Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тотош ауыл менән хәстәрләгәс...
Тотош ауыл менән хәстәрләгәс... Был мәктәптә заманында данлыҡлы әҙиптәребеҙ Әсғәт Мирзаһитов, Муса Сиражи, Наил Ҡотдосов белем алған, арҙаҡлы композитор Әкрәм Дауытов ике тиҫтә йыл тирәһе эшләгән. Халҡыбыҙға ошондай шәхестәр бүләк иткән алдынғы мәғариф учреждениеһы бөгөн дә ҡеүәтен юғалтмай.

Башлыса тимер юлсыларҙың, нефтсе­ләрҙең төйәге булып танылған Ҡандраның иҡтисади нигеҙе ныҡлы. Ошо ҡаҙаныштың тамырҙарын, ата-бабаларының хеҙмәтен онотмай йәш быуын. Ауылдың Ә. Мирзаһитов исемендәге 2-се мәктәбендә тап шундай тәрбиә алып барыла: бала тәү сиратта халҡының, нәҫеленең тамырҙарын белергә, ошо өлгөгә таянып йәшәргә тейеш. Нәҡ шул маҡсатта белем усағында тыуған яҡты өйрәнеү музейы булдырылған. Ул шул ҡәҙәр бай: тарих, мәҙәниәт, мәғрифәт, сәнғәт, ауыл уңғандары, төрлө заман яугирҙәре, көнкүреш әйберҙәре һәм башҡалар хаҡында бихисап мәғлүмәт тупланған. Экспонаттарҙы тотош ауыл халҡы бергәләп йыйған, эҙәрмәндәр отряды ла ярҙам иткән.
Тотош ауыл менән хәстәрләгәс...– Балалар мәғлүмәт туплауҙы ихлас дауам итә, – ти тарих уҡытыусыһы Руфина Камалетдинова. – Уҡыусылар араһында “Бәләкәй Ватаным” тигән темаға ғилми-тикшеренеү эше алып барылыуы, уларҙы туризм серҙәренә өйрәтеү музейҙы тулыландырыуға ныҡлы булышлыҡ итә.
Тамырҙарын белеп үҫкән балалар район, республика олимпиадаларында уңышлы сығыш яһай, спорт буйынса алдынғылыҡты бирмәй. Ҡаҙаныштар йәнә күбәйһен, ауылдың ҡеүәте тағы ла артһын өсөн урындағы ойошма етәкселәре лә көсөн, иғтибарын йәлләмәй. Мәҫәлән, “Нефтегаз” предприятиеһы һәр яҡлап уңыш яулаған уҡыусылар, уларҙың педагогтары өсөн үҙҙәренең бәләкәй “Нобель премияһы”н булдырған. Аҡсалата ҡушымтаһы – биш мең һум. Ойошма шулай уҡ быйыл балаларҙы БДИ-ға әҙерләү маҡсатында Өфөләге университеттан педагогтар саҡырып, өҫтәмә дәрестәр ойошторған.
Беҙ барғанда сығарылыш уҡыусылары урыҫ теленән Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырыу өсөн Туймазы ҡалаһына киткән ине. Етәкселек тә, педагогтар ҙа борсолмай: төплө белемле тәрбиәләнеүселәренең йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтергәне юҡ.
– БДИ-ға өйрәндек инде хәҙер, – тиҙәр. – Балаларҙы бәләкәй кластан һәр фән буйынса маҡсатлы әҙерләһәң, төплө тәрбиә бирһәң, был имтихандың һис ниндәй ҡурҡынысы юҡ.






Автор: Д. ИШМОРАТОВА. Район: Туймазы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә