“Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзитенең 1945 йылдағы 7 февраль һанында гвардия капитаны И. Гурьевтың һүрәтләмәһе донъя күрә. Офицер батыр һалдаты – гвардия старшинаһы Әғзәм Ғәлиев – хаҡында былай тип яҙа: “…Сигенеп барған немецтар еңел генә бирелергә теләмәй. Беҙҙең уң яҡ флангты ҡаҡшатырға самалап, барса орудиеларынан ут яуҙыралар. Миналар шартлай, пушкалар “телгә килә”, автомат-мылтыҡтар тауышы ла тынмай. Шул саҡ Ғәлиевтең “Огонь!” тигән тауышы яңғыраны. Пушканан сығып осҡан снаряд фашист самоходын уртаға бүлеп ташланы, икенсе “ҡорос ат” та өлөшһөҙ ҡалманы, ә өсөнсөләр, ҡурҡышынан боролоп, тайыу яғын ҡараны. Шул мәл беҙҙең һалдаттар “Ура!” ҡысҡырып һөжүмгә ташланды”.
…Бында сик һаҡсыһы Ғәлиевтең сираттағы батырлығы ғына һүрәтләнә. Фин яуында ҡатнашып, яраланып, бүләкләнеп өлгөргән башҡорт егете Бөйөк Ватан һуғышын башынан аҙағына тиклем үтә. Ошо осорҙа ул пушкаһы менән дошмандың бихисап танкын сафтан сығара, автоматсыларҙы ҡыра. Биш тапҡыр яралана Аллағыуат ауылы егете, ләкин һауығып аяҡҡа баҫҡан һайын пушкаһы, расчеттағы Злодеев, Ермаков, Пимбал, Землянскийҙар янына ашыға. Еңеүгәсә егеттәрҙән, ҡоралынан айырылмай.
Ҡаһарман Әғзәм Ғәлиев Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, II һәм III дәрәжә Дан ордендары, “Батырлыҡ өсөн”, “Ленинградты оборонлаған өсөн” миҙалдары менән бүләкләнә.
Илһөйәр ир-уҙаман улын да ысын һалдат итеп тәрбиәләй. Бала саҡтан ауырлыҡтарға ҡаршы торорға өйрәнгән Мусаһы хәрби бурысын лайыҡлы үтәй. Ә ауырлыҡ әҙме әрме хеҙмәтендә? Илдә тыныс тормош булһа ла, ул саҡта совет һалдаты алдында һаман да юғары бурыс тора бит: “һалҡын һуғыш” уяулыҡ талап итә. Өс йыл Балтик буйында сик һаҡлай Муса.
…1987 йыл. Хәрби-врач комиссияһын уңышлы үткән Радикка: “Ғәлиев, танкист булаһың”, – тип команда бирәләр. Егеттең хәбәрҙән кикреге төшә. Сик һаҡсылары сафына баҫмаясаҡ бит. Ни тиһәң дә, олатаһы ла, атаһы ла пограничник булған. “Ил сиген ныҡлы һаҡлағыҙ!” – олатаһының ошо һүҙҙәрен васыят һымаҡ ҡабул иткәйне бит. “Нисек тә булһа аманатҡа тоғро ҡалырға кәрәк”, – тип үҙенә маҡсат ҡуя Радик һәм хәрби комиссариаттағы бер апайға ғәскәрен алмаштырыуҙы һорап мөрәжәғәт итә. Һөҙөмтәлә хыялы тормошҡа ашып, сержант мәктәбен үтеү менән Тажикстан-Афғанстан сигенә ебәрелә.
Афған һуғышы тамамланмаған әле. Ут эсенә ебәреүҙе һорап рапорт яҙғандар рәтендә Радик та була. Тик аҡыллы, физик яҡтан көслө башҡорт егетенә тәүге көндән үк башҡа яуаплы вазифалар йөкмәтелә. Хәйер, Мәскәү пограничниктар отрядының 4-се заставаһында пулялар һыҙғырып тормаһа ла, хәүеф-хәтәр етерлек була. Сик буйында әленән-әле “саҡырылмаған ҡунаҡтар” күренгеләп ҡала. Ҙур уяулыҡ талап ителә совет һаҡсыларынан.
– Көндөҙ ҙә, төндә лә сик буйын ҡыҙыраһың, – тип хәтерләй Радик ул осорҙо. – Берәй үҙгәреш юҡмы, сикте боҙмайҙармы? Бер мәлгә өсәү генә ҡалаһың: һин, тәбиғәт һәм сымдар. Шул тынлыҡты “дүртенсе” боҙмаһа ине, тип хафаланаһың. Еңел булмаһа ла, хеҙмәттең нисек үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдым. Тыныс уҙҙы ул.
Ир-уҙамандың тәрән тын алышынан, көрһөнөүенән һиҙелә: “тыныс”тың төбөндә серҙәр ҙә яталыр. Тик һөйләргә теләмәй һалдат. Хәйер, Радик хәрби хеҙмәтен тамамлап ҡайтҡандың дүртенсе йылына әлеге отрядтың 12-се заставаһы юлыҡҡан хәл бөтөн донъяға билдәле: уларға бер төркөм афған һәм тажик боевиктары һөжүм итә. Һөҙөмтәлә 70-ләп башкиҫәр баш һала, беҙҙең 25 һалдаттың ғүмере өҙөлә. Бына шул егеттәрҙе лә йәлләп әсенәлер Радик.
…Әғзәм Ғәлиев I дәрәжә Дан ордены алыу бәхетенән мәхрүм ҡалһа, ейәнен яугирлектән бөтөнләй һыҙып ташлағандар һымаҡ. Заставала хеҙмәт иткәндәрҙе ут эсенә ингәндәр менән бер рәттән баһалау яҙыҡ булыр инеме ни? Улар егеттәрен юғалтмағанмы, дошман менән күҙгә-күҙ осрашмағанмы? Тик Радикка олатаһы ҡан аша шуныһын да тапшырған, күрәһең: ул да дан-шөһрәт, бүләк артынан ҡыумай.
– Ил ҡушҡан изге бурысты үтәнек, – ти ул. – Төрлө саҡ булды, әммә Афғанстан-Тажикстан сиге буйлап үткәнемә һис тә үкенмәйем.