Сенаторҙар хуплаған закон31.05.2016
Яҡлауһыҙ тороп ҡалған граждандарҙы юғары белем менән тәьмин итеүгә ҡағылышлы үҙгәрештәрҙе сенаторҙар хупланы. Был хаҡта Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова белдерҙе. Һүҙ “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһындағы” Федераль закондың 108-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында бара.
Сенатор әйтеүенсә, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы, шулай уҡ хәрби хәрәкәт ветерандарын, уҡырға инеү һынауҙарын уңышлы тапшырыу шарты менән, билдәләнгән квотаға ярашлы бакалавриат һәм специалитет программалары буйынса уҡырға ҡабул итеүҙең махсус хоҡуғын 2019 йылдың 1 ғинуарына тиклем оҙайтырға тәҡдим ителә. Әлеге нормалар иһә 2017 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлдән сыға.
Иң лайыҡлыһы кем булыр?
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы республиканың
“100 иң лайыҡлы кешеһе”н билдәләй.
Ошондай ҡарар “Башҡорт халҡының тарихы” комиссияһы ултырышында ҡабул ителде. Акция Башҡорт автономияһының 100 йыллығына арнала. Иҫтәлекле дата 2019 йылдың 23 мартында билдәләнәсәк. Ҡоролтайҙың Башҡарма комитеты төбәктең үҫешенә ҙур өлөш индергән 100 кешене һайлап, улар тураһындағы мәғлүмәтте бер китапҡа туплап баҫтырырға ниәтләй. Теләгән һәр кем тәҡдимдәрен Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының электрон почтаһына ебәрә ала.
Башҡортостан — донъя баҙарында
Башҡортостанға Германияның, Австрияның бер төркөм блогерҙары, туроператорҙары, журналистары сәфәр ҡылды. Республиканы Европаның туристик баҙарына сығарыу ниәтендә килгән сит ил ҡунаҡтары өсөн төҙөлгән программа бай эстәлекле ине.
Улар баш ҡаланың иҫтәлекле урындарын ҡарап сыҡҡандан һуң, “Башҡортостан” милли паркында булды, Шүлгәнташ мәмерйәһен, Йомағужа һыу һаҡлағысын, Бөрйән районындағы “Башҡорт ауылы” туристик базаһын барып күрҙе, “Йәшел сауҡалыҡ”, “Асы”, “Красноусол” шифаханалары менән танышты, Ағиҙел буйлап һалда йөҙҙө. Ҡунаҡтар билдәләүенсә, уларҙы хозур тәбиғәт кенә түгел, ә урындағы халыҡтың ҡунаҡсыллығы ла хайран иткән.
Һорауың булһа,
рәхим ит!
Өфөлә “Ғәҙел Рәсәй” сәйәси партияһының Граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау үҙәге эшләй башланы.
Үҙәккә теләһә кем мөрәжәғәт итә ала. Бында торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә, инвалидлыҡҡа, социаль түләүҙәргә, юл йөрөүгә, дарыуҙарға, ташламаларға һәм башҡа мәсьәләләргә ҡағылышлы килеп тыуған һәр һорауға асыҡлыҡ индерергә әҙерҙәр. Үҙәк Достоевский урамы, 100 адресы буйынса урынлашҡан.
Уҡыу
йорттары ҡушыла
1 июлдән Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты Өфө дәүләт нефть техник университетына ҡушыла.
Вуз эсендә институт йәки факультет булырмы — әлегә билдәһеҙ. Әммә Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты нефть өлкәһе буйынса кадрҙар әҙерләгән иң ҡеүәтле уҡыу йортоноң ҡанаты аҫтына инһә, ӨДИСУ яңы һулыш аласаҡ, бында төрлө ғилми-тикшеренеү үткәреү өсөн грант алыу, башҡа күп мөмкинлектәр барлыҡҡа киләсәк тип күҙаллай белгестәр. Өҫтәмә бүлектәр асыу мөмкинлеге лә инҡар ителмәй. Ошоға тиклем Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты белем биреү хоҡуғын алыуға аккредитация ла үтә алмаған.