Халҡыбыҙҙың ышаныслы терәге булған күренекле ғалимыбыҙ Марат Вәли улы Зәйнуллин көтмәгәндә арабыҙҙан китеп барҙы. Етемһерәп ҡалды башҡорт донъяһы... Өлкәндәр – дуҫынан, фекерҙәшенән, серҙәшенән, йәштәр дөрөҫ юл күрһәтеүсе юлбашсы-остазынан айырылды.Марат Вәли улы барлыҡ ғүмерен студенттарына ғилем нигеҙҙәрен төшөндөрөүгә, тормоштоң асылын аңлатыуға, төплө белемле милли кадрҙар әҙерләүгә арнаны. Йәмғиәт эсендә ҡайнап йәшәне, бер мәсьәләгә лә ҡул һелтәп ҡараманы. Халыҡ профессоры ине ул.
Милләттәшебеҙ тел ғилемен үҫтереүгә, туған башҡорт телен киң даирәлә танытыуға, байытыуға күп көс һалды, ғилми хеҙмәттәрен киләсәк быуындарға аманат итеп ҡалдырҙы. Был баҫмалары Башҡортостанда ғына түгел, тотош Рәсәйҙә, донъя кимәлендә юғары баһа алды, төрки телле халыҡтарҙа киң ҡулланылыш тапты.
Ғүмере эш өҫтөндә үтте Марат Вәли улының. Башҡорт дәүләт университетында 54 йыл хеҙмәт итеп, ул 60-тан ашыу фән кандидаты, 20 фән докторы әҙерләне. Өҫтәүенә күпме рухлы уҡытыусылар тәрбиәләне! Улар үҙ сиратында Марат Вәли улының өлгөһөндә халҡыбыҙға тоғро хеҙмәт итерлек йәш быуын үҫтерҙе. Һәр береһенең күңелендә Марат Вәли улы абруйлы оло шәхес булып мәңгегә һаҡланасаҡ. Ғалимдың хеҙмәттәре лә, кешелек донъяһына өлгө күрһәтеп, быуаттар дауамында йәшәйәсәк.
Донъя кимәлендә танылған арҙаҡлы фән эшмәкәре булыуына ҡарамаҫтан, Марат Вәли улы бик ябай, ихлас, ярҙамсыл, кеселекле, иғтибарлы кеше ине. Студенттарын йәберләргә һис кемгә юл ҡуйманы – уларҙы ҡәҙерләне, һаҡланы, яҡланы.
Ул миңә йыш ҡына шылтырата ла оҙаҡ һөйләшә торғайныҡ. Милләтте, республиканы ғына түгел, тотош Рәсәйҙе хафаға һалған мәсьәләләргә йөрәге әрнер ине. “Ярар, Ләлә апай, беҙ бер ни ҙә эшләй алмайбыҙ инде, – тиер ине аҙаҡ. – Шулай ҙа, һинең менән һөйләшеп алғас, еңел булып китте”. Барыһын да йөрәге аша үткәрҙе шул...
Эйе, халҡыбыҙҙың ҡаҡшамаҫ ҡалҡаны, таянырлыҡ тағы ла бер алтын бағанаһы һынды. Йәштәребеҙҙең күҙ терәп торған ышаныслы уҡытыусыһы, хаҡ юл күрһәтеүсе яҡты маяғы һүнде. Әммә остазынан ныҡлы һабаҡ алған йәштәр ғалим һалған изге һуҡмаҡты дауам итер, маяҡты тағы ла яҡтыраҡ яндырып ебәрер, тип ышанайыҡ.
Ҡәҙерле яҡташым, фекерҙәшем! Бәхил бул. Ауыр тупрағың еңел, йәнең йәннәттә булһын.