Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Игенсенең хеҙмәт йыры яңғырай
Игенсенең хеҙмәт йыры яңғырай Оҙон толомдарын тағатып, яңы ғына уянып килгән Ҡояш нурҙары төртөлгән баҫыуҙарҙың киң күкрәгенән быу бөркөлә. Ялан буйлап теҙелешеп баҫҡан аҡ еләнле ҡайындарҙың ыуыҙ япраҡтары йылымыс көмөш нурҙар ағымында ҡойоноп кинәнә. Тәбиғәт гүзәллегенән илһамланған ҡоштар, моң ҡылдарын көйләп, тәүге ноталарҙы барлай...
Ошо илаһи симфонияға кешелек ижад иткән бөйөк моң ҡушыла –
Хеҙмәт моңо! Баҫыу батырҙары башҡарған был көй, йәшәйеш тантанаһы булып, офоҡтарға барып ҡаҡлыға, донъяны ялмай. Ниңә шул тиклем йөрәккә яҡын һуң был моң? Сөнки әсе тир тамсылары булып сикәләр
буйлап аҡҡан, туҙан менән уҡмашҡан, ғазап менән шатлыҡ ауаздары ҡушылған был илаһи көйҙөң композиторы – Игенсе! Ергә күмелгән һәр орлоҡ бөртөгө уның күңел йылыһы менән һуғарылған, һәр береһенә йөрәк көсө бөркөлгән. Улар кешеләр күңеленә – йылы, йөҙҙәренә – шатлыҡ, йөрәгенә көс бирәсәк. Ошо ябай бөртөктәрҙә ил ҡеүәте, халыҡ ҡөҙрәте һулыш ала, донъя яңғыратып көлгән бала ауазы сыңлай, йондоҙҙар һанаған ғашиҡтарҙың
бышылдап ҡына әйткән һөйөү һүҙҙәре ишетелә...

Игенсенең хеҙмәт йыры яңғырайНигеҙҙә үҫемлекселек менән шөғөлләнгән «Тарҡаҙы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте баҫыуҙарында ла игенселәр ҙур ихласлыҡ менән киләһе уңышҡа нигеҙ һала. Йәмғиәт­тең дүрт меңдән ашыу ере бар, шуның 700-ҙән ашыуында ужым культуралары сәселгән. Белгестәр билдә­ләүенсә, ул яҡшы ҡышлаған. Көҙ бында һоло, арпа, көнбағыш, ҡарабой­ҙай­ҙан мул уңыш көтәләр. Мал аҙы­ғына ла ҡытлыҡ булмаясаҡ, бер йыллыҡ үләндәр 200 гектарҙа сәселгән.
— Һабан эштәрен бер ниндәй ауырлыҡһыҙ, ойошҡан үткәрҙек, техника ла ватылып, эште тотҡарламаны. Элиталы орлоҡ, яғыулыҡ та етерлек күләмдә әҙерләнде, — ти йәмғиәт рәйесе Айбулат Мөхәмәтов.
Етәкселек киләсәген алдан хәс­тәрләп йәшәй. Киләһе йылдан башлап бында 50 гектарҙа шәкәр сөгөлдөрө үҫтерергә ниәтләйҙәр. Көнбағыш майҙандарын да арттырып, орлоғон тапшырып, йәмғиәт ҡаҙнаһын бер аҙ аҡса менән байытыу хыялы менән йәшәй улар. Әле көнбағышты Ҡазан ҡалаһынан килеп алалар икән, юғары хаҡ тәҡдим иткәстәр, нәҡ улар менән килешеү төҙөгәндәр. Бынан тыш, мал­сылыҡҡа ла тотонмаҡсылар, сөнки мал аҫрарға мөмкинлек етерлек.
Хужалыҡта 29 кеше эшләй, ҡыҙыу осорҙа иһә уларҙың һаны бермә-бер арта. Бында ла йәштәр ауылдан китә, хеҙмәт йөгөн башлыса пенсия йәшендәгеләр тарта икән. Эш хаҡы ваҡытында түләнә, шәхси ихатаһында мал аҫраусыларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә, бесән-һалам менән тәьмин итәләр.
«Тарҡаҙы» йәмғиәте игенселәре әле химик утау, пар ерҙәрен эшкәртеү менән мәшғүл. Көнбағыш баҫыуҙа­рын­да ла эш гөрләй: рәт араларын йомшарталар. Алдынғы механиза­торҙар Фәнүр Әхмәҙиев, Рәйес Морҙаҡов, Валера Устинов яҙғы баҫыу эштәрен ҙур ихласлыҡ менән башҡара. Етәкселек тарафынан эшкә дәртләндереү саралары ла ҡаралған: квартал һайын йомғаҡ яһалып, йыл аҙағында өлгөлө хеҙмәтсәндәргә 20 мең һумлыҡ премия тапшырыла.
Райондың «Абрамов» крәҫтиән (фермер) хужалығында ла тынғыһыҙ уңғандар көндө төнгә бәйләп эшләй. Аталы-уллы Алексей менән Андрей Абрамовтар 2004 йылда үҙ хужа­лы­ғын булдырып һис кенә лә яңы­лышмай.
— Шөкөр, ҡурҡып ҡына башлаған эшебеҙ яйлап булһа ла үҙ емештәрен бирә башланы. Республика һәм район етәкселеге ярҙамынан ҡалдырманы, башланғысыбыҙҙа уларҙың яҡлауы таяныс булды, – ти Абрамовтар.
600 гектар ерҙә ҡарабойҙай, бой­ҙай, һоло, көнбағыш, тәүге тапҡыр биш гектарҙа борсаҡ та сәсеп ҡара­ғандар. Минераль ашлама, яғыулыҡ яҙғы баҫыу эштәренән хатта артып ҡалған. Техника паркы ла ярайһы яҡшы ғына, яңылары ла күп күренә баҫыуҙа. Элиталы орлоҡто алдан хәстәрлә­гәндәр, уны йыл һайын яңыртып торалар.
Яҙғы һабанда механизаторҙар Роберт Канаков менән Сергей Марков ныҡ тырышлыҡ күрһәткән. Уларҙың уңғанлығы һөҙөмтәһендә сәсеү эштә­ре ваҡытында атҡарылған да инде.




Автор: Самат ҒӘЛИН. Район: Йәрмәкәй районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә