Уңайлы фатирҙа үҫһендәр01.06.2016
Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәгенең Өфөнөң Киров районы филиалы бүлегендә өс игеҙәк балалы Поповтар ғаиләһенә торлаҡ сертификаты тапшырылды.
Документ торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға тәғәйенләнгән социаль түләүҙе алыу хоҡуғын раҫлай. Башҡортостан Башлығының Указына ярашлы, республикабыҙҙа 2012 йылдан башлап өс һәм унан күберәк игеҙәк бала тыуған һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар сифатында иҫәптә торған ғаиләләргә бирелә был сертификат.
Надежда менән Игорь Поповтарҙың ғаиләһе 2014 йылдың авгусында тулыланған. Әле кескәй Марияға, Варвараға һәм Арсенийға 1 йәш тә 9 ай.
– Сабыйҙарым ваҡытынан алдараҡ тыуҙы. Уларҙы һауыҡтырыуға һәм үҫтереүгә күп көс һалырға, байтаҡ аҡса тотонорға тура килде, – ти Надежда Попова. – Торлаҡ сертификаты бик урынлы булды. Ғаиләбеҙҙә әле ирем генә эшләй, ул – водитель. Матди йәһәттән атай-әсәйебеҙ ярҙам итә, ике бүлмәле фатирҙа улар менән бергә йәшәйбеҙ. Әлеге ваҡиғаны күптән көтөп алдыҡ. Торлаҡ юллауҙа ярҙам күрһәткәндәрҙең барыһына ла рәхмәтлебеҙ. Артабан айырым фатир ҡараясаҡбыҙ, Әсәлек капиталын файҙаланырға ниәтләйбеҙ.
Торлаҡ сертификатының күләме – 3 миллион һумдан ашыу. Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәгенең Киров районы филиалындағы бүлек начальнигы Венера Ҡотлогилдина әйтеүенсә, торлаҡ алыуға социаль түләү күләме һәр ғаилә ағзаһына 18 квадрат метрға тиң норманан һәм республикала бер квадрат метр торлаҡтың уртаса баҙар хаҡынан сығып иҫәпләнә.
– Былтыр ҙа өс игеҙәк балалы ғаиләгә торлаҡ сертификаты тапшырылғайны. Улар, документты файҙаланып, Дим биҫтәһенән фатир алды. Әле тиҫтәнән ашыу ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сират көтә. Уларҙа бишәр бала тәрбиәләнә, – тине Венера Ҡотлогилдина.