берлегенең ойоштороу комитетына һәр башланғыстарында ла уңыштар насип булһын. Артабанғы йылдарҙа был һабантуйҙы милли төҫтә, тирмәләр, уртаҡ ҙур табын менән күҙ алдына килтерәм.