Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Изгелек кенә ҡылып
Йәшәйешебеҙҙең яҡты киләсәге бары үҙебеҙҙән генә тора. Ситтән килеп берәү ҙә беҙҙең өсөн эшләмәҫ, ә тыуған яғыбыҙҙың киләсәген яҡты итеп күргебеҙ килә. Баҡсалары сәскәләргә күмелеп ултырған береһенән-береһе матур йорт-ҡаралтылар... Төҙөк, тап-таҙа урамдар... “Зәңгәр яғыулыҡ” менән йылытылған өйҙәр, һыу үткәрелгән йорттар... Ауыл тирәләй мул уңыш биргән яландар... Бай һәм иркен йәшәгән ғаиләләр... Кешеләрҙең йөҙҙәрендә бәхетле йылмайыу, иртәгәһе көнгә ышаныс...

Тик эште нимәнән башларға? Иң тәүҙә тыуған ауылыбыҙға ҡот ҡайтарырға кәрәк. Ә бының өсөн беҙ бер төптән эш итергә, яҡты киләсәк, изге ниәт-маҡсаттар өсөн берләшергә тейешбеҙ.
Һәр әҙәм балаһына тыумыштан һайлау һәләте бирелгән. Ләкин бөтәбеҙ ҙә яҡшылыҡ һәм изгелек юлын һайлайбыҙмы һуң? Ер йө­ҙөндәге әҙме-күпме ҡалған ғүме­ребеҙҙе изгелектәр эшләүгә йүнәлтһәк, бик күп нәмәләргә ирешә аласаҡбыҙ.
Ауылдаштар, иң тәүҙә тәүбәгә ҡайтайыҡ. Һәр кеше был донъяға саф һәм тап-таҙа булып тыуа. Ана шул алтындай саф саҡтарыбыҙға кире ҡайтырға кәрәк. Тәүбәгә ҡайтыуҙың, йәғни таҙарыныуҙың тәүге аҙымы — хәләл менән хәрәмде айырыу. Сөнки ниндәй генә яҡшылыҡ эшләһәң дә, насарлыҡ ҡылһаң да, улар ҡасан да булһа һиңә кире әйләнеп ҡайтасаҡ. Беҙ күрмәһәк, балаларыбыҙ һөҙөм­тәһен татыясаҡ. Ә кемегеҙ һуң үҙ балаһына насарлыҡ теләй?
Әлеге ваҡытта беҙ иң тәүҙә хәрәмдең һәм гонаһтың иң әшәкеһе булған эскелектән арынырға тейеш­беҙ. Был — бөтәбеҙҙең дә намыҫына йөкмәтелгән бурыс һәм был бурысты лайыҡлы рәүештә атҡарып сығыу зарур.
Араҡы эсеү — гонаһ, ә башҡаларға эсереү — икеләтә гонаһ. Шул шайтан эсемлеге арҡаһында ауылыбыҙҙан ҡот китте. Типһә тимер өҙөрлөк ир-егеттәребеҙ, береһенән-береһе һылыу ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ кешелек сифаттарын юғалтты, гонаһлы эштәр ҡылды, күптәре яҡты донъя менән ваҡытһыҙ хушлашты. Күпме ата-әсә тоғро юлдан яҙған балаларын ҡай­ғыртып, күҙ йәшен түкте? Ә күпме бала етем ҡалды, бәхетһеҙ бала саҡ кисерҙе? Күпме егеттәр өйләнмәйенсә ҡартайып, кәкрәйеп бөткән бабайға әйләнде, күпме ҡыҙҙар кейәүгә сыҡмай, сит яҡтарға китте. Һөҙөмтәлә — күпме бала яҡты донъяға тыуманы, гөрләп торған ауылдар юҡҡа сыҡты.
Эскелек арҡаһында ҡылынған бәлә-ҡазаларҙы һанап бөткөһөҙ. Ауылы­быҙҙа шайтан һыуынан зыян күрмәгән ғаиләләр бик һирәк. Был бәлә ҡайһы бер ғаиләләрҙе тамырынан ҡоротто.
Араҡы эскән кешелә иман булмай. Иҫерткес эсемлектәрҙе етештергән һәм һатҡан әҙәм үлем таратыусы менән бер. Кешеләрҙең тормоштарын емереп, бер ваҡытта ла бәхетле булып булмай.
Ауылдаштар, туҡтатайыҡ был яманлыҡты һәм яуызлыҡты! Әле һуң булмаҫ борон үлем һәм ҡара ҡайғы таратыусы шайтан һыуын етеште­реүҙе, һатыуҙы һәм һатып алыуҙы тыяйыҡ! Яҡты киләсәк, береһенән-береһе һөйкөмлө һәм матур бала­ларыбыҙҙың бәхете өсөн ҡулға-ҡул тотоношоп, тыуған ауылыбыҙға ҡот ҡайтарайыҡ!




Автор: Айҙар КҮСӘЕВ. Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә