Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Еҫе лә, эҙе лә ҡалмаҫ
Еҫе лә, эҙе лә ҡалмаҫ Әммә Сергеевкалағы ваҡиға башҡаларға ғүмерлек һабаҡ булһын ине
Өфө районының Сергеевка ауылы оло юлдан бер километр самаһы ғына алыҫлыҡта. Йәшеллеккә күмелгән матур, тыныс төйәктең исеме бер нисә сәғәт эсендә бөтөн республикаға яңғыраны. 15 майҙан 16 майға ҡарата төндә бында “Газпром добыча Оренбург” йәмғиәтенә ҡараған торба үткәргестәрҙең береһенән газ конденсаты ағыу арҡаһында бөтөн халыҡты эвакуацияланылар. Шул уҡ мәлдә торбаларҙан конденсаттың ағыуын туҡтаттылар, ғәҙәттән тыш хәлдең эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса ҙур эш башланды. Тәүҙә халыҡ бик ҡурҡҡайны, хатта Өфөнөң Дим биҫтәһенән (ул Сергеевканан 5-6 километр алыҫлыҡта) газ еҫе аңҡыуына зарланып шылтыратыусылар булды. Шуны билдәләргә кәрәк: бөтөн ҡотҡарыусы хеҙмәттәр ҙә дөйөм көс булып тупланып, ғәҙәттән тыш хәлде яйға һалыуҙа теүәл эшләне. Әммә халыҡ һаман борсолоуын белдергәс, редакцияға ла шылтыратыусылар булғас, ауылдағы хәлде барып күрергә ҡарар иттек.

Еҫе лә, эҙе лә ҡалмаҫБарып төшөү менән “Газпром добыча Оренбург” йәмғиәте йәйел­дереп ебәргән ҡаласыҡҡа килеп терәлдек. Беҙҙе баш инженер Павел Колесников ҡаршыланы. Әле Сергеевка газ конденсаты ағыуға бәйле хәл буйынса 94 кеше шө­ғөлләнә икән, 33 берәмек техника йәлеп ителгән. Тәү сиратта Баш­ҡортостандың Тәбиғәттән файҙа­ланыу һәм экология министрлығы ҡуйған күсмә лаборатория менән таныштыҡ. Ул бында тәүлек әйлә­нәһенә эшләй. Ситтән шылты­ратыуҙар булған хәлдә, саҡырған урынға барып та һауанан анализ алалар. Дим, Баланов биҫтәләренә, Жуков, Авдон ауылдарына бер нисә тапҡыр сыҡҡандар.
Министрлыҡтың оператив бүлеге хеҙмәткәре, 1-се категориялы инженер Рәсих Хәбибуллиндың әйткәндәре беҙҙе тынысландырҙы бер аҙ.
– Көндөҙ бер ниндәй ҙә үҙгәреш юҡ. Төнөн, ел иҫеүҙән туҡтаһа, 12 – 34 ПДК сиктәрендә һауала көкөртлө водород күҙәтелә. Әммә был кеше һаулығы өсөн ҡурҡыныс түгел. Һыуҙа көкөрт күләмен билдәләү өсөн көн һайын анализдар алып торалар. Беҙ иһә ғәҙәттән тыш хәлдең эҙемтәләрен бөтөрөү саралары тамамланғансы бында эшләйәсәкбеҙ, – тине ул.
Еҫе лә, эҙе лә ҡалмаҫБеҙ лаборатория менән таныш­ҡан арала ҡаласыҡҡа Ырымбурҙан “Газпром добыча Оренбург” йәм­ғиәтенең генераль директоры Владимир Кияев килеп еткән икән. Ошо­ғаса был урынды журна­лис­тарға фотоға төшөрөргә лә рөхсәт итмәгән булғандар. Владимир Александрович иһә беҙгә, респуб­ликаның төп дәүләт гәзите хеҙмәт­кәрҙәре бит, тип, авария урынын ҡарарға рөхсәт бирҙе. Шулай итеп, әле бер хәбәрсе лә күрмәгән урынға үтеп индек.
– Әлеге мәлдә ергә һеңгән һыу эмульсияһын йыуыу менән мәшғүл­беҙ, – тип эш барышы менән та­ныштырҙылар генераль дирек­торҙы ойошманың торбаларҙы хеҙмәтләндереү идаралығы етәксеһе Алексей Кудинов һәм баш инженеры Павел Колесников.
Торбаға кемдәрҙер законһыҙ рәүештә тоташҡан булған. Белгес­тәр аңлатыуынса, шлангтар, магис­тралдәге юғары баҫымға түҙмәй, ярыла, ә газ конденсаты ергә ағып сыға. Яғыулыҡ урлаусылар бының өсөн ябай ғына пластмасса торбалар ҡулланған.
Еҫе лә, эҙе лә ҡалмаҫТорбаларҙың оҙонлоғо – 650 метр. Уларҙа былтырғы штамптар тора. Тимәк, ҡара эштәрен яҡынса бер йыл самаһы элек башлағандар, тип фаразларға була. Енәйәтселәр ентекле әҙерләнгән. Торба үткән ерҙә һоро буяу менән ағастарға билдә ҡуйып сыҡҡандар. Белмәгән кеше уларҙы урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре һалған тамғаға оҡшатып, иғтибар ҙа итмәй үтеп китә. Моғайын, торбаны, көн һайын булмаһа ла, аҙнаһына бер нисә тапҡыр тикшереп торғандарҙыр, сөнки магистралгә тоташҡан ерҙән алып уның бар һуҙымында яҡшы тапалған һуҡмаҡ күренеп ята.
Ваҡиға урынын барып күргәс, Владимир Кияев оҙаҡ ҡына һүҙһеҙ торҙо.
– Үҙ еренә, халҡына, тәбиғәтенә төкөрөп ҡараған кешеләргә аптырайым. Әгәр һәләкәт була ҡалһа, конденсаттың ауылға ағып төшөрө көн кеүек асыҡ бит! Ниңә мотлаҡ ошо урында тоташырға кәрәк булды икән? Конденсат аҡҡан ергә тех­ника үтә алмай – йырынға тап килгән. Бөтөн эште ҡул көсө менән атҡарырға тура килә, – тип һөйләне Владимир Александрович. – Тор­баға белгән кешеләрҙең тоташ­ҡаны көн кеүек асыҡ. Эштәрен оҫта башҡарғандар. Бында атмосфера баҫымы 1 квадрат сантиметрға 23 килограмм тура килә. Шуныһы күңелде йыуата: ғәҙәттән тыш хәлдең күләме ҙур түгел. Әгәр ул көслө булһа, бихисап кеше ағыу­ланыр ине. Мәҫәлән, 2007 йылда Ырымбур эргәһендә тап шундай авария булды. Күләме байтаҡҡа ҙурыраҡ. Әлеге һымаҡ магистралгә законһыҙ тоташҡан урын өҙөлгән ине. Иртәгәһенә Ырымбур өҫтөндә ҙур болот эленеп торҙо. Авария эҙемтәләренә ҡаршы көрәш күп ваҡытты алды...
Магистралгә торба тоташҡан урындан конденсат аҡҡан ергә үтәбеҙ. Бында үҙенсәлекле еҫ та­науға бәрелә. Янғын һүндереү машиналарының ергә һыу һиптер­гәненә шаһит булдыҡ. Таҙа һыу ерҙе йыуып, йырынға аға. Йырын эсендә иһә 20 – 25 метр һайын “тоҙаҡтар” эшләнгән, унда бысраҡ һыу йыйыла. Уны фильтр аша үткәр­гәндән һуң, конденсат һурҙы­рыла. Әлеге мәлдә 390 кубометр эмульсия йыйып алынған. Ер был шыйыҡсаны үҙенә бик еңел һең­дерә икән. Ярай әле, балсыҡлы урын­ға тура килгән – эмульсия унда әллә ни үтеп инә алмай. Ойош­маның янғын һүндереү бүле­ге етәксеһе урынбаҫары Роман Белов һөйләүенсә, көнөнә 40 тонна самаһы һыу алып килеп ҡоялар. Эш төндә лә туҡтамай.
Еҫе лә, эҙе лә ҡалмаҫ– Гәзит аша Башҡортостандың бөтөн ҡотҡарыу хеҙмәттәренә рәх­мәт һүҙҙәрен еткергем килә. Айырыуса “Газпром трансгаз Өфө” компанияһының генераль директоры Шамил Шәриповҡа. Ул тәү­геләрҙән булып шылтыратты һәм ниндәй ярҙам кәрәклеге тураһында һораны. Беҙҙең белгестәр килеп еткәнсе авария урынында “Газпром трансгаз Өфө” хеҙмәткәрҙәре эшләй ине инде. Кешеләрҙе урын­лаштырыуҙы, ашатыуҙы ла тиҙ ойошторҙолар. Ауыр саҡта бер-береңә ҡул һуҙыу сауап ул, – ти Владимир Александрович. – Әлегә матди зыяндың күләме һанал­маған. Алдан күҙаллау буйынса ғына ла, ул тиҫтәләрсә миллион һумға барып баҫасаҡ. Экологияға килтерелгән зыян да әле билдәһеҙ. Ғәйеплеләр тиҙ арала табылыр, тип уйлайым, сөнки ауыл кешеләре уларҙы күргән.
Урындағы халыҡ ҡурҡыуҙан саҡ тынысланған. Хәҙер инде ҡәҙимге кәйеф менән йәшәйҙәр. Шулай ҙа ҡайһы берәүҙәр эсәр һыуҙы ситтән алып килеүҙе хуп күрә, ти.
Сергеевкала фельдшер-аку­шерлыҡ пункты юҡ. Бындағы халыҡ Авдон ауылы дауаханаһына йөрөй. Әле унда үҙен насар тойоу сәбәпле Сергеевканан биш кеше ята. Табиптар билдәләүенсә, төп сәбәп – ауыр кисерештәрҙән ҡан баҫымы күтәрелеүе. Араларында йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән яфаланыусылар бар икән.
Халыҡ борсолмаһын өсөн ауылда Ғәҙәттән тыш хәлдәр министр­лығының Башҡортостан идаралығы белгестәре, ике “Ашығыс ярҙам” машинаһы тәүлек әйләнәһенә де­журҙа тора. Һауанан һәм һыуҙан алынған анализды лабораторияла тикше­реүҙең һөҙөмтәләре иғлан­дар таҡтаһында көн һайын яңыртылып тора.
Еҫе лә, эҙе лә ҡалмаҫЭкологтар һәм башҡа белгестәр билдәләүенсә, әле хәүефләнергә нигеҙ юҡ. “Газпром добыча Оренбург” етәкселеге һәләкәт булған ер­ҙә эштәрҙе аҙна-ун көндә та­мамларға ниәтләй. Артабан иһә зарарланған тупраҡты тейәп, махсус урынға сығарып түгәсәктәр. Тәбиғәткә һәм “Газпром добыча Оренбург” йәмғиәтенә килтерелгән зыян тураһында һөйләргә әле иртәрәк. Һандар һуңғараҡ барыбер билдәле булыр. Владимир Кияев һүҙ ыңғайында Сергеевкала һыу үткәргес торбаларҙың иҫке булыуына ишараланы һәм уларҙы алмаштырыуҙы үҙе етәкләгән компания атҡарасағын вәғәҙәләне. Бынан тыш, ауылдың һыу сква­жи­наһын яңыртырға кәрәк, тине ул.
Беҙ ҡапсыҡта ятмай, ти халыҡ. Енәйәт эше уңышлы тамамланып, ғәйеплеләр табылыр, тейешле яза­һын алыр, тип ышанайыҡ. Тағы ла мөһимерәге – ундай ҡазаларға бүтәнсә юл ҡуйылмаһын ине. Ярай ҙа был юлы ҡорбандар булманы, ҡотҡарыусылар ҙа, башҡа хеҙ­мәттәр ҙә, компания етәкселеге лә бергә ойошоп, ваҡытында тейешле саралар күрҙе.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостан Башлығы Беларусь менән мәктәп туризмы программаһын булдырыу хаҡында һөйләне

Башҡортостан Башлығы Беларусь менән мәктәп туризмы программаһын булдырыу хаҡында һөйләне 14.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Беларусь Республикаһы менән берлектә уҡыусылар өсөн алмашыу буйынса ял ойошторҙо....

Тотош уҡырға 13

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан һәм йәшен хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан һәм йәшен хаҡында иҫкәртте 14.08.2025 // Йәмғиәт

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан һәм йәшен хаҡында иҫкәртте...

Тотош уҡырға 9

Ғафуриҙа Еҙем йылғаһы аша йәйәүлеләр күпере төҙөкләндерелә
Башҡортостанда ҡорот байрамы ойошторола

Башҡортостанда ҡорот байрамы ойошторола 14.08.2025 // Йәмғиәт

16 августа Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында «Хәйбулла ҡорото» төбәк-ара этно-фестивале уҙғарыла....

Тотош уҡырға 11

Республикала табиптарға остазлыҡ өсөн өҫтәмә аҡса түләнә
Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған

Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған 13.08.2025 // Йәмғиәт

Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған...

Тотош уҡырға 18

Башҡортостанда 31 меңдән ашыу кешегә «декрет пособиеһы» түләнә

Башҡортостанда 31 меңдән ашыу кешегә «декрет пособиеһы» түләнә 13.08.2025 // Йәмғиәт

Рәсәй Социаль фондының республика бүлексәһе эшләп йөрөгән әсәйҙәргә, ҡайһы бер осраҡтарҙа атайҙарға...

Тотош уҡырға 18

Өфө мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе

Өфө мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе 13.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң 58-се лицейын тамамлаған Тимур Ғарифуллин 2-8 августа Ҡытайҙа үткән яһалма интеллект буйынса...

Тотош уҡырға 14

Өөф мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе

Өөф мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе 13.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң 58-се лицейын тамамлаған Тимур Ғарифуллин 2-8 августа Ҡытайҙа үткән яһалма интеллект буйынса...

Тотош уҡырға 16

Республикала тағы бер ир-егет чача эсеп ағыуланған
ХМАО йәштәре Башҡортостанда милли кейемдә туй үткәргән

ХМАО йәштәре Башҡортостанда милли кейемдә туй үткәргән 13.08.2025 // Йәмғиәт

ХМАО йәштәре Башҡортостанда милли кейемдә туй үткәргән...

Тотош уҡырға 16

Шәйехзада Бабич исемендәге премияға ғаризалар ҡабул итеү ваҡыты оҙайтылды