Төндә ...музейҙар буйлап25.05.2016
21-22 май төнөндә “Музей төнө-2016” тигән халыҡ-ара сара уҙҙы. Башҡортостан Республикаһы инде алтынсы йыл рәттән уға ҡушылды, тамашасылар өсөн 23 дәүләт, 62 муниципаль һәм китапханалар эсендәге 13 музей эшләне.
“Музей төнө” тип аталһа ла, был сараның ваҡыты сикле ине, шуға ла күбеһендә йөрөп сығыу бәхете тәтемәне. Әммә шулай ҙа баш ҡалалағы бер нисәһендә булырға тура килде.
Тәүгеһе Башҡортостан Республикаһының Милли музейы ине. Унда барып инеү менән музыка, хәрби кейемдәге биленә ҡылыс аҫҡан һалдат ҡаршы алды. Ҡунаҡтарҙың күплеге лә кәйеф өҫтәне.
Музейҙа “Фильмды йый” квест-уйыны башланғайны. Шарты буйынса залдар буйлап билдәле киноның фотокадрҙарын йыйыу талап ителә. Уйын менән мауыҡҡандар һуңында бөтә музейҙы ҡарап сыҡҡандарын аңлағандыр.
Балалар иһә “Бер, ике, өс, мин сығам һине эҙләргә” тигән уйында әкиәт геройҙарын эҙләне.
Бер экспонаттың тарихы: “112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының байрағы” күргәҙмәһен дә тамашасы мауығып ҡараны. Ситтәрәк ике ағайҙың һөйләшеүенән үткән йылда Милли музейға “Музей төнө”ндә 63 мең кеше килгәне ишетелеп ҡалды. Быйыл иһә сарала күберәк ойошмалар ҡатнашҡас, был һандар самалыраҡ булыры билдәле ине.
Артабан Милли әҙәбиәт музейының филиалы Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейына юлландыҡ. Ишек алдында концертҡа әҙерлек бара ине. Бинаның бер бүлмәһендә Гөлдәр Моратова, Зөһрә Бураҡаева, Таңсулпан Бабичевалар “Кино нисек төшөрөлә” тигән “түңәрәк өҫтәл”гә йыйылғайны. Директор урынбаҫары Илүзә Шәйәхмәтова, йылмайып, килгән ҡунаҡтарға квест уйынын үтергә тәҡдим итеп тора. Һорауҙары ике төргә бүленгән: береһе Мәжит Ғафури шәхесенә бәйле, икенсеһе – кино тураһында. Алып барыусыға беҙҙең үҙ һорауыбыҙ булды:
– “Кем ул Мәжит Ғафури?” тигәнгә берәйһе “яҙыусы” тип яуапланымы?
– Бер егет “яҙыусы булырға тейеш” тип әйтте былай... – тигән әсенеүен еткерҙе апай.
Ә инде балаларҙың яратҡан йәнһүрәттәре буйынса һүрәт төшөрөүҙәренә һуңлағаныбыҙ асыҡланды. Шул уҡ музейҙа уҙасаҡ концерт һәм күрһәтеләсәк ҡыҫҡа метражлы киноларҙы ла ҡарап булманы. Бынан тура М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейына киттек. Унда ла төрлө уйындар, күргәҙмәләр ойошторолғайны. Рәссамдарҙың ижадын байҡағанда, урамда әле сирень сәскәләнеп, инде мышарҙар ағарғаны иҫкә төштө. Ҡайҙалыр гел ашыҡҡандан тирә-йүндең матурлығына иғтибар бирмәйбеҙ икән!
“Музей төнө”ндә Өфөлә йәнә С.Т. Аксаковтың мемориаль йорт-музейы, Ш.А. Хоҙайбирҙиндың йорт-музейы, А.Э. Тюлькиндың мемориаль йорт-музейы, В.И. Лениндың йорт-музейы, республика Хәрби Дан музейы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының музейы һәм башҡалар үҙ ишектәрен асты. Барған һәр береһендә үҙеңде әкиәти донъяға эләккәндәй хис ителде.
Башҡортостан буйынса был төндәге сараларҙа 65 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Тимәк, шунса кеше рухи ял алған.