Оҙон толомдарын тағатып, яңы ғына уянып килгән Ҡояш нурҙары төртөлгән баҫыуҙарҙың киң күкрәгенән быу бөркөлә. Ялан буйлап теҙелешеп баҫҡан аҡ еләнле ҡайындарҙың ыуыҙ япраҡтары йылымыс көмөш нурҙар ағымында ҡойоноп кинәнә. Тәбиғәт гүзәллегенән илһамланған ҡоштар, моң ҡылдарын көйләп, тәүге ноталарҙы барлай...
Ошо илаһи симфонияға кешелек ижад иткән бөйөк моң ҡушыла –
Хеҙмәт моңо! Баҫыу батырҙары башҡарған был көй, йәшәйеш тантанаһы булып, офоҡтарға барып ҡаҡлыға, донъяны ялмай. Ниңә шул тиклем йөрәккә яҡын һуң был моң? Сөнки әсе тир тамсылары булып сикәләр
буйлап аҡҡан, туҙан менән уҡмашҡан, ғазап менән шатлыҡ ауаздары ҡушылған был илаһи көйҙөң композиторы – Игенсе! Ергә күмелгән һәр орлоҡ бөртөгө уның күңел йылыһы менән һуғарылған, һәр береһенә йөрәк көсө бөркөлгән. Улар кешеләр күңеленә – йылы, йөҙҙәренә – шатлыҡ, йөрәгенә көс бирәсәк. Ошо ябай бөртөктәрҙә ил ҡеүәте, халыҡ ҡөҙрәте һулыш ала, донъя яңғыратып көлгән бала ауазы сыңлай, йондоҙҙар һанаған ғашиҡтарҙың
бышылдап ҡына әйткән һөйөү һүҙҙәре ишетелә...Нигеҙҙә үҫемлекселек менән шөғөлләнгән «Тарҡаҙы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте баҫыуҙарында ла игенселәр ҙур ихласлыҡ менән киләһе уңышҡа нигеҙ һала. Йәмғиәттең дүрт меңдән ашыу ере бар, шуның 700-ҙән ашыуында ужым культуралары сәселгән. Белгестәр билдәләүенсә, ул яҡшы ҡышлаған. Көҙ бында һоло, арпа, көнбағыш, ҡарабойҙайҙан мул уңыш көтәләр. Мал аҙығына ла ҡытлыҡ булмаясаҡ, бер йыллыҡ үләндәр 200 гектарҙа сәселгән.
— Һабан эштәрен бер ниндәй ауырлыҡһыҙ, ойошҡан үткәрҙек, техника ла ватылып, эште тотҡарламаны. Элиталы орлоҡ, яғыулыҡ та етерлек күләмдә әҙерләнде, — ти йәмғиәт рәйесе Айбулат Мөхәмәтов.
Етәкселек киләсәген алдан хәстәрләп йәшәй. Киләһе йылдан башлап бында 50 гектарҙа шәкәр сөгөлдөрө үҫтерергә ниәтләйҙәр. Көнбағыш майҙандарын да арттырып, орлоғон тапшырып, йәмғиәт ҡаҙнаһын бер аҙ аҡса менән байытыу хыялы менән йәшәй улар. Әле көнбағышты Ҡазан ҡалаһынан килеп алалар икән, юғары хаҡ тәҡдим иткәстәр, нәҡ улар менән килешеү төҙөгәндәр. Бынан тыш, малсылыҡҡа ла тотонмаҡсылар, сөнки мал аҫрарға мөмкинлек етерлек.
Хужалыҡта 29 кеше эшләй, ҡыҙыу осорҙа иһә уларҙың һаны бермә-бер арта. Бында ла йәштәр ауылдан китә, хеҙмәт йөгөн башлыса пенсия йәшендәгеләр тарта икән. Эш хаҡы ваҡытында түләнә, шәхси ихатаһында мал аҫраусыларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә, бесән-һалам менән тәьмин итәләр.
«Тарҡаҙы» йәмғиәте игенселәре әле химик утау, пар ерҙәрен эшкәртеү менән мәшғүл. Көнбағыш баҫыуҙарында ла эш гөрләй: рәт араларын йомшарталар. Алдынғы механизаторҙар Фәнүр Әхмәҙиев, Рәйес Морҙаҡов, Валера Устинов яҙғы баҫыу эштәрен ҙур ихласлыҡ менән башҡара. Етәкселек тарафынан эшкә дәртләндереү саралары ла ҡаралған: квартал һайын йомғаҡ яһалып, йыл аҙағында өлгөлө хеҙмәтсәндәргә 20 мең һумлыҡ премия тапшырыла.
Райондың «Абрамов» крәҫтиән (фермер) хужалығында ла тынғыһыҙ уңғандар көндө төнгә бәйләп эшләй. Аталы-уллы Алексей менән Андрей Абрамовтар 2004 йылда үҙ хужалығын булдырып һис кенә лә яңылышмай.
— Шөкөр, ҡурҡып ҡына башлаған эшебеҙ яйлап булһа ла үҙ емештәрен бирә башланы. Республика һәм район етәкселеге ярҙамынан ҡалдырманы, башланғысыбыҙҙа уларҙың яҡлауы таяныс булды, – ти Абрамовтар.
600 гектар ерҙә ҡарабойҙай, бойҙай, һоло, көнбағыш, тәүге тапҡыр биш гектарҙа борсаҡ та сәсеп ҡарағандар. Минераль ашлама, яғыулыҡ яҙғы баҫыу эштәренән хатта артып ҡалған. Техника паркы ла ярайһы яҡшы ғына, яңылары ла күп күренә баҫыуҙа. Элиталы орлоҡто алдан хәстәрләгәндәр, уны йыл һайын яңыртып торалар.
Яҙғы һабанда механизаторҙар Роберт Канаков менән Сергей Марков ныҡ тырышлыҡ күрһәткән. Уларҙың уңғанлығы һөҙөмтәһендә сәсеү эштәре ваҡытында атҡарылған да инде.