Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ағас күрке – япраҡ, Әҙәм күрке...
Ағас күрке – япраҡ, Әҙәм күрке... Әлфиә менән Гөлфиә Хамматовалар менән 2009 йылда, студенттар һабантуйына әҙерләнгән мәлдәрҙә, таныштыҡ. Икеһе бер-береһенә һыу тамсылары кеүек оҡшаған, ябай, етеҙ, алсаҡ инеләр, ойоштороу комитетындағы барлыҡ ағзаларҙы ла ошо ихлас сифаттары менән таң ҡалдырҙылар, яраттырҙылар. Ниндәй генә эш ниәт итһәк тә, Әлфиә лә, Гөлфиә лә иң алда әҙер тора. Йәһәт кенә еренә еткереп башҡарып та ҡуялар һәр бурысты. Йыр-моңға, шаярыуға ла оҫталар, улар эргәһендә бер генә бойоҡ кеше күрмәҫһең. Аралашыуыбыҙға ете-һигеҙ йыл булып китһә лә, был игеҙәктәрҙең асылына тулыһынса төшөнмәгәнмен әле – әле бер, әле икенсе яңылыҡтарына, еңеүҙәренә хайран ҡалыуҙан туҡтарлыҡ түгел. Бөгөн иһә уларҙың тегеү, бесеү эшмәкәрлегенә бәйле әңгәмә ҡормаҡсыбыҙ. Республиканың баш ҡалаһында үткәреләсәк Милли кейемдәр марш-парады алдынан оҫта ҡуллы, ижадын башҡорт тематикаһына бәйле ҡорған тегенселәргә бирәсәк һорауҙар ҙа аҙ түгел.
– Хәтеремдә, ни­сәнселер йылдың иртә яҙында һеҙ ҡайҙалыр алыҫ тарафта үткән бәйгелә еңеү яулап, бүләккә бирелгән ҙур теген машина­һын, гөллә­мәләр йөкмәп, таң менән Өфө тимер юл вокзалына килеп төшкәйнегеҙ. Беҙ – өс ҡыҙ – шунда һеҙҙе ифрат ғорур ҡар­шы алғайныҡ. Иҫләй­һегеҙҙер, моғайын, шул саҡ­тарҙы. Яңы­лышмаһам, унда “Төньяҡ һу­лышы” исемле коллек­цияғыҙ менән сығыш яһаған инегеҙ... Ниндәй бәйге ине әле?
– Волга буйы йәш дизайнер­ҙарының һәм рәссам-модельер­ҙарының VI фестиваленән ҡай­тып төшкәйнек ул ваҡытта. Тәүге коллекциябыҙ “Студент” төркө­мөндә I урынға лайыҡ булғайны.
– Тегеү эшенә ҡайҙа, ҡасан, нисек тотоноп киттегеҙ?
Ағас күрке – япраҡ, Әҙәм күрке...– Беҙ бәләкәй саҡта, ғөмүмән, тегенергә яратманыҡ. Хеҙмәт дәресендә ҡыҙҙар программаға ярашлы алъяпҡыс кеүек кәрәк-яраҡ яһап ҡарай ҙа инде, ә беҙ үҙебеҙҙе уларын да эшләргә ыңғайлата алманыҡ. II кластан алып бәйләргә яраттыҡ. Хеҙмәт дәресендә лә уҡытыусыға инәлә-инәлә, текмәй, бәйләп ултырырға рөхсәт һорай торғайныҡ. Бесә­йебеҙгә кофталар, тапочкалар “хәстәрләһәк”, һәр яңы тыуған ҡусты йә һеңлебеҙгә бәйләнгән яңы жилет әҙер булыр ине. Бесәй иһә кейенгәндең тәүге көнөндә йәне көйөп, ҡасып йөрөһә, иртәгәһенә жилетҡа өйрәнеп китә ине. Ә тегергә бөтөнләй ярат­маныҡ. Хеҙмәт уҡытыусыһы ошо хәлде иҫендә тотоп, социаль селтәрҙәге төркөмөбөҙҙә шаяртып: “Уңыштар һеҙгә, минең тегергә яратмаған ҡыҙҙарым!” – тип комментарий яҙып ҡалдыр­ған. Ауыл мәктәбендәге остаз­дары­быҙҙың һәр ҡайһыһы хаҡында күңелебеҙҙә йылы, ихлас хәтирәләр һаҡлана. Ә инде хеҙмәт дәресенән “өйгә эш”ебеҙҙе сараһыҙҙан әсәйебеҙ йә апайы­быҙ тегеп бирә ине. Тегеү эше менән булашмаҫ өсөн әллә нимә­ләр бәйләргә риза булдыҡ.
Мәктәптәге сығарылыш кисә­һенә лә күлдәктәрҙе апайыбыҙ әҙерләне. Ул һөнәре буйынса – шәфҡәт туташы, буш ваҡытында ҡул эше менән ихлас шөғөлләнә. Йәш сағында әсәйҙең күлдәк­тәрен ҡырҡҡылап, үҙенә таман итеп йүнәтеп, шелтәләр ҙә алмай ҡалмаған.
Беҙҙең хыялда иһә география фәнен ныҡлап өйрәнеү ине. Походтарға, тау-урмандарға йө­рөргә яраттыҡ, карталарҙы ятлап бөттөк. Әммә мәктәпте тамам­лағас, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был йүнәлештәге юғары уҡыу йортона инә алманыҡ. Ахырҙа, ваҡытты юғалтмаҫ өсөн документта­рыбыҙҙы Сибай ҡалаһындағы 24-се һөнәрселек лицейына тапшыр­ҙыҡ. Бер йыл буйы тегеү серҙә­ренә төшөндөк. Икенсе йылға Өфөгә килеп юғары уҡыу йорттарындағы география факультеттарына тағы бер ҡат документтар бирҙек. Уның ыңғайы Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһындағы “Кейем бесеү” йүнәлешендәге факультетҡа ла мәғлүмәт ҡалдырҙыҡ. Ошо “бер-бер хәл булһа” тип һайлаған уҡыу йортона ҡабул ите­леүебеҙҙе белгәс, башҡа универси­теттарҙан яуап көтөп торманыҡ инде. Академияла уҡый башланыҡ. Әммә хыялда һаман география ине. I курсты тамамлағас, тағы ла ошо яратҡан фәнебеҙ буйынса факультеттың ситтән тороп уҡыу бүлегенә документтарыбыҙҙы илтеп, ауылға ялға ҡайтып киттек. Унан инде әсәйебеҙ: “Бер ергә ингәнһегеҙ, ҡотороп йөрөмәгеҙ!” – тип имтихандарға ебәрмәне.
Һөҙөмтәлә Өфө дәүләт иҡти­сад һәм сервис академияһында ҡалдыҡ, шунда II, III курста ғына тегеү эше менән ныҡлап ҡыҙыҡһынып киттек. “Төньяҡ һулышы” коллекцияһы менән бәйгелә ҡатнаштыҡ, әсәйебеҙгә бағышлап “Миңзифа” коллек­ция­һын әҙерләй башланыҡ. Кейем­дәрҙе милли рухта, башҡорт орнаменттарын ҡулланып яһарға тотонғас, тегеүгә ҡыҙыҡһыныу бермә-бер артты.
– Үҙегеҙ теккән тәүге кейе­мегеҙ хәтерегеҙҙәме? Нимә ине ул?
– “Төньяҡ һулышы” коллек­цияһын хәҙер ҡараһаң, көлкө лә килеп китә, әммә ул күңелебеҙгә шундай яҡын, ҡәҙерле. Курс эше итеп кенә әҙерләнгән кейемдә­ребеҙ ҙур бәйгелә еңеү яулағас, дәртләнеп китеп, үҙебеҙгә аҡтан салбарлы костюмдар тегеп алдыҡ. Әлбиттә, иҫебеҙҙә.
– Тегеүҙе бизнесҡа әйлән­дерергә уйламанығыҙмы?
– Ул заманда, ятаҡта йәшәгәс, аҡса етешмәүен һиҙмәгәнбеҙҙер, күрәһең. Тегеү эшен бизнес рәүешендә алып барыу уйыбыҙҙа ла юҡ ине. Был шөғөл беҙҙе ижади яғы менән генә арбаны.
– Һеҙ – игеҙәктәр. Ҡайҙа ла, ҡасан да гел бергә тиерлек. Бына мин, мәҫәлән, хәҙер һеҙгә күлдәк тегергә заказ бирһәм, эш иң тәүҙә нимәнән башла­насаҡ? Бурыстар бүленгәнме? Әллә кем нимәгә тотонһа, шуны аҙағынаса алып барырға тейешме?
– Гөлфиә гуманитар фәндәр буйынса яҡшы өлгәште, шуға күрә уға башлыса тегеү эше ҡала. Ә клиенттың үлсәмдәрен алыу, заказының һүрәтен эшләү, ниндәй, күпме тауар кәрәклеген билдәләү кеүек ваҡ бурыстар Әлфиәгә йөкмәтелә. Әйтергә кәрәк, был эштәрҙе икебеҙ ҙә башҡара алабыҙ, әммә тиҙ арала әҙерләнергә тейеш заказды икәүбеҙ ошо рәүешле тегәбеҙ. Шулай ҙа беребеҙ ҡул менән тегә башлаған эште икенсебеҙгә дауам итеүе, тамамлап ҡуйыуы ауырыраҡ, сөнки беребеҙ – уң, беребеҙ – һулаҡай.
– Заказдарҙан өҙөлмәйһегеҙ, тимәк?
– Шөкөр, клиенттар менән бәйләнеш тығыҙ. Ҡайһылары менән хеҙмәттәшлеккә йылдар булып китте. Йәй туйҙар миҙгеле булараҡ танылған, шуға күрә никах кәрәк-яраҡтарын да тегәбеҙ. Әле ике туй күлдәген тегергә әҙерләнәбеҙ, икеһе лә башҡорт орнаменттары менән биҙәләсәк. Тәүҙәрәк дини талаптарға тап килгән кейемде йыш тектерә инеләр, хәҙер еңел сәнәғәттең был йүнәлеше байтаҡ үҫеште, кешеләргә кәрәк нәмәне тура магазиндан һатып алыу мөмкинлеге асылды.
– Милли биҙәктәрҙе ҡул­ланып тегеү кемдең идеяһы булды? Әйтергә кәрәк, был күренеш көндән-көн киңерәк танылыу яулай.
– Алда телгә алынған “Миң­зифа” коллекцияһында – диплом эшебеҙҙә – башланды был алым. Кейемдәрҙең бер-ике еренә итәк, башҡорт орнаменттары ҡуйып ебәргәйнек, күңелгә ятты, оҡшаны. Диплом эшен яҡлауҙы үҙенсәлекле концерт рәүешендә ойошторҙоҡ. Еңгә­йебеҙҙе – актриса Алтынай Хамматованы – саҡырҙыҡ, ул шулай уҡ махсус тегелгән күлдәктә башҡортса йыр башҡарҙы. Көй аҫтында ете ҡыҙ “Миңзифа” коллекцияһын күрһәт­те. Милли биҙәктәр ҡулланып эшләүебеҙ уҡытыусыларыбыҙ тарафынан йылы ҡабул ителде. “Миңзифа” менән бер рәттән Гөлфиә тәбиғи күндән ир-егеттәргә умыртҡа һөйәген коррекциялау өсөн махсус кейемдәр теккәйне. Күнде ҡырҡып, төрлө формаға индереп эшләү ҙә орнаменттар йүнәлешен әүҙемләш­тереүгә этәргес булды. Оҫта­лыҡты камиллаштырыу маҡса­тында кеҫә телефондарына күндән һауыт тегеп өйрәндек.
– Милли биҙәк өлгөләрен ҡайҙан алаһығыҙ? Уларҙың һәр береһенә айырым мәғәнә һалыныуын да оноторға ярамай бит.
– Өлгөләрҙе башҡорт халыҡ ижады, мәҙәниәте буйынса махсус китаптарҙан эҙләп алабыҙ. Биҙәкте үҙгәртмәйбеҙ, бары тик формаһын ҡайһы саҡ ҙурыраҡ йә, киреһенсә, бәләкәй генә итеп ҡулланабыҙ. Әле тәжрибә туп­лайбыҙ ғына, тегеү оҫталарының кимәленә етергә байтаҡ ғилем кәрәк. Күберәк йәштәр өсөн, заманға яраҡлаштырып тегергә тырышабыҙ. Хәҙер бит стилдәр ҙә, технологиялар ҙа йыш үҙгәрә. Туҡымаларға, башҡа кәрәк-яраҡҡа бәйле яңылыҡтарҙы даими күҙәтеп барабыҙ. Шәберәк йәшәргә, шәберәк тегергә кәрәк. Эште башлаған мәлдәрәк, кем ниндәй мөрәжәғәт менән килә, һәммәһен дә ала инек. Хәҙер процесс яйлана бара, заказдарҙы һайлау мөмкинлеге тыуа. Һәр кейемгә ижади ҡараш, үҙенсәлек өҫтәп тегеү яғындабыҙ. Милли биҙәктәр ҡулланып, туй, никах тантаналары өсөн күлдәк тегеү күпкә ҡыҙығыраҡ, йәнлерәк. Кемдер ябай күлдәккә заказ алып килһә лә, уға зауыҡ, нәзәкәтлелек өҫтәү өсөн үҙ тәҡдимдә­ребеҙҙе индерәбеҙ. Бәғзеләр туҡыманы алдан һатып ала, әммә уның заказдың фасонына тап килмәүе бик мөмкин. Килешле булһын өсөн милли һыҙатлы төҫ, биҙәктәр ҙә кәңәш итәбеҙ. Хәҙер тауарҙың ассортименты бай, әммә уның фәҡәт сит илдәрҙән килтерелеүе йәнде әсетә. Үҙебеҙ ҙур ил булһаҡ та, ситса, бязь һымаҡ туҡыманан ары китә алмайбыҙ кеүек. Кәрәкле ресурстар ҙа бар һымаҡ, әммә ни эшләптер төрләндереүгә ынтылыш тойолмай.
Милли һыҙатлы кейемдәребеҙ башҡорт­тоҡона тап килмәй, тип әйткәйне бер апай. Хәйер, бөгөн стилизация бара. Берәү ҙә урамға боронғо күлдәктә, елән йә камзулда сыҡмаясаҡ. Йәй етһә, мәҫәлән, бейсбол­каларға сират етәсәк. Башҡорт егеттәре бит йәйге эҫелә бүрек кейеп йөрө­мәйәсәк. Шуға күрә беҙ милли биҙәктәрҙе, аксес­суарҙарҙы заман­ға яраҡлаштырып ҡул­ланырға, тормошҡа ашырырға тыры­шабыҙ. Салбар йә блузка менән килештереп вазифаңа, характерыңа тап килгәнен кейер өсөн.
– Тегеүҙән башҡа ваҡы­тығыҙ нимәгә арнала?
– Республикала, баш ҡалабыҙ­ҙа үткән мәҙәни сараларҙы ҡалдырмаҫҡа тыры­шабыҙ. Концерт-тамашаларға ла даими йөрөйбөҙ, күңелгә ял, дәрт алып ҡайтабыҙ. Театрҙы бигерәк тә ныҡ яратабыҙ.
– Баш ҡалала барған “Евразия йөрәге” халыҡ-ара сәнғәт фестива­ленән ситтә ҡалыу һеҙҙең өсөн мөмкин түгелдер, эйеме?
– Әлбиттә. Республикабыҙҙа тәү тапҡыр үткәрелгән бындай сара бар яҡлап та әһәмиәтле, беҙҙеңсә. Унда ҡатнашырға саҡы­рыуҙарын ихлас ҡабул иттек. Милли кейем парадында “Мәргән” (кейеҙҙән), “Айһылыу” коллекциялары бара. Мо­делдәр “Миң­зифа” өлгөләрен күрһәтә.
Ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙҙы тыйнаҡ­лыҡ, тәртип биҙәй. Мода артынан ҡыуып, үҙенә тап килмәгән кейем-һалым һайлама­һындар ине. Кейем кешенең холҡона, вази­фаһына, әхлаҡи нормаларға тап килһә, йөҙөн, күңелен асһа, төп маҡсатына өлгәшәсәк.

Гөлсәсәк МОСТАЕВА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872