Был мәктәптә заманында данлыҡлы әҙиптәребеҙ Әсғәт Мирзаһитов, Муса Сиражи, Наил Ҡотдосов белем алған, арҙаҡлы композитор Әкрәм Дауытов ике тиҫтә йыл тирәһе эшләгән. Халҡыбыҙға ошондай шәхестәр бүләк иткән алдынғы мәғариф учреждениеһы бөгөн дә ҡеүәтен юғалтмай. Башлыса тимер юлсыларҙың, нефтселәрҙең төйәге булып танылған Ҡандраның иҡтисади нигеҙе ныҡлы. Ошо ҡаҙаныштың тамырҙарын, ата-бабаларының хеҙмәтен онотмай йәш быуын. Ауылдың Ә. Мирзаһитов исемендәге 2-се мәктәбендә тап шундай тәрбиә алып барыла: бала тәү сиратта халҡының, нәҫеленең тамырҙарын белергә, ошо өлгөгә таянып йәшәргә тейеш. Нәҡ шул маҡсатта белем усағында тыуған яҡты өйрәнеү музейы булдырылған. Ул шул ҡәҙәр бай: тарих, мәҙәниәт, мәғрифәт, сәнғәт, ауыл уңғандары, төрлө заман яугирҙәре, көнкүреш әйберҙәре һәм башҡалар хаҡында бихисап мәғлүмәт тупланған. Экспонаттарҙы тотош ауыл халҡы бергәләп йыйған, эҙәрмәндәр отряды ла ярҙам иткән.
– Балалар мәғлүмәт туплауҙы ихлас дауам итә, – ти тарих уҡытыусыһы Руфина Камалетдинова. – Уҡыусылар араһында “Бәләкәй Ватаным” тигән темаға ғилми-тикшеренеү эше алып барылыуы, уларҙы туризм серҙәренә өйрәтеү музейҙы тулыландырыуға ныҡлы булышлыҡ итә.
Тамырҙарын белеп үҫкән балалар район, республика олимпиадаларында уңышлы сығыш яһай, спорт буйынса алдынғылыҡты бирмәй. Ҡаҙаныштар йәнә күбәйһен, ауылдың ҡеүәте тағы ла артһын өсөн урындағы ойошма етәкселәре лә көсөн, иғтибарын йәлләмәй. Мәҫәлән, “Нефтегаз” предприятиеһы һәр яҡлап уңыш яулаған уҡыусылар, уларҙың педагогтары өсөн үҙҙәренең бәләкәй “Нобель премияһы”н булдырған. Аҡсалата ҡушымтаһы – биш мең һум. Ойошма шулай уҡ быйыл балаларҙы БДИ-ға әҙерләү маҡсатында Өфөләге университеттан педагогтар саҡырып, өҫтәмә дәрестәр ойошторған.
Беҙ барғанда сығарылыш уҡыусылары урыҫ теленән Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырыу өсөн Туймазы ҡалаһына киткән ине. Етәкселек тә, педагогтар ҙа борсолмай: төплө белемле тәрбиәләнеүселәренең йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтергәне юҡ.
– БДИ-ға өйрәндек инде хәҙер, – тиҙәр. – Балаларҙы бәләкәй кластан һәр фән буйынса маҡсатлы әҙерләһәң, төплө тәрбиә бирһәң, был имтихандың һис ниндәй ҡурҡынысы юҡ.