Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Уңайлы фатирҙа үҫһендәр
Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәгенең Өфөнөң Киров райо­ны филиалы бүлегендә өс игеҙәк балалы Поповтар ғаиләһенә торлаҡ сертификаты тапшырылды.

Документ торлаҡ шарттарын яҡшыр­тыу­ға тәғәйенләнгән социаль түләүҙе алыу хоҡуғын раҫлай. Башҡортостан Башлы­ғының Указына ярашлы, республикабыҙҙа 2012 йылдан башлап өс һәм унан күберәк игеҙәк бала тыуған һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар сифатында иҫәптә торған ғаиләләргә бирелә был сертификат.
Надежда менән Игорь Поповтарҙың ғаиләһе 2014 йылдың авгусында тулыланған. Әле кескәй Марияға, Варвараға һәм Арсенийға 1 йәш тә 9 ай.
– Сабыйҙарым ваҡытынан алдараҡ тыуҙы. Уларҙы һауыҡтырыуға һәм үҫтереүгә күп көс һалырға, байтаҡ аҡса тотонорға тура килде, – ти Надежда Попова. – Торлаҡ сертификаты бик урынлы булды. Ғаиләбеҙҙә әле ирем генә эшләй, ул – водитель. Матди йәһәттән атай-әсәйебеҙ ярҙам итә, ике бүлмәле фатирҙа улар менән бергә йәшәйбеҙ. Әлеге ваҡиғаны күптән көтөп алдыҡ. Торлаҡ юллауҙа ярҙам күрһәткәндәрҙең барыһына ла рәхмәтлебеҙ. Артабан айырым фатир ҡараясаҡбыҙ, Әсәлек капиталын файҙаланырға ниәтләйбеҙ.
Торлаҡ сертификатының күләме – 3 мил­лион һумдан ашыу. Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәгенең Киров районы филиалындағы бүлек начальнигы Венера Ҡотлогилдина әйтеүенсә, торлаҡ алыуға социаль түләү күләме һәр ғаилә ағзаһына 18 квадрат метрға тиң норманан һәм республикала бер квадрат метр торлаҡтың уртаса баҙар хаҡынан сығып иҫәпләнә.
– Былтыр ҙа өс игеҙәк балалы ғаиләгә торлаҡ сертификаты тапшырылғайны. Улар, документты файҙаланып, Дим биҫтәһенән фатир алды. Әле тиҫтәнән ашыу ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сират көтә. Уларҙа бишәр бала тәрбиәләнә, – тине Венера Ҡотлогилдина.



Автор: Л. ДӘҮЛИЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә