Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Етемһерәп ҡалды күңелдәр
Етемһерәп ҡалды күңелдәр Халҡыбыҙҙың ышаныслы терәге булған күренекле ғалимыбыҙ Марат Вәли улы Зәйнуллин көтмәгәндә арабыҙҙан китеп барҙы. Етемһерәп ҡалды башҡорт донъяһы... Өлкәндәр – дуҫынан, фекерҙәшенән, серҙәшенән, йәштәр дөрөҫ юл күрһәтеүсе юлбашсы-остазынан айырылды.

Марат Вәли улы барлыҡ ғүмерен студенттарына ғилем нигеҙҙәрен төшөн­дөрөүгә, тор­моштоң асылын аңлатыуға, төплө белемле милли кадрҙар әҙер­ләүгә арнаны. Йәмғиәт эсендә ҡайнап йәшәне, бер мәсьә­ләгә лә ҡул һелтәп ҡара­маны. Халыҡ профессоры ине ул.
Милләттәшебеҙ тел ғи­лемен үҫтереүгә, туған башҡорт телен киң даирәлә танытыуға, байы­тыуға күп көс һалды, ғилми хеҙмәт­тәрен киләсәк быуындарға аманат итеп ҡалдырҙы. Был баҫмалары Башҡортос­танда ғына түгел, тотош Рәсәйҙә, донъя кимәлен­дә юғары баһа алды, төрки телле халыҡтарҙа киң ҡулланылыш тапты.
Ғүмере эш өҫтөндә үтте Марат Вәли улының. Башҡорт дәүләт университетында 54 йыл хеҙмәт итеп, ул 60-тан ашыу фән кандидаты, 20 фән докторы әҙер­ләне. Өҫтәүенә күпме рухлы уҡытыусылар тәр­биәләне! Улар үҙ сиратында Марат Вәли улы­ның өлгө­һөндә халҡыбыҙға тоғро хеҙмәт итерлек йәш быуын үҫтер­ҙе. Һәр береһенең күңе­лендә Марат Вәли улы абруйлы оло шәхес булып мәңгегә һаҡ­ланасаҡ. Ғалим­дың хеҙмәттәре лә, кешелек донъяһына өлгө күрһәтеп, быуаттар дауамында йәшәйәсәк.
Донъя кимәлендә таныл­ған арҙаҡлы фән эшмәкәре булыуына ҡарамаҫтан, Марат Вәли улы бик ябай, ихлас, ярҙамсыл, кеселекле, иғтибарлы кеше ине. Студенттарын йәберләргә һис кемгә юл ҡуйманы – уларҙы ҡәҙерләне, һаҡланы, яҡ­ланы.
Ул миңә йыш ҡына шылтырата ла оҙаҡ һөйләшә торғайныҡ. Милләтте, республиканы ғына түгел, тотош Рәсәйҙе хафаға һалған мәсьәләләргә йөрәге әрнер ине. “Ярар, Ләлә апай, беҙ бер ни ҙә эшләй алмай­быҙ инде, – тиер ине аҙаҡ. – Шулай ҙа, һинең менән һөйләшеп алғас, еңел булып китте”. Барыһын да йөрәге аша үткәрҙе шул...
Эйе, халҡыбыҙҙың ҡаҡ­шамаҫ ҡалҡаны, таянырлыҡ тағы ла бер алтын бағанаһы һынды. Йәш­тәребеҙҙең күҙ терәп торған ышаныслы уҡытыусыһы, хаҡ юл күрһә­теү­се яҡты маяғы һүнде. Әммә остазынан ныҡлы һабаҡ алған йәштәр ғалим һалған изге һуҡмаҡты дауам итер, маяҡты тағы ла яҡты­раҡ яндырып ебәрер, тип ышанайыҡ.
Ҡәҙерле яҡташым, фе­керҙә­шем! Бәхил бул. Ауыр тупрағың еңел, йәнең йәннәттә булһын.



Автор: Ләлә БЕЙЕШЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә