Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Олатайҙан ҡалған изге васыят
Олатайҙан ҡалған изге васыят “Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзитенең 1945 йылдағы 7 февраль һанында гвардия капитаны И. Гурьевтың һүрәтләмәһе донъя күрә. Офицер батыр һалдаты – гвардия старшинаһы Әғзәм Ғәлиев – хаҡында былай тип яҙа: “…Сигенеп барған немецтар еңел генә бирелергә теләмәй. Беҙҙең уң яҡ флангты ҡаҡшатырға самалап, барса орудиеларынан ут яуҙыралар. Миналар шартлай, пушкалар “телгә килә”, автомат-мылтыҡтар тауышы ла тынмай. Шул саҡ Ғәлиевтең “Огонь!” тигән тауышы яңғыраны. Пушканан сығып осҡан снаряд фашист самоходын уртаға бүлеп ташланы, икенсе “ҡорос ат” та өлөшһөҙ ҡалманы, ә өсөнсөләр, ҡурҡышынан боролоп, тайыу яғын ҡараны. Шул мәл беҙҙең һалдаттар “Ура!” ҡысҡырып һөжүмгә ташланды”.
…Бында сик һаҡсыһы Ғәлиев­тең сираттағы батырлығы ғына һүрәтләнә. Фин яуында ҡатна­шып, яраланып, бүләкләнеп өлгөргән башҡорт егете Бөйөк Ватан һуғышын башынан аҙағына тиклем үтә. Ошо осорҙа ул пуш­каһы менән дошмандың бихисап танкын сафтан сығара, авто­матсыларҙы ҡыра. Биш тапҡыр яралана Аллағыуат ауылы егете, ләкин һауығып аяҡҡа баҫҡан һайын пушкаһы, расчеттағы Злодеев, Ермаков, Пимбал, Землянский­ҙар янына ашыға. Еңеүгәсә егет­тәрҙән, ҡоралынан айырылмай.
Ҡаһарман Әғзәм Ғәлиев Ҡы­ҙыл Йондоҙ ордены, II һәм III дә­рәжә Дан ордендары, “Батыр­лыҡ өсөн”, “Ленинградты оборон­лаған өсөн” миҙалдары менән бүләк­ләнә.
Олатайҙан ҡалған изге васыятИлһөйәр ир-уҙаман улын да ысын һалдат итеп тәрбиәләй. Бала саҡтан ауырлыҡтарға ҡар­шы торорға өйрәнгән Мусаһы хәрби бурысын лайыҡлы үтәй. Ә ауырлыҡ әҙме әрме хеҙмәтендә? Илдә тыныс тормош булһа ла, ул саҡта совет һалдаты алдында һаман да юғары бурыс тора бит: “һалҡын һуғыш” уяулыҡ талап итә. Өс йыл Балтик буйында сик һаҡлай Муса.
…1987 йыл. Хәрби-врач комис­сияһын уңышлы үткән Радикка: “Ғәлиев, танкист булаһың”, – тип команда бирәләр. Егеттең хәбәр­ҙән кикреге төшә. Сик һаҡ­сылары сафына баҫмаясаҡ бит. Ни тиһәң дә, олатаһы ла, атаһы ла пограничник булған. “Ил сиген ныҡлы һаҡлағыҙ!” – олатаһының ошо һүҙҙәрен васыят һымаҡ ҡабул иткәйне бит. “Нисек тә булһа аманатҡа тоғро ҡалырға кәрәк”, – тип үҙенә маҡсат ҡуя Радик һәм хәрби комисса­риат­тағы бер апайға ғәскәрен алмаштырыуҙы һорап мөрәжәғәт итә. Һөҙөмтәлә хыялы тормошҡа ашып, сержант мәктәбен үтеү менән Тажикстан-Афғанстан сигенә ебәрелә.
Афған һуғышы тамамланмаған әле. Ут эсенә ебәреүҙе һорап рапорт яҙғандар рәтендә Радик та була. Тик аҡыллы, физик яҡтан көслө башҡорт егетенә тәүге көндән үк башҡа яуаплы вазифалар йөкмәтелә. Хәйер, Мәскәү пограничниктар отрядының 4-се заставаһында пулялар һыҙғырып тормаһа ла, хәүеф-хәтәр етерлек була. Сик буйында әленән-әле “саҡырылмаған ҡунаҡтар” күрен­геләп ҡала. Ҙур уяулыҡ талап ителә совет һаҡсыларынан.
– Көндөҙ ҙә, төндә лә сик буйын ҡыҙыраһың, – тип хәтерләй Радик ул осорҙо. – Берәй үҙгәреш юҡмы, сикте боҙмайҙармы? Бер мәлгә өсәү генә ҡалаһың: һин, тәбиғәт һәм сымдар. Шул тынлыҡты “дүртенсе” боҙмаһа ине, тип хафаланаһың. Еңел булмаһа ла, хеҙмәттең нисек үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдым. Тыныс уҙҙы ул.
Ир-уҙамандың тәрән тын алышынан, көрһөнөүенән һиҙелә: “тыныс”тың төбөндә серҙәр ҙә яталыр. Тик һөйләргә теләмәй һалдат. Хәйер, Радик хәрби хеҙмәтен тамамлап ҡайтҡандың дүртенсе йылына әлеге отрядтың 12-се заставаһы юлыҡҡан хәл бөтөн донъяға билдәле: уларға бер төркөм афған һәм тажик боевиктары һөжүм итә. Һөҙөмтәлә 70-ләп башкиҫәр баш һала, беҙҙең 25 һалдаттың ғүмере өҙөлә. Бына шул егеттәрҙе лә йәлләп әсенәлер Радик.
…Әғзәм Ғәлиев I дәрәжә Дан ордены алыу бәхетенән мәхрүм ҡалһа, ейәнен яугирлектән бөтөнләй һыҙып ташлағандар һымаҡ. Заставала хеҙмәт иткән­дәрҙе ут эсенә ингәндәр менән бер рәттән баһалау яҙыҡ булыр инеме ни? Улар егеттәрен юғалт­мағанмы, дошман менән күҙгә-күҙ осрашмағанмы? Тик Радикка олатаһы ҡан аша шуныһын да тапшырған, күрәһең: ул да дан-шөһрәт, бүләк артынан ҡыумай.
– Ил ҡушҡан изге бурысты үтәнек, – ти ул. – Төрлө саҡ булды, әммә Афғанстан-Тажикстан сиге буйлап үткәнемә һис тә үкенмәйем.





Автор: Рәмил МАНСУРОВ. Район: Стәрлебаш районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә