Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сенаторҙар хуплаған закон
Яҡлауһыҙ тороп ҡалған граждандарҙы юғары белем менән тәьмин итеүгә ҡағылышлы үҙгәрештәрҙе сенаторҙар хуп­ланы. Был хаҡта Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова белдерҙе. Һүҙ “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһындағы” Федераль закондың 108-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында бара.

Сенатор әйтеүенсә, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған бала­ларҙы, шулай уҡ хәрби хәрәкәт ветерандарын, уҡырға инеү һынауҙарын уңышлы тапшырыу шарты менән, билдәләнгән квотаға ярашлы бакалавриат һәм специалитет программалары буйынса уҡырға ҡабул итеүҙең махсус хоҡуғын 2019 йылдың 1 ғинуарына тиклем оҙайтырға тәҡдим ителә. Әлеге нормалар иһә 2017 йылдың 1 ғинуа­рынан ғәмәлдән сыға.


Иң лайыҡлыһы кем булыр?

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы республиканың
“100 иң лайыҡлы кешеһе”н билдәләй.

Ошондай ҡарар “Башҡорт халҡының тарихы” комиссияһы ултырышында ҡабул ителде. Акция Башҡорт автоно­мияһының 100 йыллығына арнала. Иҫтәлекле дата 2019 йылдың 23 мартында билдәләнәсәк. Ҡоролтайҙың Башҡарма комитеты төбәктең үҫешенә ҙур өлөш индергән 100 кешене һайлап, улар тураһындағы мәғлүмәтте бер китапҡа туплап баҫтырырға ниәтләй. Теләгән һәр кем тәҡдимдәрен Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының электрон почтаһына ебәрә ала.


Башҡортостан — донъя баҙарында

Башҡортостанға Германияның, Австрияның бер төркөм блогерҙары, туроператорҙары, журналистары сәфәр ҡылды. Республиканы Европаның турис­тик баҙарына сығарыу ниәтендә килгән сит ил ҡунаҡтары өсөн төҙөлгән программа бай эстәлекле ине.

Улар баш ҡаланың иҫтәлекле урындарын ҡарап сыҡҡандан һуң, “Башҡорт­остан” милли паркында булды, Шүлгән­таш мәмерйәһен, Йомағужа һыу һаҡ­лағысын, Бөрйән районындағы “Башҡорт ауылы” туристик базаһын барып күрҙе, “Йәшел сауҡалыҡ”, “Асы”, “Красноусол” шифаханалары менән танышты, Ағиҙел буйлап һалда йөҙҙө. Ҡунаҡтар билдә­ләүенсә, уларҙы хозур тәбиғәт кенә түгел, ә урындағы халыҡтың ҡунаҡ­сыллығы ла хайран иткән.

Һорауың булһа,
рәхим ит!


Өфөлә “Ғәҙел Рәсәй” сәйәси партияһының Граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау үҙәге эшләй башланы.

Үҙәккә теләһә кем мөрәжәғәт итә ала. Бында торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә, инвалидлыҡҡа, социаль түләүҙәргә, юл йөрөүгә, дарыуҙарға, ташламаларға һәм башҡа мәсьәләләргә ҡағылышлы килеп тыуған һәр һорауға асыҡлыҡ индерергә әҙерҙәр. Үҙәк Достоевский урамы, 100 адресы буйынса урынлашҡан.

Уҡыу
йорттары ҡушыла

1 июлдән Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты Өфө дәүләт нефть техник университетына ҡушыла.

Вуз эсендә институт йәки факультет булырмы — әлегә билдәһеҙ. Әммә Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты нефть өлкәһе буйынса кадрҙар әҙерләгән иң ҡеүәтле уҡыу йортоноң ҡанаты аҫтына инһә, ӨДИСУ яңы һулыш аласаҡ, бында төрлө ғилми-тикшеренеү үткәреү өсөн грант алыу, башҡа күп мөмкинлектәр барлыҡҡа киләсәк тип күҙаллай белгестәр. Өҫтәмә бүлектәр асыу мөмкинлеге лә инҡар ителмәй. Ошоға тиклем Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты белем биреү хоҡуғын алыуға аккредитация ла үтә алмаған.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә