Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Төндә ...музейҙар буйлап
21-22 май төнөндә “Музей төнө-2016” тигән халыҡ-ара сара уҙҙы. Башҡортостан Республикаһы инде алтынсы йыл рәттән уға ҡушылды, тамашасылар өсөн 23 дәүләт, 62 муниципаль һәм китапханалар эсендәге 13 музей эшләне.

“Музей төнө” тип аталһа ла, был сараның ваҡыты сикле ине, шуға ла күбеһендә йөрөп сығыу бәхете тәтемәне. Әммә шулай ҙа баш ҡалалағы бер нисәһендә булырға тура килде.
Тәүгеһе Башҡортостан Республика­һының Милли музейы ине. Унда барып инеү менән музыка, хәрби кейемдәге биленә ҡылыс аҫҡан һалдат ҡаршы алды. Ҡунаҡтарҙың күплеге лә кәйеф өҫтәне.
Музейҙа “Фильмды йый” квест-уйыны башланғайны. Шарты буйынса залдар буйлап билдәле киноның фотокадрҙарын йыйыу талап ителә. Уйын менән мауыҡҡандар һуңында бөтә музейҙы ҡарап сыҡҡандарын аңлағандыр.
Балалар иһә “Бер, ике, өс, мин сығам һине эҙләргә” тигән уйында әкиәт геройҙарын эҙләне.
Бер экспонаттың тарихы: “112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының байрағы” күргәҙмәһен дә тамашасы мауығып ҡараны. Ситтәрәк ике ағайҙың һөйләшеүенән үткән йылда Милли музейға “Музей төнө”ндә 63 мең кеше килгәне ишетелеп ҡалды. Быйыл иһә сарала күберәк ойошмалар ҡатнашҡас, был һандар самалыраҡ булыры билдәле ине.
Артабан Милли әҙәбиәт музейының филиалы Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейына юлландыҡ. Ишек алдында концертҡа әҙерлек бара ине. Бинаның бер бүлмәһендә Гөлдәр Моратова, Зөһрә Бураҡаева, Таңсулпан Бабичевалар “Кино нисек төшөрөлә” тигән “түңәрәк өҫтәл”гә йыйылғайны. Директор урын­баҫары Илүзә Шәйәхмәтова, йылмайып, килгән ҡунаҡтарға квест уйынын үтергә тәҡдим итеп тора. Һорауҙары ике төргә бүленгән: береһе Мәжит Ғафури шәхе­сенә бәйле, икенсеһе – кино тураһында. Алып барыусыға беҙҙең үҙ һорауыбыҙ булды:
– “Кем ул Мәжит Ғафури?” тигәнгә берәйһе “яҙыусы” тип яуапланымы?
– Бер егет “яҙыусы булырға тейеш” тип әйтте былай... – тигән әсенеүен еткерҙе апай.
Ә инде балаларҙың яратҡан йәнһү­рәттәре буйынса һүрәт төшөрөүҙәренә һуңлағаныбыҙ асыҡланды. Шул уҡ музейҙа уҙасаҡ концерт һәм күрһәтеләсәк ҡыҫҡа метражлы киноларҙы ла ҡарап булманы. Бынан тура М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейына киттек. Унда ла төрлө уйындар, күргәҙмәләр ойошторолғайны. Рәссам­дарҙың ижадын байҡағанда, урамда әле сирень сәскәләнеп, инде мышарҙар ағарғаны иҫкә төштө. Ҡайҙалыр гел ашыҡҡандан тирә-йүндең матурлығына иғтибар бирмәйбеҙ икән!
“Музей төнө”ндә Өфөлә йәнә С.Т. Ак­саковтың мемориаль йорт-музейы, Ш.А. Хоҙайбирҙиндың йорт-музейы, А.Э. Тюлькиндың мемориаль йорт-музейы, В.И. Лениндың йорт-музейы, республика Хәрби Дан музейы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының музейы һәм башҡалар үҙ ишектәрен асты. Барған һәр береһендә үҙеңде әкиәти донъяға эләккәндәй хис ителде.
Башҡортостан буйынса был төндәге сараларҙа 65 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Тимәк, шунса кеше рухи ял алған.



Автор: Д. УРАҘОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә